Эстәлеккә күсергә

Жаринов Виктор Викторович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Жаринов Виктор Викторович
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 4 ғинуар 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (82 йәш) или 1942[1]
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө математик
Эшмәкәрлек төрө математик анализ, һыҙыҡлы алгебра һәм Комплекслы анализ
Эш урыны РФА-ның математика институты[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Вики-проект Проект:Математика[d]

Жаринов Виктор Викторович (4 ғинуар 1942 йыл) — Рәсәй математигы, профессор, физика-математика фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының В. А. Стеклов исемендәге математика институты (МИРАН) баш ғилми хеҙмәткәре, экология һәм тәбиғи фәндәр институтының математика кафедраһы профессоры. МИРАН ҡарамағындағы ғилми дәрәжәләр биреү буйынса Совет ағзаһы, Мәскәү өлкә дәүләт университеты ҡарамағындағы ғилми дәрәжәләр биреү буйынса Совет ағзаһы, Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фондының (РФФИ) Эксперт советы ағзаһы, «Теоретическая и математическая физика» журналының яуаплы секретары. Рецензияланыусы журналдарҙа 58 хеҙмәте, 2 монографияһы, дәреслеге (авторҙашлыҡта) һәм юғары уҡыу йорттары өсөн ике уҡыу әсбабы баҫылып сыҡҡан. 1997 йылдан башлап Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды гранты етәксеһе.

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19721997 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) Мәскәү энергетика институтында математик анализ, һыҙыҡлы алгебра, комплекслы анализ, математик физика буйынса курстар уҡый, 1997—1999 йылдарҙа Рәсәй технология университетында (МИРЭА) математик анализ буйынса курстар уҡый, 1997 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем экология һәм тәбиғи фәндәр институтында (ИНЕСНЭК) һыҙыҡлы алгебра һәм комплекслы анализ буйынса курстар уҡый

Ике уҡыусыһы фән кандидаты, бер уҡыусыһы фән докторы.

  • Жаринов В. В. Дистрибутивные структуры и их приложения в комплексном анализе // Труды МИАН. — М.: Наука, 1983. — Т. 162. — С. 3–81.
  • Zharinov V. V. Lecture notes on geometrical aspects of partial differential equations // World Scientific. — Singapore, 1992.
  • Владимиров В. С., Жаринов В. В. Уравнения математической физики. — М.: Наука, 2000.
  • Жаринов В. В. О когомологиях алгебры Гейзенберга // Труды МИАН. — 2000. — Т. 228. — С. 61–75.
  • Жаринов В. В. Когмологии алгебры Ли векторных полей на прямой // ТМФ. — 2001. — Т. 128. — № 2. — С. 147—160.
  1. 1,0 1,1 Identifiants et Référentiels (фр.)ABES, 2011.