Эстәлеккә күсергә

Иҙеүкәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Едигей битенән йүнәлтелде)
Иҙеүкәйҙең һөжүм. Уң яҡ көмбәҙҙәге миниатюра.

Иҙеүкәй (Иҙеге, Илеүкәй, Идигә, Иҙеүкә, Иҙекә; 13521419) — XIV быуат аҙағында — XV быуат башында Алтын Урҙаның түмән башы (хәрби дәрәжә). Нуғай Урҙаһын етәкләйәсәк династияға нигеҙ һалыусы. Ирҙәр яғынан уның туранан-тура вариҫтары булып кенәздәр Ырыҫовтар һәм Йосоповтар нәҫеле тора.

Ҡадир Әлибәк йылъяҙмаһына ярашлы, Иҙеүкәйҙең шәжәрәһе Әбүбәкерҙән башлана. Әбүбәкерҙең Керемәтғәзиз һәм Йәләлетдин исемле ике улы булған. Йәләлетдин иһә дүрт улы булған Баба Төкләҫтең атаһы булып сыға. Башҡа сығанаҡтарға таянып, Ҡадир Әлибәк уның өс улы булған тип тә раҫлай: береһе — Ҡәғбә янында, икенсеһе — Ҡырымда, өсөнсөһө Үргәнестә ерләнгән. Ҡадир Әлибәк килтергән мәғлүмәттәр буйынса, Иҙеүкәйҙең ата-бабаларының шәжәрәһе урыҫ Йосопов[1] һәм Ырыҫовәздәрҙең шәжәрәһенә оҡшаш.

XV быуаттың фарсы сығанаҡтары Иҙеүкәй Балтысаҡтың улы икәнлеген туранан-тура әйтеп бирәләр. Балтысаҡ Урыҫтағы һул ҡанаттың ханы Тимер Мәликтә бәкләрбәк (Әмир Әлғүмәрҙә) булып торған. Тимер Мәлик 1378 йылда Туҡтамыш хан тарафынан ҡыйратыла. Туҡтамыш хан Балтысаҡҡа үҙенә хеҙмәткә күсергә тәҡдим итә, әммә тегеһе ғорур рәүештә баш тарта, хан бының өсөн бәкләрбәкте язалай[2][3][4].

XIV быуат аҙағында — XV быуат башында бәкләрбәк Иҙеүкәйҙең үҙ биләмәләре булып Иҙел — Яйыҡ — Эмбе йылғалары араһындағы әл манғыттар һаналған. Әл манғыт Алтын Урҙа тәркибенә инһә лә, ул Жужытолоҫо ономиялмөхтәрииҫәпләнгән[5][6]. В. В. Трепавлов фекере буйынса, манғуттарҙың нытағаһында күсенеп йөрөгән көнсығыш ҡыпсаҡтар[7] . манғыт булып киткәндәр[8].

Аҡһаҡ Тимергә хеҙмәт итеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҙеүкәйҙең атаһы менән Ғайса ағаһы Ырыҫға хеҙмәт иткән булалар, ә ул үҙе, билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында, ҡасырға мәжбүр була. Ырыҫ ханяҡлау эҙләп, ул йәш Туҡтамыш артынан Аҡһаҡ Тимер биләмәһенә килә, һәм уға хеҙмәт итә башлай. Иҙеүкәйҙең апайы Аһыаҡ Тимерҙең ҡатыны була. 1391 йылда Аҡһаҡ Тимерҙең Туҡтамышҡа ҡаршы походында ул ғәскәрҙең баш әмирҙәренең (хәрһе була. Туҡтамышты ҡыйратҡандан һуң, күп тә тормай, Иҙеүкәй Тимер-Ҡотлоғ-уғҡан, шулай уҡ Аҡ Урҙа әмире Көнсө-уғлан менән Аҡһаҡ Тимерҙән тыуған яҡтарына ҡайтып килергә рөхсәт һорайҙар, йәнәһе лә Аҡһаҡ Тимер армиғәскәренә кешеләр йыялар. Уларҙың һүҙенә ышанған Аҡһаҡ Тимер әмирҙәрҙе ҡайтарып ебәрә, әммә ҡайтып етеү менән, улар үҙ сәйәсәтен башлап ебәрәләр (бары Көнсө-уғлан ғына кире килә).

Туҡтамыш менән көрәш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҙеүкәй, манғыттарҙың оло бейе булып алғас, Тимер Ҡотлоҡтоң Алтын Урҙа тәхетен биләүенә булышлыҡ итә башлай. Тимер Ҡотлоҡ, Туҡтамышты ҡыйратып, Литваға ҡасып китергә мәжбүр итә һәм Алтын Урҙа тәхетен баҫып алыуға өлгәшә. Шул уҡ ваҡытта, бөйөк Литва кенәзе Витовт мағулдарға ҡаршы ҙур көрәшкә әҙерләнә башлай; уның маҡсаты: Алтын Урҙа тәхетенә Туҡтамышты ҡайтанан ултыртыу һәм шуның менән, Алтын Урҙаны үҙенең сәйәси йоғонтоһона буйһондороу. Витовт яу башлап, 1399 йылда Ворскла йылғаһы буйында лагерь ҡора (ҡара: Ворскла йылғаһы буйында алыштар), һәм Тимер-Ҡотлоҡ, дошмандың күп һанлы ғәскәренән ҡурҡып, солох һорай. Шул мәлдә Ворскла йылғаһына үҙ ғәскәре менән Иҙеүкәй килеп өлгөрә, һәм ул Тимер Ҡотлоҡто алышты дауам итергә күндерә. Алтын Урҙа ғәскәре менән етәкселек иткән Иҙеүкәй Витовтты тулыһынса тар-мар итә.

Был еңеүҙән һуң, Иҙеүкәй Туҡтамыш ханға әленән-әле һөжүм итеп тора һәм оҙайлы ваҡыт буйы берсә уны еңеп, берсә үҙе еңелеп, һуғыш алып барыуын дауам итә. Ахырҙа, ун алтынсы алыш мәлендә Туҡтамыш тулыһынсы тар-мар ителә, ә хан үҙе үлтерелә. Был мәлгә Иҙеүкәйҙең сәйәсәткә йоғонтоһо ҙур була. Испания сәйәхәтсеһе Рюи Гонзалеса де Клавихо һүҙҙәренә ярашлы, Иҙеүкәй 200 000 һыбайлынан[9] торған ғәскәр менән идара иткән.

Алтын Урҙа хакимы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҙеүкәй 1400 йылда, Тимер Ҡотлоҡто үлтереп, дәүләт түңкәрелеше ойоштора һәм ханлыҡ дәрәжәһенә уның ҡустыһы Шәҙебәк Ҡотлоҡто үрләтә. Шәҙебәк сәйәсәт менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай, ул тормошон күңел асып үткәрергә яратҡан була. Шулай итеп, Иҙеүкәй Алтын Урҙаның тулы хоҡуҡлы хакименә әйләнә.

Әммә тиҙҙән төмән башы Иҙеүкәй һәм уның ҡыҫымынан ҡотолорға теләгән Шәҙебәк араһында көрәш. Иҙеүкәй был көрәштә еңеүсе була, ә Шәҙебәк Дәрбәнткә ҡаса һәм шунда вафат була. Шаҙыбәктең улы Булат яңы хан булып китә.

Иҙеүкәй Алтын Урҙала хакимлекте ныҡлып үҙ ҡулына ала, тарҡала башлаған дәүләттең халыҡ-ара кимәлдә абруйы һәм сәйәси йоғонтоһо артыуы уның исеме менән бәйләнгән. Быға 1405 йылда Аҡһаҡ Тимерҙең үлеп ҡалыуы һәм әүәрәннәһерҙәетнә сәбәпсе була. Был хәл менән файҙаланып, Иҙеүкәй 1406 йылда арәзмде һәм бер нисә йыл үҙ хакимлығы аҫтыеге тотоуға өлгәшә, бынан ул Тимер һәм уның урындағы идара башлығы Мусаҡты ҡыуып сығарып, үҙ хакимдарын ҡуя. Тәүҙә Алтын Урҙа әмире Инк Харәзмдең хакиме итеп тәғәйенләнә, һуңғараҡ уны Ҡалса алмаштырған. 1410—1411 йылдарҙа Харәзмдең хакимы сифатында Мөбәрәк шаһ телгә алына.

Иҙеүкәй Мәскәүҙең бөйөк кенәзе Василий Дмитриевичты Витовт менән талаштыра, шуның һөйҙөмтәһендә, Василий Литваға ҡаршы яу менән сығып китә. Ике яҡтан да бик күп кеше һәләк була, байтаҡ ҡалалар һәм ауылдар бөлгөнлөк хәленә төшөрөлә.

Икенсе тапҡыр Иҙеүкәй үҙенең «иттифаҡташы» Булат ң Литваны баҫып алырға әҙерләү тураһында ялған хәбәр тарата, ә үҙе, был мәл менән файҙаланып, ҙур көс туплай һәм, Алтын Урҙаның Рус дәүләтенә булған сәйәси йоғонтоһон тергеҙеү маҡсатында, 1408 йылда Мәскәүгә походяупменән китә. Алтын Урҙа ғәскәрендә хәрби началтүрәфаһын башҡарыусы батшаның дүрт улы һәм Урҙаның бер нисә әмире булған була. Дөйөм етәкселекте Иҙеүкәй үҙ өҫтөнә ала. Мәскәүҙе ҡамаған саҡта Иҙеүкәй Тверың бөйөк кенәзе Иван Михайловичҡа артиллерия менән «Мәскәүҙә булырға» талап ебәрә, әммә тегеһе был талапҡа буйһонмай.Өс аҙ на буйы ҡамауҙа тотоп та, уңышҡа өлгәшә алмаған Иҙеүкәй 3000 һумлыҡ түләү алғандан һуң, Мәскәүҙе ҡалдырып торорға ризалаша.

Мәскәү кенәзлегенә баҫып ингән сағында Иҙеүкәй Серпухов, Верея, Дмитров, Городец, Клин һәм Түбәнге Новгородта, Коломна кеүек ҡалаларҙы талай, әммә Алтын Урҙалағы яңы фетнәләр арҡаһында был ерҙәргә кире килгәс, Рязань ерҙәрен дә бөлгөнлөккә төшөрә.

Иҙеүкәй хандың Мәскәүгә йөрөүҙәре ваҡытында Елец ҡалаһы эргәһендә кәмендә өс тәңкә хазинаһы йәшергән, тип билдәләнә. Был шарттар Иҙеүкәйҙең Елец кенәзлеген бөлгөнлөккә төшөрөүенең сәбәбен аңлатҡан ситләтелгән дәлил булыу мөмкин[10].

Алтын Урҙалағы фетнә һәм Харәзмгә ҡасыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күп тә тормай, Алтын Урҙала яңы фетнә башланы. 1410 йылда Булат хан донъя ҡуя, уның урынына тәхеткә Тимер Ҡотлоҡ хандың улы Тимер хан ултыра. Әммә, Иҙеүкәй тарафынан ҡуйылған кеше булараҡ, Тимер хан еңелеү белмәҫ түмән башына ҡаршы күсмә халыҡтың затлы вәкилдәрен көрәшкә күтәрә.

Тап шул мәлдә, 1411 йылда, көрәш башланып ҡына торған саҡта, Туҡтамыштың улы Йәләлетдин үҙенең ағалары менән Алтын Урҙаға баҫып инә һәм урҙа улустарын талай.

Тимер хан менән көрәшерлек көскә эйә булмағанлыҡтан, Иҙеүкәй Харәзмгә ҡасып сығып китә, әммә юлда Тимер хан ғәскәре тарафынан ҡыйратыуға дусар була. Ҡалдыҡ ғәскәре менән Харәзмгә килгәс, Иҙеүкәй ярты йыл буйына үҙҙәрен ҡамаған Тимер хан ғәскәренең ҡыҫымы менән көрәшә. Әммә күп тә томай, 1412 йылда, Тимер хандың ғәскәр бшлыҡтарының береһе булған Ғазан ханға хыянат итә, һәм уны үлтереп, Йәләлетдин яғына сыға.

Хандың юҡлығынан файҙаланған Йәләлетдин Алтын Урҙала хакимлекте үҙ ҡулына төшөрә.

Иҙеүкәйҙе юҡ итеү һәм уның ғәскәрҙәрен тар-мар итеү теләге менән янған Йәләлетдин үҙенең хәрби түрәһе булған Ҡажулай баһадирҙе күп һанлы ғәскәре менән Иҙеүкәйгә ҡаршы ебәрә. Ләкин Ҡажулай оҫта ҡулланған хәрби хәйлә арҡаһында тар-мар ителә, Иҙеүкәй Ҡажулайға ҡаршы сығып, ғәскәрен 2 өлөшкә бүлә. Беренсе ҡор Ҡажулай менән алыш башлай, ә икенсеһе йәшеренеп ҡала. Һуғыштың иң ҡыҙған мәлендә беренсе ҡор ҡаса башлай, юл ыңғайы ат япмаларын һәм башҡа кәрәк-яраҡтарын ташлап китәләр, бының менән йәнәһе лә дошман тулыһынса тар-мар ителгән тигән иллюзия тыуҙыралар. Тап шул мәлдә, бер нәмә лә һиҙенмәгән Ҡажулайға йәшеренгән еренән икенсе отряд һөжүм итә һәм уларҙың был хәйләһе һуғышта хәл иткес роль уйнай. Ҡажулай тар-мар ителә һәм яуҙа һәләк була. Иҙеүкәй мул ғына табыш туплап һәм күп һанлы әсирҙәр менән Харәзмгә еңеүсе булып ҡайтып төшә.

Аҡһаҡ Тимерҙең дүрт улының береһе, Хөрәсәндең хакиме булған Шаһрух, Иҙеүкәйҙең көсһөҙлөгөнә иҫәп тотоп һәм Хорезмды үҙенең биләмәләре тәркибенә кире ҡайтарарыу теләге менән ғәскәр ебәрә. Әммә ул ебәргән ғәскәр бер ниндәй ҙә уңышҡа ирешә алмайынса, кире әйләнеп ҡайтырға мәжбүр була. Әммә Олуғбәк тәрбиәһе алған Мәлик шаһ етәкселегендәге Шаһрухтың икенсе һөжүме күпкә уңышлы булып сыға, һәм Иҙеүкәй Харәзмдән ҡыҫырыҡлап сығарыла. Иҙеүкәй ҡулланған ҡурҡытыу һәм көслөк алымдары ерле халыҡта уның үҙенә ҡарата кире ҡараш тыуҙыра һәм был Иҙеүкәйҙең еңелеүенә алып килгән сәбәптәрҙең береһе була.

Алтын Урҙаға килгәс, Иҙеүкәй сәйәси роль уйнауын дауам итә. Шулай ҙа бер-береһе менән дә тәхет арҡаһында дошмашып бөткән Туҡтамыш хан улдары Кәпәк һәм Кәрим-Бирҙе (Литва менән Мәскәү уларға иҫәп тотҡан була) менән дошманлыҡ мөнәсәбәтендә була.

Сыңғыҙхандың Соҡор уғлан менән бергә, улар икәүләп Кәләккә ҡаршы көрәш башлайҙар, һуңғыһы Һарай ҡалаһында тәхет биләгән була. Һөҙөмтәлә, Кәпәк Иҙеүкәйҙең ҡыҫымы аҫтында еңелә һәм сигенергә мәжбүр була. (Әммә бер нисә йыл дауамында Литваға буйһонған көньяҡ ерҙәрҙә, Кәпәк хан булып иҫәпләнә бирә)

1416 йылда Иҙеүкәй Киев һәм Днепрҙың бөтә уң яҡ яр буйҙарын бөлгөнлөккә төшөрә.

1419 йылда Иҙеүкәй Туҡтамыш хандың бер улы тарафынан Һарайсыҡтирәһендә үлтерелә.

Ҡиәфәте һәм характеры

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҙеүкәйҙең тышҡы ҡиәфәте һәм холҡо тураһында көнсығыштың бер авторы — Бине Ғәрәпшаҙмалар ҡалдыра. Ул Иҙеүкәйҙе түбәндәгесә һүрәтләй: «ул ҡуңырт йөҙлө уртаса буйлы, мыҡты кәүҙәле, ҡыйыу, ҡарамаҡҡа йәмһеҙ генә, бик аҡыллы, йомарт, көләс йөҙлө,үтә лә зирәк һәм отҡор»[9].

Иҙеүкәйҙең иң кәмендә, егерме улы була[11]. Улар араһында иң билдәле Мансур (1427), Мораҙым (1440), Ғази (1428), Наурус, Кей-ыҙуадә ҡеүәт-Мәхмүт мм Мөбәрәк.

Иҙеүкәй Алтын Урҙа ханы Тимерхан ҡыҙына өйләнә (1410—1412).

Изеге

Иҙеүкәй (спектакль, 2023)

  1. Поколенная роспись, поданная в Разрядный Приказ за общим подписанием Князей Юсуповых, 1686, 19 мая 363. II.
  2. Натанзи 1957 Муин ад-Дин Натанзи. Мунтахаб ат-таварих-и Муини (Extraits du Muntakhab al-tavarikh-i Mu’ini (Anonyme d’Iscandar). Publiés par J.Aubin). Техран, 1336/1957. С.-95
  3. Абдуppaззок, Самаркандий, Матлан саьдайн ва мажмаи бахрайн, форс- тожик тилидан таржима, кириш суз на изохли лугатлар Л. Уринбоевники, Тошкент, 1969. С.-25
  4. Тизенгаузен В. Г. — Сборник материалов. относящихся к истории Золотой Орды. Т. 2 (1941). С.-191, 251
  5. Абилеев А. К., Абилеев Е. А. Политическая история Ногайской орды в Xv-xvii вв// ОАИГРНО. С.-9
  6. Трепавлов В. В. История Ногайской Орды. — М.: Восточная литература, 2002. С.-65
  7. «Подводя итоги, можно сделать вывод о том, что культурно-исторический феномен Дешт-и-Кипчак в период истории развитого средневековья степей и лесостепей Евразии сформировался и существовал в результате миграции тюркоязыячных (кипчакских) этнических групп не только на запад, но и на восток. Происходило это на всем протяжении периода развитого средневековья под воздействием геополитических событий в Центральной Азии, которые определяли стартовую площадку, контингент, направление и динамику миграции. Этот феномен оказался в зоне влияния культурного пространства Среднего Востока, что способствовало формированию единой кыпчакской культуры тюркоязычных кочевников развитого средневековья от Байкала до Дуная, а противоположные направления миграционных потоков привели к появлению Восточного и Западного Дешт-и-Кипчак.» А. М. Илюшин. Западные и восточные кипчаки по материалам археологии.//Вестник Томского государственного университета. История. 2016. № 5 (43)
  8. «В первой половине XIII в. кипчакские кланы оказались под властью монгольских завоевателей, став основным человеческим ресурсом для строительства джучидской и чагатайской улусной системы (прочие тюрки-кочевники — огузы, карлуки, уйгуры, народы Алтая — были немногочисленны по сравнению с ними). Дешт-и-Кипчак был поделен Чингизидами на нутаги (монг.), или юрты (тюрк.) — обширные зоны пастбищных угодий, предоставленные монгольским племенам. Считалось, что некоторая (едва ли значительная) часть степи, не охваченная этой развёрсткой, по-прежнему принадлежала покоренным монголами кипчакам, предкам будущего ногайского эля кипчак. Однако кипчаки практически утратили домонгольское племенное деление и стали обозначаться посредством этнонимов тех монгольских племён, в нутагах (юртах) которых им довелось оказаться. Кочевавшие в нутаге мангутов стали мангытами, в зоне хонкиратов — кунгратами, найманов — найманами, киреитов — кереитами, или кереями. Относительно мирная и безопасная жизнь в империи Джучидов на протяжении второй половины XIII — первой половины XIV вв. имела благоприятные демографические последствия. Старые эли множились, делились и ветвились; появлялись патронимии, различавшиеся по именам патриархов (темир-ходжа, тогунчи-улы и т. п.) или по тамгам» Трепавлов В. В. История Ногайской Орды. — М.: Восточная литература, 2002.
  9. 1 2 Греков Б. Д., Якубовский А. Ю., Ч. 3. — Гл. 3.
  10. Тропин Н. А. Елецкая земля в XII−XV вв. — Елец, 1989.
  11. Трепавлов В. В. История Ногайской Орды. — М.: Восточная литература РАН, 2002. — 752 с. — ISBN 5-02-018193-5. — С. 90.

Кинола Иҙеүкәй образы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Андрей Рублев (СССР; 1966) режиссеры — Андрей Тарковский, Иҙеүкәй ролендә — Болот Бейшеналиев.