Дадашова Гөлназ Мәхир ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дадашова Гөлназ Мәхир ҡыҙы
әзерб. Gülnaz Mahir qızı Dadaşova
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Әзербайжан
Тыуған урыны Баҡы
Һөнәр төрө ғалим, кардиолог
Эшмәкәрлек төрө кардиология[d]
Эш урыны Әзербайжан кардиология ғилми-тикшеренеү институты[d]
Уҡыу йорто Әзербайжан медицина университеты[d]
Цюрих университеты[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Яңы Әзербайжан[d]
Ойошма ағзаһы Әзербайжан кардиологтар йәмғиәте[d] һәм European Society of Cardiology[d]
 Дадашова Гөлназ Мәхир ҡыҙы Викимилектә

Гөлназ Мәхир ҡыҙы Дадашова (әзерб. Gülnaz Mahir qızı Dadaşova; Баҡы) — Әзербайжан ғалимы, профессор, медицина фәндәре докторы. Әлеге Ваҡытта Ч. Абдуллаев исемендәге кардиология ғилми-тикшеренеү институты директоры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гөлназ Мәхир ҡыҙы Дадашева Баҡыла уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Тәүге белемде ул 191-се урта мәктәптә ала, уны миҙал менән тамамлай. 1992 йылда Әзербайжан медицина университетының дауалау профилактика факультетына уҡырға инә һәм уны 1998 йылда бакалавр дәрәжәһе менән тамамлай. 1999—2000 йылдарҙа Баҡы тимер юл дауаханаһында табип-кардиолог булып интернатура үтә. 2002—2005 йылдарҙа Әзербайжан медицина университетының клиник фармакология кафедраһында аспирантурала уҡый[1][2]. 2008 йылда «Оптимизация лечения артериальной гипертензии у женщин в постменопаузе» ғилми эшен яҡлай һәм медицина фәндәре философияһы докторы ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була. 2016 йылда доцент ғилми дәрәжәһен ала. 2018 йылда «Гендерные особенности хронической сердечной недостаточности, возможности совершенствования диагностики и медикаментозного лечения, определения прогноза и прогнозирования выживаемости» ғилми эшен яҡлай һәм медицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһен ала. 2019 йылда Швейцарияның Цюрих университетына магистр дәрәжәһе менән табип-кардиолог һөнәре буйынса уҡырға инә, һәм, уны тамамлағандан һуң, 2022 йылда шул уҡ университетта дипломдан һуң йөрәк хәлһеҙлеге курсын (PCHF) үтә[1][3][4].

Рус һәм инглиз телдәрен белә.

Кейәүҙә. 2 балаһы бар.

Карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гөлназ Дадашова үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген 2006 йылда академик Ч. М. Абдуллаев исемендәге кардиология ғилми-тикшеренеү институтының өлкән лаборанты булып башлай. 2014 йылдан йөрәк хәлһеҙлеге бүлексәһендә өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшен дауам итә. 2018 йылдың 21 сентябрендә ул ошо институттың директоры итеп тәғәйенләнә һәм әлеге ваҡытта был вазифаны биләй[1][2].

Шул уҡ ваҡытта 2007 йылдан Әзербайжан медицина университетының клиник фармакология кафедраһында, 2019 йылдан Әзербайжан медицина университетының III эске ауырыуҙар кафедраһының инглиз бүлегендә һәм И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү медицина университетының Баҡы филиалында эске ауырыуҙар темаһына лекциялар уҡый.

Фәнни карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гөлназ Дадашева 100-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Ул бер нисә урындағы һәм Халыҡ-ара фәнни конференцияларҙа спикер сифатында сығыш яһай[5][6][7].

Ул артериаль гипертензия менән сирләгәндәрҙә ренин-ангиотензин альдостерон системаһының енси айырмалыҡтарын һәм уларҙың гумораль факторҙар һәм гендер үҙенсәлектәре менән бәйләнешен, хроник йөрәк етешмәүсәнлегенең ауырлығы һәм генезында йәш һәм гендер айырмалыҡтарын, метаболизм синдромы менән сирләгәндәрҙә моксонидиндың һәм моксонидиндың ивабрадин менән комбинацияһының һөҙөмтәлелеген тикшерә. Резистентлыҡ параметрҙарына йоғонтоһо тураһында фәнни тикшеренеүҙәр үткәрә. Хроник йөрәк етешмәүсәнлеге менән сирләгән пациенттарҙа клиник һәм психоэмоциональ тороштоң гендер үҙенсәлектәрен фәнни тикшерә[1][8][9].

Уның ғилми эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә күҙәтеү-госпиталь этабында хроник йөрәк етешмәүсәнлеген дауалауҙа гендер һәм йәш айырмалары һәм йөрәктең клиник-функциональ һәм психоэмоциональ торошо динамикаһында гендер айырмалары, миокард инфарктынан һуң хроник йөрәк етешмәүсәнлеге менән сирләгән пациенттарҙы медикаментоз дауалауҙың төрлө варианттары фонында морфологик һәм функциональ күрһәткестәр, миокард инфарктынан һуң йөрәктең клиник функциональ һәм психоэмоциональ торошоноң гендер айырмалары, хроник йөрәк етешмәүсәнлеге менән сирләгән пациенттарҙа морфофункциональ күрһәткестәр өйрәнелә[1][8][9].

Фәнни эшмәкәрлеге ваҡытында ул менопаузанан һуң ҡатын-ҡыҙҙарҙа артериаль гипертензия барышы үҙенсәлектәрен һәм моксонидин менән комплекслы терапияның гемодинамик һәм метаболитик эффекттарын һәм артериаль гипертензия менән менопаузанан һуң ҡатын-ҡыҙҙарҙа гормонды алмаштырыу терапияһын өйрәнә[1].

Гөлназ Дадашова бер нисә дәреслектең, методик материалдарҙың һәм бер нисә монографияның, шул иҫәптән 2022 йылда Мәскәүҙә нәшер ителгән «Хроник йөрәк етешмәүсәнлегенең хәҙерге заман аспекттары»ның авторы һәм авторҙашы.

Ул 2016—2017 йылдарҙа Европа кардиологтар йәмғиәте ойошторған Otrimize HF Хроник йөрәк етешмәүсәнлеге Әзербайжан регистрының төп координаторы һәм Әзербайжан кардиология йәмғиәтенең (AKC) Йөрәк-ҡан тамырҙары фармакологияһы эшсе төркөмө башлығы булып тора[1].

Спикер булараҡ ҡатнашҡан халыҡ-ара саралар:[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Артериаль гипертензия буйынса XXI Халыҡ-ара конгресс (2008 й., Берлин)
  • Йыл һайын үткәрелеүсе йөрәк етешмәүсәнлеге буйынса Европа конгресы (2009 й., Ницца)
  • Артериаль гипертензия буйынса IX Европа конгресы (2009 й., Милан)
  • Артериаль гипертензия буйынса XX Халыҡ-ара конгресс (2010 й., Осло)
  • Йөрәк етешмәүсәнлеге буйынса III Бөтә Донъя конгресы (2012 й., Истанбул)
  • Фәнни конгресс (2014 й., Ташкент)
  • Гипертония буйынса берләшкән Халыҡ-ара һәм Европа конгресы (2014 й., Афина)
  • «Ашығыс кардиология мәсьәләләре 2014: фәндән практикаға» VI Бөтә Рәсәй форумы (2014, Мәскәү)
  • Артериаль гипертензия буйынса XXV Европа конгресы (2015, Милан)
  • Йыл һайын үткәрелеүсе Европа йөрәк етешмәүсәнлеге конгресы һәм II Бөтә Донъя киҫкен йөрәк етешмәүсәнлеге конгресы (2009 й., Севилья)
  • IV Халыҡ-ара кардиологтар һәм терапевтар форумы (2015, Мәскәү)
  • Кавказ кардиологтары һәм терапевтарының V ғилми-белем биреү конференцияһы (2015 й., Нальчик)
  • Әзербайжан кардиология йәмғиәтенең IV Конгресы (2015, Баҡы)
  • Әзербайжан кардиология йәмғиәтенең 5-се Конгресы (2016, Баҡы)
  • Йөрәк етешмәүсәнлеге буйынса 4-се Халыҡ-ара конгресс (2017 йыл), Париж)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Direktor, tibb elmləri doktoru, professor Gülnaz Dadaşova (әзерб.). ETKİ. Дата обращения: 7 февраль 2023. Архивировано 3 сентябрь 2022 года.
  2. 2,0 2,1 Azərbaycan Tibb Universiteti | t.e.d., ass. Dadaşova G. M. amu.edu.az. Дата обращения: 7 февраль 2023.
  3. Hipertoniya. www.hypertension2021.uptodate.az. Дата обращения: 8 февраль 2023.(недоступная ссылка)
  4. ГЮЛЬНАЗ МАХИР гызы ДАДАШОВА. ГЕНДЕРНЫЕ ОСОБЕННОСТИ ХРОНИЧЕСКОЙ СЕРДЕЧНОЙ НЕДОСТАТОЧНОСТИ, ВОЗМОЖНОСТИ УЛУЧШЕНИЯ ДИАГНОСТИКИ И МЕДИКАМЕНТОЗНОЙ ТЕРАПИИ. Дата обращения: 12 февраль 2023. Архивировано 12 февраль 2023 года.
  5. Bakıda Zəfər Gününə həsr edilmiş Elmi konfrans başa çatıb (FOTO). 2022-11-10 (әзерб.). Trend.Az. Дата обращения: 8 февраль 2023. Архивировано 8 февраль 2023 года.
  6. Elmi Tədqiqat Kardiologiya İnstitutunun 40 illiyi ilə bağlı elmi-praktiki konfrans keçirilir (әзерб.). azertag.az. Дата обращения: 8 февраль 2023. Архивировано 16 июнь 2019 года.
  7. "Heydər Əliyev İli" çərçivəsində Səhiyyə Nazirliyinin Kardiologiya İnstitutu tərəfindən "Kardioonkologiya: problemə müasir baxışlar" mövzusunda Beynəlxalq elmi-praktik konfransın açılış mərasimi keçirilib (әзерб.). sehiyye.gov.az. Дата обращения: 8 февраль 2023. Архивировано 8 февраль 2023 года.
  8. 8,0 8,1 Author Page for Gulnaz Dadashova :: SSRN (ингл.). papers.ssrn.com. Дата обращения: 9 февраль 2023. Архивировано 9 февраль 2023 года.
  9. 9,0 9,1 Doctor Gulnaz Dadashova (ингл.). esc365.escardio.org. Дата обращения: 9 февраль 2023. Архивировано 9 февраль 2023 года.