Эстәлеккә күсергә

Еңгәй (ҡасаба)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Еңгәкәй (ҡасаба) битенән йүнәлтелде)
Посёлок
Зингейка
Еңгәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Силәбе өлкәһе

Муниципальный район

Агаповка

Сельское поселение

Светлогорское

Координаталар

53°06′33″ с. ш. 59°16′37″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1930

Халҡы

#Н/Д[1] кеше ([[#Н/Д[2] йыл|#Н/Д[2]]])

Почта индексы

457418

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

75 203 866 005

Код ОКТМО

75 603 466 121

Зингейка (Рәсәй)
Зингейка
Зингейка
Еңгәй (ҡасаба) (Силәбе өлкәһе)
Зингейка

Еңгәй (рус. Зингейка) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһендә Агаповка районында, янында Ҡуйсаҡ археологик ҡомартҡыһы урынлашҡан ҡасаба. Светлогорский ауыл биләмәһе составына инә[3]

Ҡасаба райондың көньяҡ өлөшөндә, Еңгәкәй тип аталған йылға буйында урынлашҡан.

Күрше ауыл һәм ҡасабалар менән бәйләп, шоссе һәм грунтлы юлдар һалынған. Район үҙәге Агаповка ауылына тиклем аралыҡ— 25 км, ауыл советы үҙәгенә тиклем (Светлогорск) — 13 км

1930 йылда ҡасабаға нигеҙ һалынған. Бер нисә йыл Горный ауыл советына ҡараған. Совет осоронда уның биләмәһендә «Горный» совхозының 5 бүлексәһе урынлашҡан булған, хәҙер — «Еңгәкәй» Ябыҡ акционерҙар ойошмаһының үҙәк усадьбаһы һәм 1-се бүлексәһе (1990 ойошторолған).[4]

Силәбе өлкәһенең Еңгәкәй ҡасабаһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 2,3 км алыҫлыҡта Еңгәкәй йылғаһы (Яйыҡ йылғаһы бассейны) уң ярында һәм уның уң ҡушылдығы Ҡуйсаҡ буйында Һынташты мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары комплексы, б.э.т. III—II мең йыллыҡтарға ҡараған Ҡуйсаҡ археологик ҡомартҡылары урынлашҡан.[5] [6].

Халыҡ һаны динамикаһы:

Дөйөм демографик күрһәткестәр[7]
Дөйөм халыҡ һаны 2010 йылға енес составы
2002 2010 ир-ат ҡатын-ҡыҙ
391 393 203 190

2002 йылғы халыҡ һаны иҫәбе буйынса күпселекте алып торған халыҡтар: урыҫтар (50%), ҡаҙаҡтар (31%), башҡорттар (15%), татарҙар (4%).[8]

Башҡорт телендә Еңгәй тип йөрөтөлгән йылға буйында урынлашҡан был ҡасабаның һәм уға исем биргән йылғаның атамаһын Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип аңлата: "Зингейка, река, левый приток Урала, озеро, Чесменский район; поселок, Агаповский район; Зингейский, поселок, Кизильский район. В народе воспроизводится от казахского слова жинге (зинге), жингей — «сноха», «невестка». Возможно происхождение от тюркского мужского имени Зингерей, Зингей. Название могло относиться и к именованию казахского рода, обитавшего в долине реки [9][10].

Мәгәр был төбәк боронғо тарихи Башҡортостан ерҙәренә ингән булған, шуға күрә атаманың ҡаҙаҡ теленән инеүе бәхәсле. Башҡорттарҙа ла еңгәй - ағайҙың ҡатыны [11]

Инфраструктураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • ФАП
  • Мәктәп
  • Балалар баҡсаһы
  1. Еңгәй (ҡасаба) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  2. Еңгәй (ҡасаба) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  3. Постановление Агаповского районного Совета депутатов от 05.03.2002 N 64 "О внесении изменений и дополнений в Устав муниципального образования "Агаповский район" | ГАРАНТ. base.garant.ru. Дата обращения: 16 сентябрь 2019.
  4. Челябинская область. Энциклопедия. В 7 томах. www.encyclopedia.ru. Дата обращения: 26 август 2019.
  5. И. М. Батанина, Т. С. Малютина Ҡуйсаҡ//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 11 август архивланған.
  6. Малютина Т. С., Зданович Г. Б. Куйсак — укреплённое поселение протогородской цивилизации Южного Зауралья //Культура древних народов степной Евразии и феномен протогородской цивилизации Южного Урала: материалы 3‑й междунар. конф. «Россия и Восток: проблемы взаимодействия». Челябинск, 1995
  7. Численность и размещение населения Челябинской области. Таблица 11 2019 йыл 2 апрель архивланған..
  8. 2002 йылғы йәниҫәп алыу базаһы. 2018 йыл 15 июнь архивланған.
  9. Шувалов Н.И. Зингейка// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  10. Парижа до Берлина по карте Челябинской области//От Парижа до Берлина по карте Челябинской области(недоступная ссылка)
  11. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 322-се бит
  • Малютина Т. С., Зданович Г. Б. Куйсак — укреплённое поселение протогородской цивилизации Южного Зауралья //Культура древних народов степной Евразии и феномен протогородской цивилизации Южного Урала: материалы 3‑й междунар. конф. «Россия и Восток: проблемы взаимодействия». Челябинск, 1995.
  • Шувалов Н.И. Зингейка// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7