Эстәлеккә күсергә

Жигмонд Кунфи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Жигмонд Кунфи
мадьярса  Kunfi Zsigmond
Жигмонд Кунфи
Флаг
Флаг
Венгрияның хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры
31 октябрь 1918 — 19 ғинуар 1919
Флаг
Флаг
Хорватия, Славония һәм Далмация эштәре буйынса министр
6 ноябрь 1918 — 19 ғинуар 1919
Алдан килеүсе: Карой Ункельхойссер (инг.)баш.
Дауамсы: вазифа бөтөрөлгән
Флаг
Флаг
Венгрияның мәғариф министры
9 ғинуар — 21 март 1919
Алдан килеүсе: Шандор Юхас Надь (инг.)баш.
Дауамсы: Дьёрдь Лукач
 
Тыуған: 28 апрель 1879({{padleft:1879|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Австро-Венгрия, Надьканижа
Үлгән: 18 ноябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (50 йәш)
Австрия, Вена
Ерләнгән: Керепеши[d][1]
Исеме: Жигмонд Кон
Ҡатыны: 1-се ҡатыны: Мелани Вамбери
2-се ҡатыны: Эржебет Ронаи
Партия: Венгрияның социаль демократик партияһы
Белеме: Клуж педагогия училищеһы
Профессияһы: немец теле уҡытыусыһы
Эшмәкәрлеге: сәйәсмән, журналист

Жигмонд Кунфи (мадьярса  Kunfi Zsigmond), тыуғанда исеме: Жигмонд Кон (нем. Zsigmond Kohn; 28 апрель 1879, Надьканижа18 ноябрь 1929, Вена) — Венгрия сәйәсмәне; Австро-Венгрияла — Хорватия, Славония һәм Далмация эштәре буйынса министр, бйондороҡһоҙ Венгрияла — хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт министры, шулай уҡ мәғариф министры.

Жигмонд Кунфи 1879 йылдың 28 апрелендә Надьканижала мәктәп уҡытыусыһы Бенедек Кунштеттер һәм Янка Кон ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәпте тамамлай. 1903 йылда немец теле уҡытыусыһы һөнәре буйынса Клуж педагогия училищеһын тамамлай.

Темешвар (Тимишора) реаль училищеһында уҡыта. Карл Каутскийҙың идеологик ҡараштары менән ҡыҙыҡһынған, Тимишорала урындағы масон ложаһына ҡушылған. Венгрияның социаль демократик партияһына ингән, шунлыҡтан эштән бушатылған.

Бынан һуң Будапештҡа күскән һәм 1907 йылдан «Népszava» (мадьярса  Халыҡ тауышы) гәзитенең мөхәррире булып китә. Будапештта Оскар Яси уның көрәштәштәренең береһе булып китә, ул да сәйәси иң радикаль масон ложаһы ағзаһы булған.

1908 йылдан 1914 йылға тиклем Кунфи «Szocializmus» журналының мөхәррире булған. Шағир Эндре Ади менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрҙә булған, уның инҡилабы ҡараштарын һәм «Егерменсе быуат» ойошмаһын яҡлаған. Кунфиның булышлығы арҡаһында Адиның шиғырҙары күп кенә журналдарҙа баҫтырылған.

1918 йылда Австро-Венгрияла инҡилаби хәрәкәттәр башланғас Кунфи Венгрияның Милли советына һайланған. Михай Каройи хөкүмәтендә ул хеҙмәт һәм социаль тәмьинәт министры, шулай уҡ Хорватия, Славония һәм Далмация эштәре буйынса министр вазифаларын башҡарған. Денеш Беринкеи хөкүмәтендә мәғариф министры вазифаһын биләгән.

1919 йылда Венгрия Совет Республикаһы йәшәгән осорҙа мәғариф халыҡ комиссары була. 1919 йылдың июнендә республикала диктатураға ҡаршы сығыш яһап отставкаға киткән, ә Венгрия Совет Республикаһы ҡолағас аҡ террорҙан Австрияға ҡасҡан.

Венала немец телендәге «Arbeiter Zeitung» һәм мадьяр телендәге «Világosság» гәзиттәренең мөхәррире булған.

1929 йылдың 18 ноябрендә барбитал (веронал) менән ағыуланып үҙ үҙенә ҡул һалған.

Беренсе ҡатыны Мелани Вамбери (Шандор Вамбергер һәм Фани Штайнхаус ҡыҙы) була, никах 1904 йылдың 14 авгусында төҙөлгән. Никахта ҡыҙҙары Нора тыуған, әммә тиҙҙән Мелани һәм Жигмонд айырылышҡан.

1914 йылдың 29 ғинуарында икенсе тапҡыр Эржебет Ронаиға (Бернарт Ронаи һәм Илона Кишфалви ҡыҙы) өйләнгән.

  • Új magyar irodalmi lexikon II. (H-Ö). Főszerk. Péter László. Budapest: Akadémiai. 1994. 1166. o. ISBN 963-05-6806-3
  • Új magyar életrajzi lexikon III. (H-K). Főszerk. Markó László. Budapest: Magyar Könyvklub. 2002. 1253—1254. o. ISBN 9635474148
  • Köves Rózsa-Erényi Tibor: Kunfi Zsigmond életútja. Budapest, 1974, Kossuth Könyvkiadó, 387 old.
  • Erényi Tibor: Kunfi Zsigmond. Életek és korok. Budapest, 1974, Akadémiai Kiadó-Zrínyi Kiadó, 289 old.
  • Kunfi Zsigmond. Magyar Életrajzi Index. Petőfi Irodalmi Múzeum. Hozzáférés ideje: 2016. február 12.