Эстәлеккә күсергә

Джайпур келәмдәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Jaipur Rugs
Тип

Социаль эшҡыуарлыҡ предприятиеһы

Нигеҙләнгән

1999

Уранлашыуы

Джайпур, Һиндостан

Төп фигуралар

Нанд Кишор Чодри

Тармаҡ

Туҡыу сәнәғәте

Әйләнеш

250 млн. дол.[1]

Сайт

http://www.jaipurrugsco.com/

Джайпур келәмдәре (Jaipur Rugs) — Һиндостан компанияһы, ебәктән һәм йөндән ҡул менән туҡылған келәмдәр етештерә. 1999 йылда Джайпурҙа нигеҙләнгән[2]. Һиндостандың 8 штатында эшмәкәрлек алып бара, компанияға 600 һинд ауылындағы 40 000-ләп һөнәрсе эшләй[3].

Һиндостанда ҡулдан туҡылған келәмдәр етештереү баҙары лидерҙарының береһе[1], тауарын сит илдәргә һата. Компанияның тура социаль йүнәлгәнлеге Һиндостанда фәҡирлек менән көрәшкә ҙур ыңғай йоғонто яһай[3]. Компанияның слоганы — «Йәмғиәткә хеҙмәт итеү».

Ғәҙәттә туҡылған келәм-балаҫтар баҙары һөнәрсе менән һатыусы компаниянан тыш улар араһындағы аралашсылар селтәренән дә тора, аралашсылар тауар хаҡына ла, һөнәрсенең эшенә хаҡ түләүгә лә (быныһын ныҡ түбән билдәләп) йоғонто яһай.

1999 йылда Джайпур келәмдәре компанияһын асып, Нанд Кишор Чодри Һиндостан штаттарының бер нисәһендә, аралашсыларһыҙ эш итеп, хәлде үҙгәртергә була, бының һөҙөмтәһендә баҙарҙа келәм хаҡын кәметеү, ә һөнәрселәргә эш хаҡын арттырыу күҙҙә тотола.

Социаль эшҡыуарлыҡ моделен төҙөп, компанияны аяҡҡа баҫтырған тәүге осорҙа ул бөтә иғтибарын урындарҙағы һөнәрселәр менән бәйләнеш урынлаштырыуға йүнәлтә, уларға үҙ бренды аҫтында баҙарға туранан-тура сығыу мөмкинлеген бирә[3].

Чодри тырышлығы арҡаһында ирҙәрҙең келәм туҡыу эшмәкәрлеге эксплуатацияланыусы хеҙмәт булыуҙан туҡтай[3]. Компания эшләгән концепцияға ярашлы, туҡыусылар хәүефһеҙлек техникаһы менән таныштырыла, эш материалы менән тәьмин ителә, уларға үтемле дизайн моделдәре тәҡдим ителә, кәңәшсе-тәрбиәселек индерелә һәм әҙер продукцияға контроль тормошҡа ашырыла[3].

Бизнес-модель һөнәрселәр араһында йылдам таралыу таба, 1999 йылда 200 станоктан башланһа, 2014 йылға улар һаны 8000-гә етә[4].

Компания менән йәмғеһе 40 000 һөнәрсе хеҙмәттәшлек итә, эшмәкәрлек Һиндостандың Раджастхан, Гуджарат, Сикким, Көнбайыш Бенгал, Джаркханд, Орисса, Нагаленд һәм Биһар штаттарында алып барыла[1].

Компанияны нигеҙләүсегә Һиндостандың келәм сәнәғәтендәге «Ганди» ҡушаматы бирелә[5].

Компания продукцияһын донъяның 40 иленә сығара, улар араһында иң эреләре: АҠШ, Австралия, Канада, Греция, Германия, Испания[1].

  • CNBC TV18 Emerging India Award 2014 премияһы, йәмғиәткә файҙалы эшмәкәрлек өсөн[6].
  • NASSCOM-дың Социаль инновациялар 2014 премияһы, мәғлүмәт һәм коммуникация технологияларына социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән яңылыҡтар индергән өсөн[7].
  • IndiaMART’тың Leaders Of Tomorrow Awards 2013 премияһы, бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтергәндәге ҡаҙаныштар өсөн[8].
  • The Times of India’ның Social Impact Award 2012 премияһы, Һиндостандың алыҫ төбәктәрендә йәшәгән фәҡирҙәргә аҡса эшләү мөмкинлеген биргән өсөн[9].