Гриб Иван Евдокимович
Гриб Иван Евдокимович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 4 март 1911 |
Тыуған урыны | Яңы Ивановка, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 23 ғинуар 1987 (75 йәш) |
Вафат булған урыны | Славянск[d], Донецк өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Славянск[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Гриб Иван Евдокимович (4 март 1911 йыл — 23 ғинуар 1987 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия пулемёт ротаһының взвод командиры, гвардия капитаны (1945). Советтар Союзы Геройы (1943).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иван Евдокимович Гриб 1911 йылдың 4 мартында Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Яңы Ивановка ауылында (хәҙерге Дәүләкән районы Башҡортостан Республикаһы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.
1929 йылда педагогия йүнәлешле Дәүләкән туғыҙ йыллыҡ мәктәбен, артабан Өфөлә финанс-иҡтисад институтын тамамлай. 1933—1935 йылдарҙа армияла артдивизионда хеҙмәт итә. Алтай крайының Бийск ҡалаһында автобазала баш бухгалтер булып эшләй.
1941 йылдың 7 апрелендә 2 айлыҡ сборға саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән төҙөлөш батальонының өсөнсө ротаһы икенсе взводы рядовойы званиеһында фронтҡа китә.
1943 йылда Одесса хәрби пехота училищеһын тамамлай һәм 73-сө гвардия Сталинград уҡсылар дивизияһының уҡыу батальоны пулемёт отделениеһы командиры итеп юнәлтелә. 1943 йылдан КПСС ағзаһы.
1946 йылдан капитан Гриб — отставкала. Украина ССР-ы Донецк өлкәһенең Славянск ҡалаһында йәшәй, заводта диспетчер булып эшләгән.
1987 йылдың 23 ғинуарында вафат була. Славянск ҡалаһының Төньяҡ зыяратында ерләнгән.
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]73-сө гвардия уҡсылар дивизияһының гвардия айырым уҡыу батальоны пулемёт ротаһы взвод командиры (7-се гвардия армияһы, Дала фронты), гвардия кесе лейтенанты Гриб 1943 йылдың 25 сентябрендә дошман уты аҫтында беренселәрҙән булып Днепр йылғаһы аша сыға. Взвод, нығынып, батальонға кисеүҙе тәьмин итә. Бородаевка (Днепропетровск өлкәһе Верхнеднепровский районы) ауылы өсөн яуҙа взвод ҡул һуғышында бик күп фашист һалдатын юҡ итә.
1943 йылдың 26 октябрендә «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (1943)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (СССР) (26.10.1943)[1].
- Ленин ордены.
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, (06.04.1985)[2].
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (08.09.1943)[3].
- Миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 49, л. 4, 220, 221)
- ↑ Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 3664, л. 1—3)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Боевая слава Алтая». — Барнаул: Алтайское книжное издательство,1978
- «Герои Советского Союза»/ Краткий биографический справочник. Том 1. — Военизд.,1987
- Кузнецов И. И., Джога И. М. «Золотые Звёзды Алтая». — Барнаул, 1982
- «Подвиги их-бессмертны». — Уфа: Китап, 2000
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гриб Иван Евдокимович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 2 март 2021)
- Гриб Иван Евдокимович . «Герои страны» сайты.
- Гриб Иван Евдокимович.
- Награды Ивана Гриба переданы на постоянное хранение в музей-диораму(недоступная ссылка)
- 4 мартта тыуғандар
- 1911 йылда тыуғандар
- Бәләбәй өйәҙендә тыуғандар
- 23 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1987 йылда вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бөйөк Ватан һуғышы пехотасылары
- Дәүләкән районында тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- КПСС ағзалары