Эстәлеккә күсергә

Дауытов Шаһиәхмәт Мөхәмәтдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дауытов Шаһиәхмәт Мөхәмәтдин улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 15 апрель 1894({{padleft:1894|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Сермән ауылы, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 15 ноябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (43 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Ойошма ағзаһы СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты[d]

Дауытов Шаһиәхмәт Мөхәмәтдин улы (15 апрель 1894 йыл27 ноябрь 1937 йыл) — дәүләт эшмәкәре. 1934—1937 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесенең 1-се урынбаҫары. СССР-ҙың 5—7 саҡырылыш Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы, Советтарҙың 4—6-сы Бөтә Союз, Советтарҙың 13-16-сы Бөтә Рәсәй съездары, 2—5‑се Бөтә Башҡорт съездары делегаты. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Шаһиәхмәт Мөхәмәтдин улы Дауытов 1894 йылдың 15 апрелендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙенең (хәҙерге Белорет районы) Сермән ауылында тыуған.

1915—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1917 йылда прапорщик званиеһын ала.

1918 йылдың декабренән 1918 йылдың октябренә тиклем РКП (б) ағзаһы була. 1919 йылдың июнендә был партияға яңынан инә.

1918 йылдың ғинуар-август айҙарында Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмаларының Сермән дружинаһы (БОНВ) командиры була, бер үк ваҡытта, март-август айҙарында — Белорет дружинаһының штабы начальнигы һәм Белорет хәрби-революцион комитетының ағзаһы була.

1918 йылдың авгусында аҡ гвардиясылар тарафынан ҡулға алына һәм атыуға хөкөм ителә. Ҡасҡандан һуң йәшеренеп йөрөй, ә 1919 йылдың апрель-июнь айҙарында Рус армияһында хеҙмәт итә.

1919 йылдың ноябренән 1921 йылдың авгусына тиклем һәм 1925—1927 йылдарҙа Тамъян-Ҡатай кантоны башҡарма комитеты рәйесе була.

1921 йылдың август-декабрендә Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының Эшсе-крәҫтиән инспекцияһы халыҡ комиссары.

1922—1925 йылдарҙа — Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты Президиумының секретары. Шул уҡ ваҡытта, 1922—1923 йылдарҙа, Йылайыр кантон башҡарма комитеты рәйес булып тора.

1925 йылда 2‑йыллыҡ уҡытыусылар курстарын тамамлай.

1927 йылдан БАССР‑ҙың социаль тәьминәт, ә 1928 йылдан — игенселек буйынса халыҡ комиссары.

1930 йылдан Бөтә Союз Үҙәк Башҡарма Комитеты эргәһендә Башҡорт АССР-ының вәкиле булып эшләй.

1934 йылдан Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесенең 1-се урынбаҫары, БАССР Дәүләт план комитеты президиумы рәйесе.

СССР-ҙың 5—7 саҡырылыш Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы, Советтарҙың 4—6-сы Бөтә Союз, Советтарҙың 13-16-сы Бөтә Рәсәй съездары, 2—5‑се Бөтә Башҡорт съездары делегаты.

Шаһиәхмәт Дауытов 1937 йылдың 4 авгусында ҡулға алына һәм 58-2, 58-8 и 58-10 статьялары буйынса хөкөм ителә. 1937 йылдың 27 ноябрендә атып үлтерелә. 1956 йылдың майында аҡлана[1].

  • Агишева Г. И. «Подснежники» 37‑го //Возвращённые имена. Уфа, 1991.
  • 1923—1937 йылдарҙа Сермәндәге колхоз Дауытов Шаһиәхмәт исемен йөрөтә (М. И. Калинин тәҡдиме буйынса).
  • Сермәндә уның исемендәге урам бар.