Ейәнсура (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Ейәнсура — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки хәлыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ейәнсура башҡорт исеме — ейән + сура (улан, ир бала; батыр, ҡыйыу, дуҫ) һүҙҙәре ҡушылыуҙан яһалған. Ейәнсура районының атамаһы ошо исемгә ҡайтып ҡала[1]
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ейәнсурин Ғәҙелша Дәүләт улы (1894 йыл — 1937 йыл) — дәүләт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының Баш суды рәйесе (1929 йыл — 1931 йыл).
Йәркәй Ейәнсурин (Ялан Йәркәй; XVII быуат аҙағы — XVIII быуат башы) — Йылан улусының атаҡлы башҡорто.
Ғәҙелша Дәүләт улы Ейәнсурин (1894 йылдың 27 ноябрендә, Буҫтыбай — 1937, Өфө) — совет башҡорт хәрби һәм сәйәси эшмәкәре. 1930-сы йылдарҙа репрессияға эләгә.
Ауыл, ҡала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ейәнсура (рус. Зиянчурино) — Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районындағы ауыл. Ейәнсура ауыл биләмәһенең үҙәге. Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан.
Ейәнсура районы — Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Майҙаны — 3 342 км. Район үҙәге — Иҫәнғол ауылы, Өфөнән 337 км алыҫлыҡта.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ейәнсура тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы — музей. Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында урынлашҡан.
Ейәнсура таңдары (гәзит) — ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Башҡортостан Республикаһының «Зианчуринские зори» редакция-нәшриәт комплексы дәүләт унитар педприятиеһы. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында аҙнаһына 3 тапҡыр сыға. 1991 йылдан алып «Зианчуринские зори» гәзите тәржемәһе булараҡ нәшер ителә, 2006 йылдың июненән — үҙ аллы гәзит.
Ейәнсура (йыр) - Ейәнсураға бағышлап яҙылған йыр.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |