Эстәлеккә күсергә

Джон Локк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Джон Локк
John Locke
Джон Локк Готфрид Кнеллер портретында
Джон Локк Готфрид Кнеллер портретында
Тыуған көнө

29 август 1632({{padleft:1632|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Тыуған урыны

Рингтон, Сомерсет, Англия

Вафат көнө

28 октябрь 1704({{padleft:1704|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (72 йәш)

Вафат булған урыны

Эссекс, Англия

Мәктәп/традиция

Британия эмпиризмы

Йүнәлеше

Британия фәлсәфәһе

Осор

XVII быуат фәлсәфәһе

Основные интересы

Метафизика, эпистемология, сәйәси фәлсәфә, мәғариф

Значительные идеи

tabula rasa, «government with the consent of the governed»; state of nature; rights of life, азатлыҡ һәм милек

Оказавшие влияние

Платон, Аристотель, Фома Аквинский, Рене Декарт, Томас Гоббс

Испытавшие влияние

Джордж Беркли, Давид Юм, Иммануил Кант, АҠШ-ты нигеҙләүселәре, Артур Шопенгауэр һәм башҡа сәйәсмән-философтар

Джон Локк (ингл. John Locke; 29 август, 1632, Рингтон, Сомерсет, Англия — 28 октябрь, 1704, Эссекс, Англия) — британ педагогы һәм философы, эмпиризм һәм либерализм вәкиле. Сенсуализмды таратыусы. Уның идеялары эпистемологияға һәм сәйәси фәлсәфәгә ҙур йоғонто яһай. Локктың хаттары Вольтерға һәм Руссоға, Мәғрифәт осоро шотланд фекер эйәләренә и америка революционерҙарына ныҡ тәьҫир итә. Уның йоғонтоһо Америка бойондороҡһоҙлоҡ Декларацияһында ла сағылыш таба.

Ул аҡылды «таҙа таҡта» тип атай, йәғни, Декарттан айырмалы, кеше бер ниндәй идеяһыҙ тыуа, хистәр аша тыуған тәжрибә аша ғына белем килә, тип һанай.

1632 йылдың 29 авгусында ҙур булмаған Рингтон ҡаласығында адвокат ғаиләһендә тыуа (Англия, Бристоль эргәһе).

1646 йылда атаһының командиры (Оливер Кромвель етәкселек иткән парламент армияһында капитан) рекомендацияһы буйынса ул саҡтағы иң яҡшы тип иҫәпләнәгән Вестминстер мәктәбенә уҡырға алына.

1652 йылда Локк, иң яҡшы уҡыусыларҙан булараҡ, Оксфорд университетына уҡырға инә. 1656 йылда — бакалавр , ә 1658-ҙә — университетта магистр дәрәжәләрен ала.

1667 йылда Локк лорд Эшлиның йортонда табип һәм улының тәрбиәсеһе сифатында эшләй башлай. Шунан инде сәйәси хәрәкәттәрҙә лә ҡатнаша. "Дингә тигеҙ ҡараш тураһында мөрәжәғәттәр"ен яҙа башлай (баҫылған: 1-се — 1689 й., 2-се һәм 3-сө — 1692 й. (был өсәүһе — ҡултамғаһыҙ), 4-се — 1706 й., вафатынан һуң).

1668 йыл — Локк Король йәмғиәте ағзаһы, ә 1669 йылда — Советы ағзаһы. Локктың иң ҡыҙыҡһынған даирәләре — тәбиғи фәндәр, медицина, сәйәсәт, иҡтисад, педагогика, дәүләттең сиркәүгә мөнәсәбәте, выждан ирке һәм дин ирке мәсьәләләре.

1671 йыл — кеше аңының мөмкинлектәрен өйрәнеүгә ныҡлы тотонорға ҡарар итә. 16 йыл «Кеше аңы тураһында тәжрибә» тигән хеҙмәт өҫтөндә эшләй.

1672 һәм 1679 йылдарҙа— Локк Англияның юғары хөкүмәт учреждениеларында яҡшы вазифаларға саҡырыла. 1675 йыл аҙағынан 1679 йыл урталарынса ауырыуы арҡаһында Францияла йәшәй.

1683 йылда Голландияға күсенә. 1688—1689 йылдарҙа Англияла революция була һәм Локк өсөн юл асыла- Вильгельм III Оранский Англия короле булып китә. Улар фекерҙәш була, 1689 йылда Локк тыуған иленә ҡайта.

1690-се йылдарҙа Локк хөкүмәт эштәренән тыш фәнни һәм әҙәби ижад менән әүҙем шөғөлләнә. 1690 йылда «Кеше аңы тураһында тәжрибә», «Идара итеү тураһында ике трактат», 1693 йылда — «Тәрбиә тураһында уйҙар», 1695 йылда — «Христианлыҡтың фәһемлелеге» тигән хеҙмәттәре баҫыла.

1704 йылдың 28 октябрендә дуҫы- Дэмерис Мэшем исемле ҡатындың өйөндә астманан үлә.

Белемден нигеҙендә тәжрибә тора. Тәжрибә берҙән-бер үҙләштереүҙәрҙән тора. Үҙләштереү тойғоһонан (һиҙеү ағзалары аша килә) һәм рефлексиянан тора. Идеялар абстракт үҙләштереүҙәy аҡылда тыуа. Tabula rasa төп ҡағиҙәһе (принцип): һиҙеү ағзалары аша аҡылда әкренләп мәғлүмәт йыйыла.

Эмпирия төп ҡағиҙәһе (принцип): һиҙеү-тойғоуҙың аҡылдан алда булыуы.

Локктың фәлсәфәһенә Рене Декарт ныҡ тәьҫир итә. Рене Декарт Локтын гносеология күренештәрҙен нигеҙе.

Локк был йәһәттән Декарттың тәғлимәтен тулыһынса ҡабул итә; иң дөрөҫ хәҡиҡәт — йәшәйешебеҙҙең интуитив хәҡиҡәте тип һанай[1].

Педагогик идеялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джон Локк эмпирик- сенсуалистик донъяны танып-белеү теорияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Локк кешенең тыумыштан бирелгән идеялары юҡ тип иҫәпләй. Ул— «Tabula rasa» (таҙа таҡта) һәм донъяны үҙенең эске тәжрибәһе аша ҡабул итергә әҙер булып тыуа (рефлексия).

«Кешеләрҙең ундан туғыҙы тәрбиә арҡаһында ғына әле ниндәй булһалар, шундайға әйләнә». Тәрбиәлә иң мөһим мәсьәләләр: холоҡ (характер) формалаштырыу, ихтыяр үҫеше,әхлаҡи тәртипкә өйрәтеү.Тәрбиә маҡсаты— джентльмен тәрбиәләү; Англия джентельмены эштәрен алдан уйлап, аҡыллы итеп алып бара, эшлекле, йүнсел, кеше менән ипле, матур мөғәлләмә итә белә. Локк фекеренсә, тәрбиәнең төп маҡсаты — сәләмәт тәндә сәләмәт рух ("бына был донъяла бәхетле булыуҙың ҡыҫҡа, ләкин тулы һүрәтләнеше ")[2].

Джон Локк, рәссам Готфрид Кнеллер

Ул файҙа һәм айыҡ аҡылға нигеҙләнгән (прагматизм һәм рацонализм) джентельмен тәрбиәләү системаһын эшләп сығара. Был системаның төп һыҙаты— утилитаризм: һәр нәмә тормошҡа әҙерләргә тейеш. Локк уҡытыуҙы әхлаҡи һәм физик тәрбиәнән айырып ҡарамай. Тәрбиә ул- физик һәм әхлаҡи ғәҙәттәр, аҡыл һәм ихтыяр ғәҙәттәрен булдырыу. Физик тәрбиәнең маҡсаты — тәнде рухҡа буйһонған ҡоралға әйләндереү; рухи тәрбиә һәм уҡытыуҙың маҡсаты- үҙ-үҙеңде һәр саҡ аҡыллы йән эйәһе үҙ дәрәжәһен нисек белергә тейеш, шулай тоторға өйрәтергә. Локк балаларҙы үҙ- үҙен күҙәтергә, тыя һәм еңә белергә өйрәтергә кәрәк тигән фекерҙе күп тапҡыр ҡабатлай[1].

Джентельмен тәрбиәләү түбәндәгеләрҙән ғибәрәт (тәрбиә төшөнсәһенә ингән бар нимә лә бер-береһе менән бәйле булырға тейеш) :

Физик тәрбиә: тән сәләмәтлегенә булышлыҡ итә, ҡыйыулыҡ һәм ныҡышмалылыҡ тәрбиәләй. Һаулыҡты нығытыу, саф һауа, ябай аҙыҡ,тәнде сыныҡтырыу,ҡаты режим, күнекмәләр, уйындар.

Аҡыл тәрбиәләү холоҡто, белемле, эшлекле кеше үҫтереү ихтыяжына буйһондоролорға тейеш .

Дини тәрбиәне балаларҙы дини йолаларға өйрәтеүгә түгел, ә Аллаға һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләүгә йүнәлтергә кәрәк.

Әхлаҡи тәрбиә—ләззәт алыуҙан баш тартырлыҡ, үҙ теләктәреңә ҡаршы барырлыҡ һәләт үҫтереү һәм һәр саҡ аҡылың кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға өйрәтергә. Үҙ-үҙеңде яҡшы тотоу, нәзәҡәтле тәртип ҡағиҙәләре күнекмәләре .

Хеҙмәт тәрбиәһе һөнәргә өйрәнеүҙән тора (балта оҫтаһы, токарь). Хеҙмәт эшһеҙ, бушты бушҡа ауҙарып йәшәүҙән ҡотҡара.

Төп дидактика принцибы — уҡытҡанда балаларҙың ҡыҙыҡһыныуын һәм белемгә ынытылышын иҫәпкә алырға. Төп тәрбиә сараһы- үрнәк һәм мөхит. Тотороҡло ыңғай ғәҙәттәр яғымлы һүҙҙәр һәм тыныс, баҫалҡы өгөт-нәсихәт аша тәрбиәләнә. Физик яза тик ғәҙәттән тыш әҙәпһеҙ һәм даими буйһонмаған осраҡтарҙа ғына ҡулланыла. Ихтыяр ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнеү аша тәрбиәләнә, быға физик күнегеүҙәр һәм сынығыу ярҙам итә. Нимәгә уҡытырға: уҡыу, яҙыу, һүрәт төшөрөү, география, этика, тарих, хронология, бухгалтерия, туған тел, француз теле, латин теле, арифметика, геометрия, астрономия, фехтование, һыбай йөрөү, бейеү, әхлаҡ, гражданлыҡ хоҡуғының төп өлөштәре, риторика, логика, натурфилософия, физика — белемле кеше шуларҙы белергә тейеш. Быға тағы ниндәй ҙә булһа һөнәргә өйрәнеүҙе өҫтәргә кәрәк[1][3].

Джон Локктың философик, ижтимағи һәм сәйәси, педагогик идеялары педагогика фәне үҫешендә үҙенә бер дәүер була. Уның уй-фекерҙәрен XVIII быуат Франция аҡыл эйәләре ары дауам итә, Иоганн Генрих Песталоцци һәм XVIII быуат рус уҡымышлылары эшмәкәрлегендә ҡулланыш таба, улар Локкты «кешелектең иң аҡыллы уҡытыусылары» иҫәбенә индерә (М. В. Ломоносов)[4].

Локк үҙе йәшәгән дәүерҙәге педагогик системаның етешһеҙлектәрен күрһәтә:мәҫәлән, уҡыусыларҙы латин телендә телмәрҙәр һәм шиғырҙар яҙҙырға мәжбүр итеүгә ҡаршы сыға. Уҡытҡанда күргәҙмә әсбаптар, төрлө әйберҙәр ҡулланылырға тейеш, ул аңлайышлы, мәктәп терминологияһыҙ булырға тейеш. Локк классик телдәргә ҡаршы түгел; ул тик шул осорҙағы был телдәрҙе уҡытыу системаһына ҡаршы. Ҡорораҡ кеше булғанлыҡтан, үҙе тәҡдим иткән тәрбиә системаһында Локк шиғриәткә ҙур урын бирмәй[1].

Локктың «Тәрбиә тураһында уйҙар» тигән хеҙмәтенән ҡайһы бер идеяларҙы Жан-Жак Руссо үҙенә ала һәм «Эмиль, тәрбиә тураһында» романында иң киҫкен һығымталар яһай[1].

Тәбиғи хәл—үҙ милкең һәм ғүмереңде үҙең теләгәнсә ойоштороуҙа ирек һәм тигеҙлек. Был тыныслыҡ һәм изгелекле мөнәсәбәттә булыу. Тәбиғәт законы буйынса тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек ҡаралған .

Милеккә хоҡуҡ- тәбиғи хоҡуҡ; милек тип Локк ғүмер, азатлыҡ һәм мөлкәтте, шул иҫәптән, интеллектуаль милекте атай[5]. Локк фекеренсә, азатлыҡ- кешенең үҙ шәхесе менән теләгәнен эшләү, үҙ эштәрен…үҙенең бөтә милкен үҙе теләгәнсә ойоштора алыу ирке». Азатлыҡ, уныңса, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй алыу хоҡуғын, ирекле хеҙмәт һәм уның һөҙөмтәләренә хоҡуҡты аңлата .

  • Азатлыҡ һәр кем «үҙ шәхесенең хужаһы» тип танылған осраҡта ғына була, тип аңлата Локк. Азатлыҡ хоҡуғы ниндәй ҙә булһа шәхси бәйлелекте инҡар итә (ҡол һәм ҡол биләүсе, крепостной крәҫтиән һәм феодал, ялсы һәм хужа, патрон һәм клиент мөнәсәбәттәре). Әгәр Локк фекеренсә, ғүмергә хоҡуҡ ҡоллоҡто иҡтисади мөнәсәбәттәр булараҡ тыя икән, Тәүраттағы ҡоллоҡто ул тик хужаның ҡолға ауыр эш ҡушырға хоҡуғы тип кенә аңлата, ә кеше ғүмеренә һәм азатлығына түгел; азатлыҡҡа хоҡуҡ — сәйәси ҡоллоҡто, йәки деспотизмды инҡар итеү ул.

Аҡыллы йәмғиәттә бер кеше лә дәүләт башлығының ғына түгел, дәүләттең йәки шәхси, дәүләт, хатта үҙе мөлкәтенең (йәки хәҙерге заманда Локктан айырмалы милек тип йөрөтөлгән) ҡоло, вассалы йәки ҡуштан-хеҙмәтсеһе була алмай. Кешенең законға һәм ғәҙеллеккә генә хеҙмәт итеүе мөмкин[6].

Конституциялы монархия һәм йәмәғәт килешеүе теорияһын яҡлай.

Локк —граждандар йәмғиәте һәм хоҡуҡи демократик дәүләт теорияһына нигеҙ һалыусы (король һәм лордтарҙың закон алдында яуаплылығы тураһында).

Тәүге булып, власты закондар сығарыу, башҡарма һәм федеративҡа бүлеү ҡағиҙәһен (принцип) тәҡдим иткән. Федератив власть һуғыш һәм солох иғлан итеү, дипломатия мәсьәләләре, берләшмәләр һәм коалицияларҙа ҡатнашыу менән шөғәлләнә[7].

Дәүләт тәбиғи хоҡуҡтарҙы (ғүмер, азатлыҡ, мөлкәт) һәм закондарҙы (солох һәм хәүефһеҙлек) яҡлау өсөн булдырылған, ул тәбиғи хоҡуҡҡа һәм законға ҡаршы төшөргә тейеш түгел, ул тәбиғи хоҡуҡты ышаныслы итеп яҡлай алырлыҡ итеп ойошторолорға тейеш.

Демократик революция идеяларын эшләп сығарыу өҫтөндә эшләгән. Локк халыҡтың тәбиғи хоҡуҡҡа һәм халыҡ азатлығына ҡул һуҙған залим (тиран) власҡа ҡаршы сығырға хоҡуғы бар һәм ул ҡаршы сығырға тейеш тип иҫәпләй.

Шуға ҡарамаҫтан, Локк шул дәүерҙәге иң эре ҡолдар менән һатыу итеүселәрҙең береһе булған. Ул хатта Төньяҡ Америка ерле халҡының (индеецтар) ерҙәрен тартып алыуҙы фәлсәфәүи яҡтан нигеҙләй. Хәҙерге фәндә уның иҡтисади ҡоллоҡҡа ҡараштарын йә Локктың антропологияһының дауамы, йә уның ҡапма-ҡаршылыҡлы булыуы дәлиле итеп баһалайҙар[8][9][10].

Локк бигерәк тә демократик революция принциптарын эшләүе менән билдәле. «Халыҡтың тиранияға ҡаршы күтәрелергә хоҡуғы» «1688 йылғы данлы революция тураһында уйҙар» тигән хеҙмәтендә бигерәк тә эҙмә-эҙлекле итеп ҡарала, унда асыҡтан -асыҡ "Инглиздәрҙең азатлығын кире тергеҙеүсе король Вильгельмдың тәхетен нығытырға һәм уның хоҡуҡтары- халыҡ ихтыяры тиергә һәм донъяла инглиз халҡын уның яңы революция яһаған өсөн яҡлап сығырға " тип яҙылған .

Хоҡуҡи дәүләт нигеҙҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәйәсмән яҙыусы Локк нигеҙендә кеше азатлығы ятҡан дәүләт төҙөргә теләгән йүнәлешкә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Роберт Фильмер "Патриарх"ында сикләнмәгән король власын патриархаль башланғысҡа бәйләп, яҡлап сыға; Локк быға ҡаршы була һәм дәүләтте булдырыуҙы бөтә граждандарҙың ризалығы менән ике яҡлы килешеү төҙөү менән бәйләй, был осраҡта улар үҙ байлығын үҙҙәре һаҡлау һәм законды боҙоусыларҙы үҙҙәре хөкөм итеүҙән баш тартып, был хоҡуҡты дәүләткә бирә. Хөкүмәт дөйөм азатлыҡ һәм милекте һаҡлау өсөн булдырылған закондарҙы теүәл үтәү өсөн һайланған кешеләрҙән тора. Дәүләткә ингән кеше тик ошо закондарға ғына буйһона, ә сикләнмәгән властың башбаштаҡлығына һәм көйөнә түгел.

Деспотизм хәле тәбиғи хәлгә ҡарағанда насарыраҡ, сөнки һуңғы осраҡта һәр кем үҙ хоҡуҡтарын һаҡлай ала, ә деспот булғанда бындай азатлыҡ юҡ. Килешеүҙе боҙоу халыҡҡа үҙенең юғары хоҡуғын кире талап итергә мөмкинлек бирә. Был төп ҡағиҙәнән сығып, дәүләт ҡоролошоноң эске формаһы төҙөлә.

Дәүләткә власть ни өсөн бирелә :

Закондар сығарыу власы, йәғни төрлө енәйәт өсөн төрлө кимәлдәге яза билдәләү тураһында закон сығарыу;

Башҡарма власть, йәмғиәт ағзаларына эшләгән енәйәттәр өсөн яза биреү;

Һуғыш һәм солох хоҡуғы, йәғни йәмғиәткә тышҡы дошмандар насарлыҡ эшләгәндә, уларҙың кәрәген биреү өсөн[1].

Ләкин былар барыһы ла дәүләткә тик граждандарҙың милкен (байлығын) һаҡлар өсөн бирелә. Закондар сығарыу власын Локк юғары власть тип иҫәпләй, сөнки ул башҡалар менән етәкселек итә. Ул йәмғиәт тарафынан кемгә бирелгән, шулар ҡулында изге һәм ҡағылғыһыҙ, ләкин сикһеҙ түгел:

Уның граждандарҙың ғүмере һәм мөлкәте өҫтөнән абсолют, сикләнмәгән (ирекле) власы юҡ. Был уға һәр бер йәмғиәт ағзаһы тарафынан бирелгән хоҡуҡтар менән генә файҙалана ала тигәнде аңлата, ә тәбиғи хәлдә бер кемдең дә үҙ ғүмере, башҡа кеше ғүмере һәм мөлкәте өҫтөнән власы юҡ. Кешегә тыумыштан бирелгән хоҡуҡтар үҙҙәрен һәм башҡаларҙы һаҡлау өсөн кәрәк булған нәмәләр менән сикләнә; дәүләт власына ошонан артыҡты бер кем дә бирә алмай.

Закон сығарыусы махсус һәм ирекле (сикләнмәгән) ҡарарҙар сығарыу юлы менән бара алмай; ул тик бар кеше өсөн дә бер иш булған тотороҡло закондарға таянып ҡына идара итә ала. Ирекле (сикләнмәгән) власть граждандар йәмғиәте менән бергә йәшәй алмай (монархия ғына түгел, башҡа идара итеү төрө булғанда ла).

Юғары власть кемдең дә булһа милкенең берәй өлөшөн уның ризалығынан башҡа тартып ала алмай, сөнки кешеләр йәмғиәткә милектәрен һаҡлау өсөн ойоша, был милек менән хөкүмәт ирекле (үҙе теләгәнсә) идара итә башлаһа, ул элеккегә ҡарағанда насарыраҡ хәлгә килер ине. Шуға хөкүмәт халыҡтың күпселегенең, йәғни уның вәкилдәренең ризалығынан башҡа һалымдар йыя алмай .

Закон сығарыусы орган үҙ власын башҡалар ҡулына бирә алмай; был хоҡуҡ тик халыҡ ҡулында. Закон сығарыу даими эшмәкәрлек талап итмәй, шуға дөрөҫ ойошторолған дәүләттәрҙә ул йыйылышып закон сығарыусы кешеләр ҡулына тапшырыла, улар закон сығарғандан һуң таралышалар һәм үҙҙәре сығарған ҡарарҙарға буйһоналар[1].

Сыҡҡан закондарҙы башҡарыу туҡтап тора алмай; шуға уны даими эшләүсе органдарға тапшыралар. Уларға шулай уҡ федератив власть та бирелә («federative power», йәки һуғыш менән солох хоҡуғы); ул башҡарма властан айырылып торһа ла, уларҙы бер үк йәмғиәттәге көстәр башҡарғанлыҡтан, улар өсөн айырым органдар булырыу уңайһыҙ булыр ине. Король — башҡарма һәм федератив власть башлығы. Уның закондар менән алдан билдәләмәген, көтөлмәгән осраҡтарҙа йәмғиәт файҙаһына эштәр эшләргә айырым хоҡуҡтары бар[1].

Локк — конституционализм теорияһына нигеҙ һалыусы[1].

«Дини һыйышып йәшәү тураһында» («Письма о веротерпимости (инг.)баш.») һәм «Христиан диненең аҡыллылығы, Изге яҙмала һүрәтләнгәнсә» («Разумность христианства, каким оно представлено в Священном Писании») тигән хеҙмәттәрендә Локк дини һыйышып йәшәү идеяһын ысын күңелдән яҡлай. Ул христианлыҡтың нигеҙе Ҡотҡарыусыға (Мессия) ышаныуҙан ғибарәт, быны апостолдар (Иисустың уҡыусылары) тәүге сиратта йәһүд христиандарҙан һәм мәжүсиҙәрҙән талап итә. Локк бынан ниндәй ҙә булһа сиркәүгә өҫтәнлөк бирмәҫкә кәрәк тигән һығымта яһай, сөнки Ҡотҡарыусыға ышаныу бөтә йүнәлештәге христиандарҙы ла берләштерә. Мосолмандар, йәһүдтәр, мәжүсиҙәр юғары әхлаҡлы кеше булыуы мөмкин, тик әхлаҡлы булыу өсөн уларға христиандарға ҡарағанда күберәк көс һалырға тура килә. Локк ҡәтғи итеп сиркәүҙең дәүләттән айырылыуын талап итә. Дәүләт,Локк фекеренсә, дини ойошма әҙәпһеҙ һәм енәйәти эштәргә этәргәндә генә, үҙ граждандарының намыҫы һәм динен хөкөм итә ала[1].

1688 йылда яҙылған проект буйынса, Локк бер ниндәй донъяуи мөнәсәбәттәр һәм дини бәхәстәр арҡаһында боларышмаған христиан ойошмаһы идеалын күҙ алдына килтерә. Бында ул тағы ла Алланың үҙен танытыуы (откровение)—диндең нигеҙе, ләкин башҡа төрлө фекерҙәр булғанда, уларға тыныс ҡарарға кәрәк тип иҫәпләй. Ғибәҙәт ҡылыу ысулдарын һәр кем үҙе һайлай ала. Был мәсьәлә буйынса Локк тик католиктарға һәм атеистарға ғына икенсе төрлө ҡарай. Католиктарҙың Рим папаһы бар һәм ул— дәүләт эсендәге дәүләт, шуға күрә улар йәмғиәт тыныслығы һәм азатлығы өсөн ҡурҡыныс. Алланы инҡар итеүсе атеистар менән ул килешмәй, сөнки ул үҙе Алланы таныу төшөнсәһен бар күңеле менән ҡабул итә[1].

Иң мөһим әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Письма о веротерпимости (A Letter Concerning Toleration) (1689).
  • Опыт о человеческом разумении (Essay Concerning Human Understanding) (1690).
  • Второй трактат о гражданском правлении (The Second Treatise of Civil Government) (1690).
  • Некоторые мысли о воспитании (Some Thoughts Concerning Education) (1693).
  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; ЭСБЕ төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  2. Джуринский А. Н. История зарубежной педагогики: Учебное пособие. — М., 1998.
  3. Коджаспирова Г. М. История образования и педагогической мысли: таблицы, схемы, опорные конспекты. — М., 2003. — С.71.
  4. История педагогики и образования: От зарождения воспитания в первобытном обществе до конца XX в.: Учебное пособие для педагогических учебных заведений / Под редакцией А. И. Пискунова. — М., 2001.
  5. Человек обязан «охранять свою собственность, то есть жизнь, свободу и имущество». В другом месте работы «Два трактата о правлении» английский философ повторяет эту же мысль: люди, — пишет он, — объединяются «ради взаимного сохранения своих жизней, свобод и владений, что я называю общим именем „собственность“.
  6. Локк Дж. Указ. соч. С. 28.
  7. Имелась в виду фактическая федерация Англии (включая Уэльс), Ирландии и Шотландии изначально благодаря личной унии —эту унию должна была дополнить и единая федеративная власть.
  8. Glausser W. Three Approaches to Locke and the Slave Trade // Journal of the History of Ideas. — 1990. — Т. 51. — № 2. — С. 199—216.
  9. John Locke Against Freedom | Jacobin. www.jacobinmag.com. Дата обращения: 8 сентябрь 2016.
  10. Locke's Lapses.
  • Заиченко Г. А. Объективность чувственного знания: Локк, Беркли и проблема «вторичных» качеств // Философские науки. — 1985. — № 4. — С. 98-109.