Эстәлеккә күсергә

Елисеев Сергей Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Елисеев Сергей Иванович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 3 ноябрь 1875({{padleft:1875|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Симферополь, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 19 октябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (61 йәш)
Вафат булған урыны Томск, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө спортсы
 Елисеев Сергей Иванович Викимилектә
Сергей Елисеев һәм Георг Гаккеншмидт

Елисеев Сергей Иванович (3 ноябрь 1875 йыл, Өфө (Симферополь) — 19 октябрь 1937 йыл, Томск) — баһадир спортсы, рустарҙан беренсе донъя чемпионы (1899).

Билдәле рус баһадиры Клементий Булдың остазы.

«Томск А-нан Я-ға тиклем. Ҡаланың ҡыҫҡа энциклопедияһы»нда Сергей Елисеев Симферополдә тыуған тип раҫлана, әммә башҡа сығанаҡтар тыуған урынын Өфө тип күрһәтә.

Атаһы, Иван Григорьевич, һөнәре буйынса ашнаҡсы, баһадир була. Улдары — өлкәне Сергей менән кесеһе Александр Өфөнөң тимер юл оҫтаханаларында слесарь булып эшләй.

1898 йылда Сергей Елисеев ағаһы Александр менән бергә Өфөнән Петербургҡа кусенә. 1898 йылдың апрелендә Сергей Петербургта Рәсәй чемпионатында ҡатнашып, унда икенсе урын яулай (беренсе урында — Георг Гаккеншмидт) һәм ике донъя рекорды ҡуя: 28,8 һәм 32,8 килограмлыҡ герҙәр менән «разводка» эшләй һәм ҡулын ике яҡҡа айырып 60,8 килограмлыҡ герҙе күтәреп тора.

1899 йылдың февралендә Елисеев Миланға бара. Унда иң көслө кеше исемен алыу өсөн ер шарының баһадирҙары йыйыла. Сығыштар донъяға билдәле «Ла Скала» опера театры сәхнәһендә бара. 23 йәшендә Сергей Елисеев йыл, алыҫ Өфөнән ябай эшсе егет, донъя чемпионы һәм рекордсыһы була.

Рәсәйҙә Елисеевтың иҫ киткес сығышы тураһында хәбәр киң ижтимағи резонанс тыуҙыра. Халыҡтың физик үҫешен баш күҙәтеүсе үҙе батша исеменә Өфө ҡалаһынан С. Елисеевты Ватанға һәм батшаға өлгөлө хеҙмәте өсөн бүләкләү тураһында реляция яҙа.

Ике тапҡыр — 1899 һәм 1900 йылдарҙа Елисеев, ул заман өсөн иҫ киткес һөҙөмтәләр күрһәтеп, Рәсәй чемпионы титулын яулай. Ике ҡулында ул 145 килограмм күтәрә, 160,2 килограммды этә. 1903 йылда Сергей Елисеев донъя чемпионатында ҡатнашыу өсөн Парижға юллана. Һәм тағы ла Рәсәйҙе данлай.

Рәсәйҙә 1905 йылғы революцион ваҡиғалар көтөлә. Сергей Елисеев әүҙем революционер була, был хаҡта батша һағы ла белә. Ул «Атлет» ҡушаматы менән үтә. 1905 йылдың июнендә ул листовкалар алып китеп барған була. Уға ҡарагруһсылар ябырылып, башын тишәләр. Ул илле көн йәшәү менән үлем араһында була, ә һауыҡҡас, жандармдар уны төрмәгә яба, ә һуңынан Яҡутстанға һөргөнгә ебәрә.

Октябрь революцияһынан һуң, 1919 йылда, Елисеев ғаиләһе менән — Төмәнгә, ә 1925 йылда Томскиға күсенә, бухгалтер булып эшләй (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — йөк ташый, һуңынан — Томск медицина һәм технология институттарында ауыр атлетика уҡытыусыһы була, Томск ҡала баҡсаһында үҙенең номерҙары менән сығыш яһай).

1937 йылдың сентябрендә «Рәсәйҙе ҡотҡарыусылар союзы» ағзаһы булараҡ НКВД органдары тарафынан ҡулға алына һәм атып үлтерелә. Һуңынан аҡлана.

Яҙмыш келәмдә Елисеевты бөйөк һәм еңелмәҫ Иван Поддубный менән осраштыра— спорт ярышында ике донъя чемпионы осраша: береһе гер спорты буйынса, икенсеһе — көрәш. Алыш Томскиҙа үтә. «Спорт» журналында был үҙенсәлекле осрашыу ошолай һүрәтләнә[1]:

«Ярты сәғәт дауамында көрәшселәрҙең береһе лә һөҙөмтәле алым күрһәтмәне, әммә инициатива буйынса Поддубный алда ине. ВУл Елисеевты ике тапҡыр140 килограмлыҡ батыр Поддубный күтәреп алды һәм һыналған алымы буйынса келәмгә ташланы, әммә көтөлгән һөҙөмтәгә өлгәшә алманы — Елисеев арҡаһына ятмай, аяғына баҫты». Келәмдә нимә барғанын әйтеүе ауыр… Иван Максимович үҙенең иң ныҡ һыналған алымын ҡулланырға булғайны, Елисеевтың ҡулы менән тоташҡан беләҙектәге ҡайыш сыҙаманы, өҙөлдө. Запас ҡайыш юҡ ине! Алыш тигеҙ иҫәп менән тамамланды тип иғлан ителде. Поддубный: «Ҡаты сәтләүек икнһең, Сергей Елисеев!» — тип белдерҙе. Иҫтәлеккә ул «баҡтиһәң, Рәсәйҙә Иван Поддубныйға лайыҡлы дәғүәсе бар икән», тип, аҫылташ менән биҙәлгән, штанга формаһындағы алтын заколка бүләк итте.


Бөгөн Томск өлкәһендә, ҡасандыр Елисеев эшләгән Технология институтында (хәҙер Томск политехник университеты), С. И. Елисеев иҫтәлегенә йыл һайын гер спорты буйынса турнирҙың үткәрелә[2].