Эстәлеккә күсергә

Дауытов Зиҡәф Нәби улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дауытов Зиҡәф Нәби улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 май 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Бөҙрөш, Яңауыл районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 4 ғинуар 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Дауытов Зиҡәф Нәби улы (1 май 1935 йыл — 4 ғинуар 2020 йыл[1]) — Өфө нефть эшкәртеү заводының көкөрт-кислоталы алкилирлау ҡуйыусы операторы, Социалистик Хеҙмәт Геройы. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1971).

Зиҡәф Нәбиулы Дауытов 1935 йылдың 1 майында БАССР-ҙың Яңауыл районы Бәҙрәш ауылында тыуа.

Белеме — урта махсус, 1972 йылда Өфө нефть техникумын тамамлай.

Хеҙмәт юлын 1954 йылда Черниковканың 5-се һөнәрселек училищеһын таммалағандан һуң Өфө нефть эшкәртеү заводында башлай. Һуңынан оператор булып эшләй, 1966 йылдан— өлкән оператор.

1962 йылда 3. Н. Дауытов дизель яғыулығын катализатор ярҙамында көкөртһөҙләндереү заводында яңы производствоны үҙләштереүҙә әүҙем ҡатнаша Бындай төр ҡоролма ватан сәнәғәтендә беренсе тапҡыр ҡуйыла. З. Н. етәкләгән коллективтың эшкә ижади ҡарауы һөҙөмтәһендә һигеҙенсе биш йыллыҡта (1966—1970) ҡоролманың ҡеүәте бер ярым тапҡырға арта.

3. Н. Дауытов 19 рационализаторлыҡ тәҡдиме индерә, уларҙы индереү һөҙөмтәһендә 20 мең һумдан ашыу аҡса экономиялана. Үҙенең бай һөнәри тәжрибәһен хеҙмәттәштәре менән бүлешә. 1966—1970 йылдарҙа 18 йәш операторға һөнәр үҙләштерергә ярҙам итә.

Биш йыллыҡ план заданиеларын үтәүҙәге уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 20 апрелендәге указы менән З. Н. Дауытовҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1998 йылға тиклем заводта эшләй, вафат булғанға тиклем Өфөлә йәшәй.

3. Н. Дауытовтың исеме СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте министрлығының Почет китабына, Башҡорт АССР-ының Хеҙмәт Даны китабына индерелгән.