Елсел (тау)
Елсел | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Тышҡы медиафайлдар |
---|
Елсел тауы (рус. Гора́ Ицы́л) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһендәге Көньяҡ Урал буйындағы тау — Оло Урал һыртының бер өлөшө. Шундай уҡ исемле Елсел һыртының («Ицил» тип яҙыу осрай) көньяҡ осонда урынлашҡан. Тағанай тау үҙәгенә ҡарай.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Златоуст ҡалаһында йәшәгән ололар тауҙы һәм һыртты «Исыл» тип атай. Тауҙың исеме башҡорт теленән ингәне күренеп тора[2][3][4]
Силәбе өлкәһе географы һәм топонимисы, башҡорт халҡының фольклорын, атамаларын халыҡ араһында йөрөп яҙып алған Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: «Ицыл (Иссыл), гора, территория города Златоуста. От башкирского слова иссиль — „вечный ветер“. Ицыл — „гора вечного ветра“. Название вполне соответствует действительности. Об Ицыле говорят: „Известная труба на весь Урал“.»[5][6] Аңлашылыуынса, һырттың атамаһы «гел ел сығып торған урын», йәғни, бер һүҙ менән «елсел» тигән сифатҡа эйә урын.
Атама, бәлки, төрки сығышлы «Исыл» тигән антропонимдан барлыҡҡа килгәндер, тигән фараз да бар[7].
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Елсел тауы — шундай уҡ исемле һырттың көньяҡ осондағы тау, Златоуст ҡалаһынан 26 км төньяҡ-көнсығыштараҡ, милли паркының сигендә урынлашҡан. Тау ике түбәле, үркәс рәүешендә. Көньяҡ үркәсенең бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 1049 метр, төньяҡтағыныҡы — 1068 метр. Үркәстәре араһында — яҫы таулыҡ. Битләүҙәрендә күп һанлы таш йылғалар (диаметры 0,5-3 метрлы тау тоҡомдары) һәм ҡая-ҡалдыҡтар (останцы). Тау тоҡомдары кварциттан һәм кристаллы һәүерташтарҙан тора. Минералдары араһында гранат, ставролит, шерл осрай .
Был тау буйлап Европа менән Азия араһындағы сик үтә.
Елсел тауының көнсығыш битләүҙәрендә реликт шыршылар үҫә, уларҙы рус. «ицыльские ельники» тип атайҙар. Орлоҡ сығанағы булараҡ бик ҡиммәт баһалана.
Түбәләрендә ағас юҡ тиерлек. Ҡаялар урыны-урыны менән мүк һәм лишайниктар менән ҡапланған. Елсел итәгендә — тау тайгаһы, унда ҡара һәм аҡ шыршы, ҡайын өҫтөнлөк итә.
Елсел түбәһе «Көньяҡ Уралда иң яҡшы күҙәтеү майҙансыҡтарының береһе һанала»[8]. Унан Тағанай һырт ына панорамалы күренештәр асыла: төньяҡ-көнбайышта — Оло Тағанай, көнбайышта — Урта, көньяҡ-көнбайышта — Кесе Тағанай. Көнсығышта — Арғужа күле, көньяҡ-көньяҡ-көнсығышта — Түрғәяҡ күле күренеп ята[9][10][11].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Козлов А. Ицыл // Златоустовская энциклопедия. — Златоуст: 2004.
- Геологическое строение Миасского района // Миасс. Энциклопедический словарь
- Ицыл // Урал. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия / Сост. Н. Рундквист, О. Задорина. — Екатеринбург: Изд. Квист, 2013.
- По Южному Уралу: туристские маршруты 171-99-01 (55), 171-90-02 (371). — М.: Главное управление геодезии и картографии при Совете Министров СССР, 1975.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Информация на сайте «Путеводитель по Челябинской области»
- ↑ Информация на туристическом портале Челябинской области 2019 йыл 17 октябрь архивланған.
- ↑ Информация о горе Ицыл на сайте «Весь Южный Урал»
- ↑ Шувалов Н. И. Аксакуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]
- ↑ Хребет Ицил // Челябинская область: энциклопедия / гл. ред. К. Н. Бочкарев. — Челябинск: Каменный пояс, 2008. Т. 7. — Х—Я. — ISBN 978-5-88771-075-4
- ↑ Информация на туристическом портале Челябинской области 2019 йыл 17 октябрь архивланған.
- ↑ Козлов А. Ицыл // Златоустовская энциклопедия. — Златоуст: 2004.
- ↑ Информация о горе Ицыл на сайте «Весь Южный Урал»
- ↑ Информация о горе Ицыл на сайте «Green Expedition»
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уралтау // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 27-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Южный Урал//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- Страница горы Ицыл на сайте Викимапия
- Страница горы Ицыл на Яндекс. Карты
- Страница горы Ицыл на сайте «Весь Южный Урал»
- Страница горы Ицыл на сайте «Green Expedition»
- Страница горы Ицыл на туристическом портале Челябинской области 2019 йыл 17 октябрь архивланған.
- Гора Ицыл на карте окрестностей Златоуста (Л. 22-Б)
- Гора Ицыл на топографической карте Урала (2000 год)