Дом соборы (Рига)
Дом соборы | |
латыш. Rīgas Doms нем. Dom zu Riga | |
Нигеҙләү датаһы | XIII быуат[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Непорочное зачатие[d] |
Нигеҙләүсе | Альберт Буксгевден[d] |
Дәүләт | Латвия[2] |
Административ-территориаль берәмек | Центральный район[d][1] |
Епархия | Евангелическо-лютеранская церковь Латвии[d] |
Христианский литургический обряд | Евангелическо-лютеранская церковь Латвии[d] |
Бағышланған | Мәрйәм Инә[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | кирбес |
Архитектура стиле | кирпичная готика[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Cultural heritage monuments in Vecrīga, Riga[d] |
Мираҫ статусы | национальный архитектурный памятник Латвии[d][1] |
Бейеклеге/буйы | 90 метр |
Адрес | Herdera laukums 6; Jauniela 24, (ēkas 2.–4. stāva telpās atrodas bij. Doma klostera D korpusa A gala siena); Palasta iela 2; Palasta iela 4[1] |
Рәсми сайт | doms.lv/index/?lang=eng |
Дом соборы Викимилектә |
Рига Дом соборы (лат.Rīgas Doms, нем.Zu Riga Dom) — Рига ҡалаһының кафедраль соборы, уның төп иҫтәлекле урындарының һәм символдарының береһе. Балтия илдәренең иң ҙур урта быуат ҡорамы. Собор исеме латин һүҙенән — «Domus Dei» («Алла йорто») һәм «D.О.М.» (ҡыҫҡартылған Deo Optimo Maximo[en],«Всеблагому Величайшему Богу»). Әлеге ваҡытта Латвия Инжил-Лютеран Сиркәүенең төп сиркәү бинаһы. Изге Петр сиркәүе һәм Изге Иаков соборы менән бер рәттән Иҫке Риганың иң бейек доминантаһы булып тора.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Соборға 1211 йылдың 25 июлендә, Изге Якоб көнөндә, Рига епискобы Альберт Буксгевден тарафынан нигеҙ һалына. Епископ төҙөлөштө иғтибар менән күҙәтә, уны төҙөү өсөн ҙур аҡса һала. Төҙөлөш менән тәжрибәле оҫталар, күбеһенсә немецтар етәкселек итә. Төҙөлөш XIII быуаттың икенсе яртыһына тиклем дауам итә һәм тик 1270 йылда ғына тамамлана. Дом соборының баштағы бинаһы роман стиленән «төньяҡ готика» стиленә күсеү миҫалы булып тора.
1524 йылда, Реформация дәүерендә сиркәүҙең үҙенсәлекле йыһаздары юғала, ә 1547 йылдағы янғын бөтөнләй юҡҡа сығара. Планлаштырылған ике башня урынына аҡса булмау сәбәпле 1547 йылда фасады уртаһында тик бер генә башня төҙөлә. 1595 йылда таш манара өҫтәп төҙөлә һәм ағас шпиль менән тамамлана, шулай итеп, бейеклеге буйынса 140 метр алыҫлыҡта урынлашҡан Изге Петр сиркәүенән дә бейегерәк була. Әммә ағас шпиль даими ремонт талап итә, шуға күрә 1766 йылда уны һүтеп алалар. Уның урынына бер аҙ үҙгәртеп ҡоролған башняла барокко стилендә бейек булмаған көмбәҙ һымаҡ шпиль төҙөйҙәр. Барокко көмбәҙе һәм шпилендәге әтәс менән башняның дөйөм бейеклеге 96 метр тәшкил итә. Беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән сиркәүҙең интерьеры готика стилендә, ә декоратив йыһаздарының төп элементтары барокко стилендә башҡарылған.
Күп тапҡырҙар үҙгәртеп ҡороу арҡаһында собор архитектураһында төрлө архитектура стилдәре ғәжәйеп рәүештә тығыҙ бәйләнә. Төҙөлөштөң готика осоронан сиркәүҙең төньяҡ порталы — элекке төп инеү урыны һаҡланып ҡала. Готика һәм барокконан тыш соборҙың архитектураһында ренессанс һәм роман стиле фрагменттары ла һаҡланған. Даугава йылғаһы ташҡынынан зыянды кәметеү маҡсатында Рига урамдарына быуаттар буйы ҡырсынташ һибелә, һәм һөҙөмтәлә ғибәҙәтханалағы иҙән кимәле әлеге көндә урам кимәленән түбәнерәк. XX быуат урталарында Дом майҙаны өлөшөнән, төньяҡ диуары буйынан һәм соборҙың көнсөғөш алтары өлөшөнән майҙандың ҡалған территорияһынан 2 м түбәнерәк тәрәнлектә мәҙәни ҡатламы алына, һөҙөмтәлә собор уйһыу ерҙә урынлашҡан һымаҡ тойола.
Соборҙың иҫтәлекле урындары шулай уҡ ҙур булмаған гильдияларҙың мемориаль ташын (XIX быуат), барокко һырлауын ( 1641 йыл тирәһе) һәм Ливонияның беренсе епископбы Майнхард фон Зегебергтың ҡәберен үҙ эсенә ала. .
1991 йылда собор Латвияның инжил-лютеран сиркәүенә тапшырыла[3]
Хәҙерге заман
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1980 йылдан башлап йыл собор реставрациялау режимында була. Төбәк үҫешенең Европа фонды һәм Латвия Инжил-Лютеран Сиркәүенең финанслауында Дом соборын һәм эргәһендәге монастырҙарҙы тулы масштаблы реставрациялау эштәре 2011 йылда башлана. (реставрация проекты етәксеһе — Роланд Лусис)[4][5]. Реконструкциялау 10 йыл дауам итергә тейеш, уға башта 38 миллион лат аҡса һалыу планлаштырыла. Тәүге ике йылда соборҙың ҡыйығын, башняһын, фасадтарын, витраждарын, шулай уҡ эске бүлмәләренең өлөшөн тергеҙеү планлаштырыла[6].
Орган
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дом соборының төп иҫтәлекле нәмәһе уның 1883—1884 йылдарҙа ҡуйылған органы. Органды Людвигсбург ҡалаһынан «E.F.Walcker & Co» фирмаһы эшләй[7].Ул XVI быуат аҙағынан эшләгән, бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡоролған элекке ҡорамалды алмаштыра. Үҙгәрештәр торба һәм механикаһына ғына түгел, әммә органдың проспектына, корпусының төҫөнә,биҙәлешенә лә ҡағыла, шуға күрә декоратив һырлауында маньеризм, барокко һәм рококо стилдәренең деталдәре бар.
25 метр бейеклектәге органдың 13 мм алып 10 м оҙонлоҡтағы тимер һәм ағастан 6 768 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 6 718) торбаһы бар. Органдың ҡулдар өсөн дүрт клавиатураһы һәм аяҡтар өсөн бер клавиатура —педаль бар. Дом соборы төҙөлөү мәленә орган донъяла иң ҙуры булып тора. Органдың үҙәк өлөшөндә XVI быуат аҙағы ҡорамалының биҙәге һаҡланып ҡалған. Декоратив һырлауҙың күп өлөшө 1599—1601 йылдарға ҡарай һәм ул оҫта Якоб Рааб тарафынан маньеризм һәм барокко стилендә башҡарылған. Дом соборының ҙур органы Европала немец орган романтизмының иң мөһим ҡомартҡыһы булып һанала.
1981—1984 йылда голланд фирмаһы «Orgelbouw Flentrop Zaandam» органды реставрациялай[8]
Дом соборы органы өсөн башҡалар менән бергә билдәле композиторҙар Франц Лист һәм Макс Регер әҫәрҙәр ижад итә[7]
Дом соборының архитектура ансамблендә музейҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рига Дом соборы ансамблендә Латвияның иң боронғо музейы — Рига тарихы һәм диңгеҙселеге музейы урынлашҡан. Ул 1773 йылда табип Николаус фон Химзелдың шәхси коллекциялар нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Музей тупланмаһында Риганың тарихы, мәҙәниәте һәм көнкүреше менән бәйле яҡынса 500 000 экспонат, шулай уҡ диңгеҙселек тарихының ҡиммәтле коллекцияһы бар.
Собор мәҙәниәттә һәм сәнғәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Николай Рерих Дом соборына «Рига. Кафедраль соборҙың интерьеры» һәм «Собор» (1903) картиналарын арнай[9][10]
- Дом соборы — Рига символдарының береһе, уның һүрәте сувенирҙарҙа һәм бик күп открыткаларҙа, картиналарҙа сағылған.
- Виктор Астафьев үҙенең «Дәфтәрҙәрендә» Дом соборына бөтөн бер бүлекте арнаған, унда был ҡоролманан алған тәьҫораттарын тасуирлаған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Достопримечательности Риги
- Домская школа — старейшее учебное заведение в истории Ливонии. Функционировало на территории монастырского комплекса Домского собора.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Latvijas Vēstnesis (латыш.) — Latvijas Vēstnesis, 1993.
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Христианские новости — межконфессиональный портал Christian Media Group: Евангелические Церкви в странах Прибалтики 2018 йыл 12 ноябрь архивланған.
- ↑ Елена Лазарянц. Фоторепортаж: реставрация рижского Домского собора. // Latvijas Radio, 25 декабря 2014.
- ↑ Средневековые замки Латвии: Домский монастырь и собор . Интернет-проект Ренаты Римша. Дата обращения: 11 ноябрь 2018.
- ↑ В Риге началась реставрация Домского собора
- ↑ 7,0 7,1 Gerhard Walcker-Mayer. The Organ in Riga Cathedral as viewed by the Walcker firm 2003 йыл 28 декабрь архивланған. March 2003 (инг.)
- ↑ История фирмы «Flentrop Orgelbouw Zaandam» 2009 йыл 20 февраль архивланған. (инг.)
- ↑ Рижский Домский собор и Рерих 2012 йыл 21 октябрь архивланған. (недоступная ссылка)
- ↑ Рерихи и Рижский Домский собор
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Домский собор // Рига: Энциклопедия = Enciklopēdija «Rīga» / гл. ред. П. П. Еран. — Рига: Главная редакция энциклопедий, 1989. — С. 309—310. — 880 с. — 60 000 экз. — ISBN 5-89960-002-0.
- Рига // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дом соборы (Рига) Викимилектә |
- Домский монастырь и собор / Сайт «Средневековые замки Латвии»
- Домский собор 2018 йыл 13 ноябрь архивланған. / Сайт «Pribalt.info»