Дорис Лессинг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Дорис Лессинг
ингл. Doris May Lessing
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1][2][…]
Гражданлығы Flag of the United Kingdom.svg Бөйөк Британия
Flag of the United Kingdom.svg Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d]
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Doris May Tayler
Псевдоним Jane Somers
Тыуған көнө 22 октябрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[3][4][…]
Тыуған урыны Иран, Центральный бахш[d], Керманшах[d]
Вафат булған көнө 17 ноябрь 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[6][3][…] (94 йәш)
Вафат булған урыны Бөйөк Британия, Большой Лондон[d], Ҙур Лондон[d], Лондон
Үлем сәбәбе Инсульт
Хәләл ефете Готфрид Лессинг[d]
Сожитель Клэнси Сигал[d]
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, романист, драматург, автобиограф, сценарий яҙыусы, эссеист, писатель-фантаст
Эшмәкәрлек төрө шиғриәт һәм эссе[d]
Сәнғәт йүнәлеше реализм[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Ассоциация современного языка[d][7], Королевское литературное общество[d] һәм Баварская академия изящных искусств[d]
Genre фәнни фантастика[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Нобелевская премия по литературе[d] (2007)

премия Сомерсета Моэма[d] (1954)

WH Smith Literary Award[d] (1986)

премия Гринцане-Кавур[d] (1989)

литературная премия имени Джеймса Тайта Блэка[d] (1995)

Литературная премия Дэвида Коэна[d] (2001)

премия принца Астурийского[d] (2001)

премия Медичи за лучшее произведение на иностранном языке[d] (1976)

Международная премия Каталонии[d] (1999)

член Королевского литературного общества[d]

золотой орден Мапунгубве[d] (2008)

Årets budeie[d] (1994)

премия Треви[d] (1987)

Австрийская государственная премия по европейской литературе[d] (1981)

Уҡыу йорто Dominican Convent High School[d]
Әүҙемлек осороноң башы Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 199: Функция для отображения свойства не найдена.
Ҡултамға
Архивы хранятся в British Archive for Contemporary Writing[d][8]
Рәсми сайт dorislessing.org​ (инг.)
Commons-logo.svg Дорис Лессинг Викимилектә

Дорис Мэй Лессинг (ингл. Doris May Lessing; тыумышта Тейлор; 22 октябрь 1919 йыл, Керманшаһ — 17 ноябрь 2013 йыл, Лондон) — инглиз фантаст яҙыусыһы, «бүлгеләнгән цивилизацияны скептицизм, ҡомар һәм күрәҙәсел ҡөҙрәт менән тикшереүгә дусар иткән ҡатын-ҡыҙ тәжрибәһен хикәйәләүсе» булараҡ, әҙәбиәт буйынса 2007 йылғы Нобель премияһы лауреаты. Элекке коммунистка, суфыйсылыҡ яҡлы, феминистка.

«Канопус Аргоста» серияһына (19791982) ингән 5 роман авторы, был әҫәрҙәрҙә көсһөҙ кешелектең ҡеүәтле цивилизациялар көрәшендә пассив ҡатнашыуынан торған философик проблематика төрлө һүрәтләнештә бирелә. Инглиз фантаст яҙыусыһы Брайан Олдисс ыңғай баһалаһа ла, килмешәк аллалар концепцияһын файҙаланған өсөн тәнҡиткә дусар ителә. 1965 йылдан алып Лессингтың ижады тураһында монографиялар сығып тора.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дорис Мэй 1919 йылдың 22 октябрендә Фарсияла (хәҙерге Иран) Керманшаһ ҡалаһында тыуа. Атаһы — офицер, әсәһе шәфҡәт туташы була. Дористың атаһы менән әсәһе госпиталдә таныша, унда капитан Альфред Тайлер (ингл. Captain Alfred Tayler) Беренсе донъя һуғышында алған яраһы арҡаһында аяғын ҡырҡтырып, дауаланып ятҡан була. 1925 йылда, Дорисҡа 6 йәш булғанда, ғаилә ул саҡтағы Англия колонияһы булған Көньяҡ Родезияға (хәҙер — Зимбабве) күсә.

Лессинг Африка төпкөлөндә үткән йылдарҙы «мәхшәр» тип атай. Әҙибәнең һүҙҙәре буйынса, бәхетһеҙ бала сағы уның яҙыша башлауына этәргес бирә, ул яҙмаларында колонизаторҙарҙың ҡара тәнле африкалылар менән мөнәсәбәттәрен, ике мәҙәниәт араһындағы упҡынды һүрәтләй. Әсәһе ерле халыҡ араһында шул заманда Бөйөк Британияның һәм уға бойондороҡло илдәрҙең хакимы булған король Эдуардса йәшәү рәүешен урынлаштырыу менән мәшғүл була[9].

Африка тәьҫораттарын Лессинг «Сихыр һатылмай» (No Witchcraft for Sale, 1951) тигән новеллаһында тасуирлай.

Дорис католик мәктәптә, шунан Солсбери (хәҙерге Хараре) ҡалаһындағы мәктәптә уҡый, әммә уны тамамламай. Артабан бер ниндәй рәсми белем алыу йортонда уҡымай. Йәшлегендә бер нисә профессия алмаштыра, шул иҫәптән ауырыу эргәһендә бағыусы, телефон операторы, журналист булып эшләй.

Дорис ике тапҡыр кейәүҙә була. Беренсе тапҡыр 1939 йылда Франк Чарльз Висдомға бара, ике балалары була: ҡыҙҙары Джин (ингл. Jean Wisdom) һәм улдары Джон (ингл. John Wisdom). 1943 йылда айырылышалар, балалары ирендә ҡала. 1945 йылда йәнә кейәүгә сыға. Дористың икенсе ире немец эмигранты Готфрид Лессинг була. Лессингтарҙың Питер (ингл. Peter Lessing) исемле улы була. Әммә 1949 йылда был никах та тарҡала. Дорис, улы Питерҙы алып, Африканан китә. Тормошоноң яңы өлөшөн ул Лондонда башлай.

1950-се һәм 1960-сы йылдарҙа Дорис Лессинг Британия коммунистар партияһы ағзаһы була (1956 йылда СССР тарафынан Венгриялағы ихтилал баҫтырылғандан һуң унан сыға) һәм ядроға ҡаршы хәрәкәт әүҙемсеһе булып китә. Апартеидты тәнҡитләгән өсөн уға КАР-ға һәм Родезияға инеү тыйыла[10].

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дорис Лессингтың ижадын шартлы өс осорға бүлергә була: коммунистик тематика (1949—1956 йылдар), был осорҙа ул киҫкен социаль темаларға яҙа; психологик тематика (1956—1969 йылдар); тағы бер осоро — суфыйсылыҡ, ул «Канопус» серияһындағы фәнни-фантастик әҫәрҙәрендә сағыла.

Лессингтың «Үлән йырлай» (ингл. The Grass is Singing) тигән тәүге романы 1949 йылда баҫыла. Төп героиня — Мэри Тёрнер тәүге биттәрҙә бәхетле йәш ҡыҙ булып кәүҙәләнә. Эше, дуҫтары, яратҡан шөғөлдәре бар, тормоштан ҡәнәғәт. Әммә бер ваҡыт таныштарының уның ни өсөн кейәүгә сыҡмауы тураһында шыш-быш һөйләшкәнен ишетеп ҡала. Кеше һүҙенә ҡарап, ир эҙләй башлай һәм бер фермерға кейәүгә сыға ла уның йортона күсеп китә. Китап кеше тормошоноң, айырыуса ҡатын-ҡыҙ тормошоноң социаль аспекттарын яҡтырта. 1952 һәм 1969 йылдар араһында «The Children of Violence» (Ихтыярһыҙлау балалары) тигән ярымавтобиографик серия баҫтыра, ул биш романдан тора: «Марта Квест» (1952), Ҡулай никах (1954), Дауылдан һуң бөҙөр (1958), Ҡоро ер менән уратылған (1966), Дүрт ҡапҡалы ҡала (1969).

1962 йылда «Алтын дәфтәр» (ингл. The Golden Notebook) тигән романы сыға, ул феминистик әҙәбиәт классикаһы тип һанала.

«Тамуҡҡа төшөү буйынса ҡулланма» (1971) — әҙибәнең фәнни фантастика жанрында яҙылған тәүге әҫәрҙәренең береһе.

19791983 йылдарҙа Лессинг «The Canopus in Argos: Archives Series» («Канопус Аргоста») тигән фантастик романдар серияһын ижад итә.

1985 йылда Лессинг «Изгелекле террорсы» (ингл. The Good Terrorist) тигән сатирик романын нәшер итә, ул Лондон революционерҙарына арнала. 1988 йылда сыҡҡан «Бишенсе бала» (ингл. The Fifth Child) романы ижадының һуңғы осорондағы иң күренекле әҫәр булып таныла. Роман аутизм менән сирле бала һәм уға ғаиләләге мөнәсәбәт тураһында һөйләй. «Бен кеше араһында» тигән роман "Бишенсе бала"ның дауамы була, ул 2000 йылда сыға.

Ике романын Дорис Лессинг Джейн Сомерс псевдонимы менән баҫтыра: «Һәйбәт күршенең көндәлеге» (1983) һәм «Әгәр ҡартлыҡ булдыра алһа…» (1984).

Танылыу һәм маҡтаулы бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1995 йылдың июнендә Лессинг Гарвард университеты докторы дәрәжәһенә лайыҡ була. Шул уҡ йылда Көньяҡ Африкаға бара. 1999 йылдың декабрендә Дорис Лессинг Почёт кавалерҙары ордены менән бүләкләнә.

2000 йылдың ғинуарында Лондонда Милли портреттар галереяһында Дорис Лессингтың рәссам Леонард Маккомб эшләгән портретын рәсми асыу тантанаһы була.

  • Дэвид Коэн премияһы
  • Принц Астурийский әҙәби премияһы (Испания)
  • Сомерсет Моэм премияһы (Бөйөк Британия)
  • Гринцане Кавур премияһы (Италия)
  • Альфред Тепферҙың Шекспир премияһы (Германия)
  • Әҙәбиәт буйынса 2007 йылғы Нобель премияһы.

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һайланма романдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Үлән йырлай» («The Grass Is Singing») — 1950
  • «Алтын дәфтәр» («The Golden Notebook») — 1962
  • «Тере ҡалғандың хәтирәләре» («Memoirs of a Survivor») — 1974
  • «Бишенсе бала» («The fifth child») — 1988
  • «Мөхәббәт, тағы мөхәббәт» («Love, Again») — 1996
  • «Бен кеше араһында» («Ben, in the World») — 2000
  • «Бөйөк хыялдар» («The Sweetest Dream») — 2001
  • «Тарлауыҡ» («The Cleft») — 2007

Канопус Аргоста[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хәтерҙә ҡалдырырға: колониялаштырылған планета 5, Шикаста (1979)
  • 3, 4 һәм 5 зоналары араһында өйләнешкәндәр (1980)
  • Сириан эксперименттары (1981)
  • 8 планетаһына ебәрелеүсене тәғәйенләргә (1982)
  • Империя Вольенында сентименталь агенттар (1982)

Хикәйә йыйынтыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Был ҡарт юлбашсының иле ине» (1951)
  • «Яратыу ғәҙәте» (1958)
  • «Ир һәм ике ҡатын» (1963)
  • «Африка тарихтары» (1964)
  • «Джек Оркни вәсвәсәләре» (1972)
  • Хикәйәләр йыйынтығы
  • «Хәҙерге» (1992)

Пьесалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Мистер Доллинджер» (1958)
  • «Һәр кемгә — үҙенең шәхси сүллеге» (1958)
  • «Билли Ньютон тураһында хәҡиҡәт» (1961)
  • «Юлбарыҫ менән уйын» (1962)

Публицистика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Бөтәһенән элек бесәйҙәр» (1967)
  • «Ҡайтып барышлай» (1957)
  • «Инглизсәне эҙләгәндә» (1960).

рус телендәге баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Лессинг Д. Муравейник: Повесть. / Пер. с англ. С. Терехиной и И. Маненок. — М.: Правда, 1956. — 64 с. — 150 тыс. экз.
  • Лессинг Д. Марта Квест. / Пер. с англ. Т. А. Кудрявцевой. — М.: ИИЛ, 1957. — 341 с.
  • Лессинг Д. Повести. (Муравейник. Джордж «Леопард». Эльдорадо. Голод). — М.: ИИЛ, 1958. — 301 с.
  • Лессинг Д. Колдовство не продаётся. Саранча // сб. «Английская новелла» — Л.: Лениздат, 1961
  • Лессинг Д. Повесть о двух собаках // сб. «Жажда человечности»: Рассказы. — М.: «Молодая гвардия», 1978
  • Лессинг Д. Лето перед закатом. — М.: АРТ, 1992. — 376 с. — 100 тыс. экз.
  • Лессинг Д. Пятый ребёнок. Бен среди людей. (Bella Donna) — М.: Эксмо, 2006. — 350 с.
  • Лессинг Д. Шикаста. — СПб.: Амфора, 2008.
  • Лессинг Д. Браки между Зонами Три, Четыре и Пять… — СПб.: Амфора, 2008.
  • Лессинг Д. Сириус экспериментирует. — СПб.: Амфора, 2008.
  • Лессинг Д. Создание Представителя для Планеты Восемь. — СПб.: Амфора, 2008.
  • Лессинг Д. Сентиментальные агенты в империи Волиен. — СПб.: Амфора, 2008.
  • Лессинг Д. Маара и Данн. — СПб.: Амфора, 2008.
  • Лессинг Д. Повесть о генерале Данне, дочери Маары, Гриоте и снежном псе. — СПб.: Амфора, 2008.
  • Лессинг Д. Трава поёт. — СПб.: Амфора, 2008.
  • Лессинг Д. Воспоминания выжившей: [роман]/пер.с англ. Ю.Балаяна. — СПб.: Амфора, 2008. — 271 с.
  • Лессинг Д. Расщелина: [роман] /пер. с англ. Ю. Балаяна. — СПб.: Амфора, 2008. — 285 с.
  • Лессинг Д. Любовь, опять любовь: [роман] /пер. с англ. Ю. Балаяна. — СПб.: Амфора, 2008. — 357 с.
  • Лессинг Д. Великие мечты — СПб.: Амфора, 2009.
  • Лессинг Д. Золотая тетрадь. — СПб.: Амфора, 2009.
  • Лессинг Д. Кошки. — СПб.: Амфора, 2009.
  • Лессинг Д. Бабушки: Повести / пер. с англ. Федорова Ю., Питчер А. — М.: Эксмо, 2014.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118572113 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  4. 4,0 4,1 Encyclopædia Britannica
  5. SNAC — 2010.
  6. Doris Lessing dies aged 94
  7. List of 2011 MLA Members / под ред. Ассоциация современного языкаНью-Йорк: 2011. — С. 100.
  8. Doris Lessing Archive
  9. Doris Lessing: Biography. Официальный сайт Дорис Лессинг. Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 август 2011. 19 май 2010 тикшерелгән.
  10. British Author Doris Lessing Wins Nobel Prize for Literature // Voice of America. — VOANews.com, 11 октября 2007.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Bloom H. Doris Lessing
  • Brewster, D. Doris Lessing / New York, Twayne, 1965
  • Budhos, S. The Theme of Enclosure in Selected Works of Doris Lessing / Troy, New York, Whitston, 1987
  • Fahim, S.S. Doris Lessing: Sufi Equilibrium and the Form of the Novel / New York, St. Martin’s Press, 1994
  • Fishburn, K. Transforming the World: The Art of Doris Lessing’s Science Fiction / Westport, Connecticut, Greenwood Press, 1983
  • Klein C. Doris Lessing — In This World But Not of It / Boston, Little, Brown, 1999
  • Perrakis, Ph. S. Spiritual Exploration in the Works of Doris Lessing / Westport, Connecticut, Greenwood Press, 1999
  • Pickering, J. Understanding Doris Lessing / Columbia, University of South Carolina Press, 1990
  • Pratt, A., Dembo L.S. Doris Lessing: Critical Studies / Madison, University of Wisconsin Press, 1974
  • Rose, E.C. The Tree Outside the Window: Doris Lessing’s Children of Violence / Hanover, New Hampshire, University Press of New England, 1976
  • Schlueter, P. The Novels of Doris Lessing / Carbondale, Southern Illinois University Press, 1973
  • Spiegel, R. Doris Lessing: The Problem of Alienation and the Form of the Novel / Frankfurt, Germany, Lang, 1980
  • Sprague C., Tiger V. Critical Essays on Doris Lessing / Boston, Hall, 1986
  • Васильева-Южина И. Н. Романы Дорис Лессинг. Проблема жанра. АД … к.филол.н. — М., 1986. — 24 с.
  • Михальская Н. П. Трилогия Дорис Лессинг «Дети насилия» // Проблемы метода и жанра. — М.: МГПИ, 1983.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]