Эстәлеккә күсергә

Доброхотова Александра Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Доброхотова Александра Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1 апрель 1884({{padleft:1884|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Вичуга[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 13 февраль 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө педиатрия[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Александра Ивановна Доброхотова (1 апрель 1884(18840401), Вичуга — 13 февраль 1958) — урыҫ табибы, алдынғы педиатр-инфекционист, СССР Медицина фәндәре академияһы ағза-корреспонденты (1952), профессор, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1947).

Яҡынса 100 фәнни хеҙмәт авторы. Улар йоғошло ауырыуҙарҙың үтеүенең йәш үҙенсәлектәрен, ҡыҙылса, дизентерия, быума йүтәлдең һәм уларҙың өҙлөгөүенең патогенезын, клиникаһын һәм антибиотиктәр менән дауалауҙы өйрәнеүгә арналған[1]

Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсын тамамлай. 1912 йылда Мәскәүҙә күптән түгел төҙөлгән Морозов ҡала балалар дауаханаһында табип- ассистент булып эшләй. Унда шулай уҡ табип-ассистент булып эшләүсе Фридрих Краузе менән таныша. 1914 йылдың йәйендә улар ял итергә Финляндияға китәләр, был Беренсе донъя һуғышы башланған осорға тап килә. 1916 йылдың яҙында Мәскәүҙә никахлашалар, 1917 йылдың 29 ғинуарында ҡыҙҙары Ирина тыуа. 1828 йылда улар айырылышалар.

1921 йылда Александра Ивановна Өфөлә балалар ҡала клиник дауаханаһы етәксеһе булып эшләй башлай. Был дауахананы ойоштороуҙа уның ире лә ҡатнаша. 1922—1958 йылдарҙа әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау институтының балалар инфекцияһы бүлеге мөдире булып эшләй (хәҙерге Рәсәй Медицина фәндәре академияһының балалар һаулығы ғилми үҙәге педиатрия Ғилми-тикшеренеү институты).

1935—1950 йылдарҙа 3-сө Мәскәү медицина институтының педиатрия кафедраһы мөдире булып эшләй. 1945—1952 йылдарҙа СССР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш педиатры була.

Ғилми эшмәкәрлеге йүнәлештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киҫкен балалар инфекцияһын, атап әйткәндә, ҡыҙылса, скарлатина, быума йүтәлде рациональ диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеүҙе ойоштороуға ҙур өлөш индерә. Быума йүтәл ваҡытында быуылып йүткереү механизмын аңлатыусы теория тәҡдим итә, йоғошло ауырыуҙар ваҡытында балаларҙа үҙәк һәм вегетатив нервы системаһындағы үҙгәрештәрҙе тикшерә. Антибиотиктар менән дауалау проблемаларын, инфекцион процеста йәш үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә, ҡыҙылсаны көкөрт менән профилактикалауҙы ғәмәлгә индереүгә һәм камиллаштырыуға, скарлатина менән ауырыусыларҙы госпиталгә һалыу системаһын камиллаштырыуға, шулай уҡ балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙе камиллаштырыуға ҙур өлөш индерә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,

- Ленин ордены,

- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1947).

- миҙалдар