Эстәлеккә күсергә

Дәүләтбаев Тимербай Дәүләтбай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләтбаев Тимербай Дәүләтбай улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1903
Тыуған урыны Тыпый, Үрмәт ауыл Советы (Илеш районы), Илеш районы
Вафат булған көнө 4 август 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Ерләнгән урыны Икенсе Тербуны
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Дәүләтбаев Тимербай Дәүләтбай улы (рус. Давлетбаев Тимербай Давлетбаевич) (1903 йыл ― 4 август 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкы 2-се эскадроны яугиры, ҡылыссы.

Тимербай Дәүләтбай улы Дәүләтбаев 1903 йылда Башҡортостандың Илеш районы Тыпый ауылында тыуған[1]. Һуғыш башланғас, БАССР-ҙың Илеш районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алынған. данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә, 275-се кавалерия полкының 2-се эскадронында ҡылыссы була. 1942 йылдың йәйендә Курск өлкәһендәге ҡаты алыштарҙа ҡатнаша, 4 август көнө һәләк була. Башта Оло Поляна районы Икенсе Тербуны ауылы янындағы ағаслыҡта ерләнә[2], һуңғараҡ Икенсе Тербуны ауылында булдырылған Туғанлыҡ ҡәберлегенә күсерелә[1]. «Память народа» сайтында яугирҙың тыуған ауылы Тыпыйҙа йәшәгән ҡатыны Дәүләтбаева Шәмсехаят күрһәтелгән[2].

1949—1950 йылдарҙа Липецк өлкәһенең Икенсе Тербуны ауылында Башкавдивизияның 246 яугиры туғанлыҡ ҡәберендә ерләнә. Ҡәберлек өҫтөндә таш һәйкәл — дүрт ҡырлы киҫелгән пирамида ҡуйыла. 1961 йылдың 2 майынын 11 майына тиклем обелиск янында теҙ сүккән яугир скульптураһы ҡуйыла[3]. 2018 йылдың 10 ноябрендә Башҡорт милли-мәҙәни «Аҡ тирмә» төркөмө (Мәскәү) башланғысы менән Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында ҡәберлектәге һәйкәл яңыртыла: гипсобетон статуя урынында Урал оҫталары ижад иткән бронза һалдат фигураһы ҡалҡа, яңы обелискиҙа дивизия атлыларының тулы исемлеге яҙылды[3].