Әхмәтйәнов Динир Әсғәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Динир Асгатович Ахмедьянов битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әхмәтйәнов Динир Әсғәт улы
Эшмәкәрлек төрө:

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең етәксе урынбаҫары (2017)[1].

Тыуған көнө:

28 октябрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (61 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районы, Ҡырҙас ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Әхмәтйәнов Динир Әсғәт улы (28 октябрь 1957) — Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең етәксе урынбаҫары (2017)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Динир Әсғәт улы Әхмәтйәнов 1957 йылдың 28 октябрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылында тыуған.

Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, Урал социаль идара һәм политология институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1979 йылда ВЛКСМ-дың Әбйәлил район комитетында ойоштороу бүлеге инструкторы булып башлай.

  • 1980—1981 йылдарҙа — халыҡ депутаттарының Амангилде ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе.
  • 1981—1987 йылдарҙа — «Заветы Ильича» колхозының партком секретары.
  • 1987—1990 йылдарҙа — КПСС-тың Әбйәлил район комитетының ауыл хужалығы бүлеге мөдире, ойоштороу бүлеге инструкторы, II секретары.
  • 1990—1991 йылдарҙа — Свердловск Юғары партия мәктәбенең көндөҙгө бүлеге тыңлаусыһы, РСФСР Коммунистар партияһының Әбйәлил район комитетының беренсе секретары.
  • 1991—1992 йылдарҙа — халыҡ депутаттарының Әбйәлил район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.
  • 1992—1995 йылдарҙа — Әбйәлил районының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы начальнигы урынбаҫары, «Красная Башкирия» яуаплылығы сикләнгән ширҡәте директоры.
  • 1995—2008 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Аграр мәсьәләләр, аҙыҡ-түлек, экология, тәбиғәт ресурстары һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет рәйесе урынбаҫары.
  • 2008—2011 йылдарҙа — Өфөнөң Ленин районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе.
  • 2011 йылдың майынан алып 21 июненә тиклем — Бөрйән районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.[2]
  • 2011 йылдың 21 июненән алып 2014 йылдың 29 майына тиклем Бөрйән районы хакимиәте башлығы.
  • 2014 йылдың 29 майынан — 2017 йылдың 21 октябренә тиклем Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры.
  • 2017 йылдың 21 октябренән — Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең етәксе урынбаҫары (2017)[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]