Эстәлеккә күсергә

Ева Симонайтите

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ева Симонайтите
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Литва
 Өсөнсө рейх
 СССР
Тыуған көнө 23 ғинуар 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[3][2][4][…]
Тыуған урыны Vanagai[d], Пруссия
Вафат булған көнө 27 август 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[3][2][4][…] (81 йәш)
Вафат булған урыны Вильнюс, Литва Совет Социалистик Республикаһы[d], СССР
Ерләнгән урыны Антакальнис зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө яҙыусы
Жанр роман
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Почёт Билдәһе» ордены
 Ева Симонайтите Викимилектә

Ева Симонайтита Эдмондовна (лит. Ieva Simonaitytė, 23 ғинуар 1897 йыл — 27 август 1978 йыл) — литва яҙыусыһы, Литва ССР-ының халыҡ яҙыусыһы.

Көнсығыш Пруссия (хәҙерге Литваның Клайпеда районында) Ваганай ауылында тауған. Бала сағы ауырыу һәм мохтажлыҡ менән үтә, шуға күрә мәктәптә уҡый алмай һәм үҙ алдына шөғөлләнә. 1912—1914 йылдарҙа Аугенбург (Германия) шифаханалһында дауалана. Әйләнеп ҡайтҡас «Eglė» литва йәмғиәтендә эшләй, «Tilžės keleivis» гәзите һәм башҡа Ҡөнсығыш Пруссияның (Кесе Литва) литва баҫмалары менән хеҙмәттәшлек итә. 1921 йылда Мемельдә (Клайпеда) йәшәй. Машинисткалар һәм стенографистар курсын тамамлай. Литва консуллығында, «Rytas», редакцияһында корректор «Prūsų lietuvių balsas» («Пруссияла Литва тауышы») редакцияһында, һуңыраҡ сеймикта (депутаттар йыйылышында) машинастка һәм тәржемәсе булып эшләй. Уңышлы «Шимонис Яҙмышы» романынан һуң һәм 1936 йылда дәүләт пенсияһы тәғәйенләгәндән һуң әҙәби эшкә тотона. Клайпеда ерҙәре Германияға ҡушылғас (1939 йылда) Каунасҡа ҡайта. Немец оккупацияһы йылдарында эҙәрлекләүҙәргә дусар була. 1963 йылда Вильнюста йәшәй. Өс орден (шул иҫәптән 1957 йылда Ленин ордены) менән бүләкләнә. Литва ССР-ының халыҡ яҙыусыһы исеменә лайыҡ була

Вильнюс ҡалаһының Антакальнис зыяратында ерләнгән. Ҡәберенә скульптор Данита Дануте-Варнаускена һәйкәл эшләгән. 1961—1978 йылдарҙа яҙыусы йәйге айҙарҙын үткәрелгән Прекуле ҡалаһында (Клайпеданан 21 км көньяҡтараҡ), 1984 йылда мемориаль музейы эшләй башлай.

Әҙәби эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1914 йылдан матбуғатта баҫыла, әммә 1935 йылға тиклем уның исеме яҙыусы булараҡ билдәле булмай. Уның хикәйә, повесть һәм романдарының төп темаһы — "летувнинок"тарҙың, йәғни литва һәм Көнсығыш Пруссияның Клайпед крайындағы литваларҙың көндәлек тормошо. Ошо темаға арналған «Шимонис яҙмышы» романы (1935, Литва дәүләт премияһы, 1936; руссаға тәржемә 1966 йылда) уға киң танылыу килтерә. «Пикчюрнен» повесы (1953, руссаға тәржемә «Буше һәм уның апалары», 1954) кулаклыҡтың асылын аса. «Вилюс Каралюс» романы (1-2 өлөштәр, 1939—1956, Литва ССР-ының дәүләт премияһы, 1958; руссаға тәржемә 1961 йылда) ХХ быуат башындаға литваларҙың тормошон киң тасуирлай һәм әлегә тиклем литва реалистик романының өлгөһө булып һанала.

«Ә шулай булды …» автобиграфик трилогияһы (1960, руссаға тәржемә 1963 йылда), «Сит өйҙә» (1962, руссаға тәржемә 1965 йылда), «Тамамланмаған китап» (1965, руссаға тәржемә 1968 йылда) XX быуат башынан Икенсе донъя һуғышы аҙағына тиклем осорҙо үҙ эсенә ала. Трилогияға «Яҡын тарихы» (1968) романы ҡушыла. «Кунялистың һуңғы сәйәхәте» Литваны һуғыштан һуңғы йылдарҙа һүрәтләй (1971, руссаға тәржемә 1974 йылда). Дөйөм алғанда Ева Симонайти ижады темалар һәм әҙәби алымдар буйынса ғәҙәти күренеш. Әҫәрҙәре бик күп телдәргә тәржемә ителгән.

  • Raštai, t. 1—-6. Vilnius, 1956—1958.
  • …А было так. В чужом доме. Неоконченная книга. Москва, 1973.
  • М. Слуцкис. Тропа, которая вывела на столбовую дорогу // М. Слуцкис. Начало всех начал. Москва, 1975.
  • R. Dambiauskaite. Ieva Simonaitytė. Vilnius, 1968.
  1. Record #32124460 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118909800 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. 4,0 4,1 Ieva Simonaitytë // Find a Grave (ингл.) — 1996.