Эстәлеккә күсергә

Талхина Динә Азат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Динә Талхина битенән йүнәлтелде)
Динә Талхина
Исеме:

Талхина (Хафизова) Динә Азат ҡыҙы

Тыуған көнө:

27 июль 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны:

Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мәтәл ауылы

Вафат булған көнө:

27 февраль 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (54 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Көньяҡ зыяратта ерләнгән

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир

Жанр:

Шиғриәт, проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Дебют:

Тылсымлы күлдәктәр (1989)

Наградалары:
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003)
Файл:Талхина (Хафизова) Динә Азатовна ҡыҙы.jpg

Талхина Динә Азат ҡыҙы (27 июль 1952 йыл — 27 февраль 2007 йыл) — башҡорт шағиры, 1992 йылдан Башҡортостандың һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).

Динә Азат ҡыҙы Талхина (Хафизова) Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мәтәл ауылында тыуған. Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта урта белем ала.

1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. 1974 йылдан башлап Учалы районындағы Миндәк урта мәктәбендә инглиз теле, рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәре буйынса уҡытыусы булып эшләй.

1977 йылда райондың «Серп и молот» («Ураҡ һәм сүкеш») гәзитенең бүлек мөдире була. 1981—2005 йылдарҙа Китап нәшриәтенең мөхәррире һәм бүлек мөдире.

Динә Талхина ижад юлына 80-се йылдарҙа аяҡ баҫа. Проза һәм поэзия жанрҙарында берҙәй уңышлы эшләй, тәүге китаптарын кескәйҙәргә арнай.

1989 йылда «Тылсымлы күлдәктәр» тигән беренсе китабы донъя күрә. 1997 йылда — «Йөрәгемдә йырҙар йөрөтәм», 2001 йылда — «Йөрәгем — юнысҡы» һ.б. шиғри йыйынтыҡтар сығара.

Ә «Бармаҡтарым арыны» (1992), «Күңелле әлифба» («Веселая азбука»; 1993), «Әйтергә өйрәнәбеҙ» (2007) исемле китаптары балалар өсөн яҙылған. Уның шиғриәтендә ҙур урынды мөхәббәт һәм фәлсәфәүи шиғырҙар алып тора.

Уның һүҙҙәренә композиторҙар Рафиҡ Сәлмәнов, Салауат Низаметдинов, Руза Сәхәүетдинова һ.б. йырҙар яҙған. Шағирәнең әҫәрҙәре әзербайжан, рус, татар телдәренә тәржемә ителгән.

  1. Тылсымлы күлдәктәр (1989).
  2. Бармаҡтарым арыны (1992).
  3. Веселая азбука (1993).
  4. Зәңгәргүҙ әкиәттәре (1993).
  5. Йөрәгемдә йырҙар йөрөтәм (1997).
  6. Йөрәгем – юнысҡы (2001).
  7. Йөрәгемдә йылдар йомола (2002).
  8. Мин – аҡтамыр (2006).
  9. Әйтергә өйрәнәбеҙ (2007).
  10. Шиғри әлифба (2009).
  11. Япраҡ йәшергән сер (2017).

«Динә Талхинаның ижадын тын ғына аҡҡан йылғаға оҡшатам. Күңел күҙе күргәнгә тәрән, мул ул.» Гөлназ Ҡотоева, шағирә

Үлгән кешене лә терелтерҙәй һүҙҙәр таба белә ине Динә. Яҙыусыларҙы балалар өсөн яҙырға өндәр, һорар ине. Нәшриәттә балалар секторын булдырыу, кескәйҙәргә яҙған авторҙарға тейешле гонорар түләү, башҡа китаптарына ҡамасау булмаһын тип яныуҙары әле һаман күҙ алдымда", — тип иҫтәлектәре менән уртаҡлаша Таңсулпан Ғарипова, яҙыусы, драматург

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)