Эстәлеккә күсергә

Дядькин Иосиф Гецелевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дядькин Иосиф Гецелевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 24 ноябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1]
Тыуған урыны Аҡ Сиркәү, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 8 март 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[2] (86 йәш)
Вафат булған урыны Тверь, Рәсәй
Һөнәр төрө математик, автор
Эшмәкәрлек төрө математика
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре кандидаты[d]
Вики-проект Проект:Математика[d]

Дядькин Иосиф Гецелевич (24 ноябрь 1928 йыл, Аҡ Сиркәү — 8 март 2015 йыл, Тверь) — СССР һәм Рәсәй геофизигы һәм физик, диссидент һәм СССР-ҙа Һәм СССР-ҙан һуңғы Рәсәйҙә хоҡуҡ яҡлау хәрәкәте ҡатнашыусыһы, Мәскәү Хельсинки төркөмө ағзаһы, йәмәғәт эшмәкәре.

Иртә йылдары. Һөнәри үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иосиф Гецелевич Дядькин 1928 йылда Киев өлкәһенең Аҡ Сиркәү ҡалаһында провизор ғаиләһендә тыуған. 1930 йылда ғаиләһе менән Винницаға күсенә, бынан ул әсәһе менән 1941 йылда Кронштадтҡа күсенә, бында уның атаһы флот госпиталенең дарыухана начальнигы булып хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышының башында әсәһе менән Воткинск ҡалаһына (Удмурт АССР-ы) эвакуациялана. Эвакуациянан ғаилә ҡабаттан Кронштадтҡа әйләнеп ҡайта (1944), шунда ул урта мәктәпте тамамлай (1946). 1952 йылда Ленинград политехник институтын тамамлай[3][4].

Институтты тамамлағандан һуң 22 йыл Башҡортостандың производство һәм геофизик тикшеренеүҙәр ойошмаһында эшләй[3][4].

СССР-ҙа радиоактив каротаж үҫешендә ҡатнаша. Физика-математика фәндәре кандидаты (1961). 1964—1973 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының эксперименталь һәм теоретик физика кафедраһы доценты була[5]. 1974 йылдан алып 1996 йылға тиклем — Тверь ҡалаһында геология эҙләнеү скважиналарының геофизика ғилми-тикшеренеү институтында радиоактив каротаж теорияһы лабораторияһы мөдире булып эшләй. Ватан һәм халыҡ-ара фәнни журналдарҙа 80-гә яҡын ғилми эш, шул иҫәптән геофизика разведкаһында йәҙрә физика ҡулланыу тураһында ике монография баҫтырып сығара[6].

1959 йылда Золотов Алексей менән берлектә Тунгус метеориты феноменын өйрәнеү буйынса экспедицияларҙа ҡатнаша[7].

Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1976 йылда «Статисты» тикшеренеүҙәр эшен яҙа, унда СССР халҡы иҫәбен алыуҙың асыҡ демографик күрһәткестәрен математик статистиканың ҡәтғи ысулдарын ҡулланып анализлай. Был анализ һөҙөмтәһендә СССР-ҙа халыҡ юғалтыуҙары тураһында совет власы йәшергән һығымталарҙы яһай. Иосиф Дядькин иҫәпләүенсә, 1928 йылдан 1941 йылға тиклем СССР-ҙа репрессияларҙың бөтә төрөнән һәм аслыҡтарҙан 10 миллиондан алып 15 миллионға тиклем кеше һәләк була. Ә 1941 йылдан 1949 йылға тиклем (йәғни һуғыш һәм һуғыштан һуңғы 4 йыл эсендә) — 30 миллион кеше. Был брошюра самиздатта әүҙем тарала, ә һуңынан АҠШ-та баҫылып сыға.[8][6][9].

Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, Сәйәси тотҡондарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү фонды эшендә ҡатнаша[6].

1980 йылда «совет дәүләтен һәм йәмғиәте төҙөлөшөн боҙоусы ялған уйлап сығарыуҙарҙа» ғәйепләнә һәм ҡулға алына (РСФСР ЕК 190.1 ст.) һәм 3 йылға лагерға хөкөм ителә[3][4]. Александр Исаевич Солженицындың Дядькинды яҡлау буйынса белдереүендә былай тиелә:

28 апрелдә [1980] СССР-ҙа Калинин ҡалаһында (Тверь), геофизик Дядькин Иосиф ҡулға алына. Күптән түгел үҙенең самиздатында ул 1956 йылдан 1929 йылға тиклем СССР-ҙа тәбиғи булмаған үлем буйынса — коммунистар власы ентекләп йәшергән статистик демографик баһалауҙар килтерә. Уларҙы асыҡлауҙы ынтылыуы өсөн ул яуап бирәсәк. Уның фәнни эше төрлө сәйәси аспекттарҙан мәхрүм[10][11].

1983 йылда азат ителә. 1989 йылда Сергей Ковалев инициативаһы буйынса тергеҙелгән Мәскәү Хельсинкски төркөмөнә индерелә. 1994 йылдан 1999 йылға тиклем Тверь «Мемориал» тарихи-ағартыу һәм хоҡуҡ һаҡлау йәмғиәте рәйестәше. 1998—1999 йылдарҙа — Тверь өлкәһе губернаторы янында кеше хоҡуҡтары буйынса комиссияның рәйестәше[12].

Урыҫ телендә
  • Дядькин И. Г. Методы Монте-Карло в физике; Методы Монте-Карло в квантовой механике // Методы Монте-Карло в физике и геофизике. — Уфа: Башкирский Государственный университет, 1973. — 322 с.
  • Дядькин И. Г. гл. 1—7 // Ядерная геофизика при исследовании нефтяных месторождений. — М.: Недра, 1978. — 359 с.
Инглиз телендә
  1. https://mhg.ru/dyadkin-iosif-gecelevich-1928-2015
  2. https://www.karavantver.ru/iosif-dyadkin-chelovek-tochnogo-znaniya/
  3. 3,0 3,1 3,2 Дядькин Иосиф Гецелевич. «Воспоминания о ГУЛАГе и их авторы». Сахаровский центр. — Компьютерная база данных. Дата обращения: 4 декабрь 2016.
  4. 4,0 4,1 4,2 В Твери скончался российский правозащитник Иосиф Дядькин. Радио «Свобода». Дата обращения: 4 декабрь 2016.
  5. Кафедра геофоизики Башкирского университета
  6. 6,0 6,1 6,2 Памяти Иосифа Дядькина. Мемориал. Дата обращения: 4 декабрь 2016.
  7. Золотов А. Дерево рассказывает…: О природе взрыва Тунгусского космического тела // Ленинец : газета. — 1960. — В. 19 мая.
  8. Дядькин Иосиф Гецелевич (1928—2015). Московская Хельсинкская группа. Дата обращения: 4 декабрь 2016.
  9. Dyadkin, 1983
  10. Солженицын А. И. Об аресте Иосифа Дядькина (14 мая 1980): Заявление для прессы // Солженицын А. И. Публицистика : в 3 т. — Ярославль: Верх.-Волж. кн. изд-во, 1997. — Т. 2: Общественные заявления, письма, интервью. — С. 540. Архивировано из первоисточника 20 декабрь 2016.
  11. Солженицын А. Угодило зёрнышко промеж двух жерновов: Очерки изгнания. Ч. 2: (1979—1982), гл. 6 // Новый мир. — М., 2000. — № 9.
  12. Умер правозащитник и диссидент Иосиф Дядькин. Грани. Ру (9 марта 2015).Дата обращения: 6 декабря 2016.