Задионченко Семён Борисович
Уҡыу көйләүҙәре
Задионченко Семён Борисович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 10 (22) июнь 1898 или 22 июнь 1898[1] |
Тыуған урыны | Ржищев[d], Киевский уезд[d], Киевская губерния[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 19 ноябрь 1972[1] (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | ВКП(б)-ның XVIII съезы[d] |
Ойошма ағзаһы | КПСС Үҙәк комитеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Задионченко Семён Борисович (төп исеме Борухович Шимон Зайончик; укр. Семен Борисович Задіонченко); 22 июнь 1898 йыл, Киев губернаһы, Киев өйәҙе, Ржищев — 19 ноябрь 1972 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың дәүләт һәм партия эшмәкәре, 1942—1943 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эшсе ғаиләһендә тыуған. 1914 йылда Кирмәнсек һөнәрселек-техник училищеһын тамамлаған. Милләте буйынса йәһүд[2].
- 1916—1917 йылдарҙа — Рәсәй империяһы армияһында
- 1917—1925 йылдарҙа — Ҡыҙыл гвардияла, РККА-ла. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы
- 1925—1931 йылдарҙа — Бөтә Союз ауыл хужалығы кооперацияһы идаралығының инструкторы; Донбасс, Ҡаҙағстан һәм Урта Азия буйынса Бөтә Рәсәй үҙәк малсылыҡ союзы вәкиле, «Животноводсоюз» Ҡобан округ бүлеге мөдире, «Малсылыҡ» (Ҡаҙаҡ АССР-ы) совхоз директоры, Бөтә Союз «Малсы» берекмәһенең кадрҙар идаралығы начальнигы урынбаҫары
- 1931—1934 йылдарҙа — ойоштороу бүлеге мөдире урынбаҫары, Мәскәү ҡалаһының Бауман район Советы рәйесе
- 1934—1936 йылдарҙа —Бауман район советы рәйесе
- 1936—1937 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Бауман район комитетының беренсе секретары
- 1937—1938 йылдарҙа — РСФСР халыҡ комиссарҙары советы рәйесе урынбаҫары
- 1938 йылдың февраль-июне — Украина КП(б)-ның Днепропетровск өлкә комитетының беренсе секретары
- 1938—1941 йылдарҙа — Днепропетровск өлкә комитеты беренсе секретары кп(б) Украина
- 1938—1949 йылдарҙа — Украина Коммунистар партияһы Үҙәк комитеты политбюроһы ағзалығына кандидат
- 1941 йылда — Көньяҡ фронттың Хәрби советы ағзаһы
- 1941 йылда — Украина КП(б)-ның Сталин өлкә комитетының беренсе секретары
- 1941—1942 йылдарҙа — СССР-ҙың игенселек халыҡ комиссариатының сәйәси идаралығы начальнигы
- 1942—1943 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары
- 1943—1946 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Кемерово өлкә комитетының беренсе секретары
- 1946—1948 йылдарҙа — ВКП(б)Үҙәк комитетының инспекторы
- 1948 йылда — ВКП(б)Үҙәк Комитетының ауыр сәнәғәт бүлеге мөдире
- 1948—1951 йылдарҙа — СССР-ҙың әҙерләү министрының беренсе урынбаҫары
- 1951—1952 йылдарҙа — ВКП(б)Үҙәк Комитетының инспекторы
- 1952—1953 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитетының партия, профсоюз һәм комсомол органдарының төбәк партойошмалары бүлегенең подотдел мөдире
- 1953—1954 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитетының партия, профсоюз һәм комсомол органдары партойошма территориаль бүлеге секторы мөдире
- 1954—1958 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитеты инспекторы
1958 йылдан хаҡлы ялда; РСФСР-ҙың Министрҙар Советы аппаратында.
1919 йылдан алып РКП(б)ағзаһы, ВКП(б) Үҙәк Комитеты ағзаһы (1939—1952). СССР-ҙың 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән[3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өс Ленин ордены
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. Ламин — Новосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
- ↑ http://www.liveinternet.ru/users/wadim64/post246262773/
- ↑ Газета Кузбасс с агитационными материалами по выборам в ВС СССР в 1946 году 2017 йыл 7 август архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт энциклопедияһы — Задионченко Семён Борисович 2020 йыл 16 июнь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 июнь 2020)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЦЕНТРАЛЬНЫЙ КОМИТЕТ КПСС, ВКП(б), РКП(б), РСДРП(б): Историко-биографический справочник / Сост. Горячев Ю. В. -М.: Издательский дом «Парад», 2005.
Категориялар:
- 22 июндә тыуғандар
- 1898 йылда тыуғандар
- Киев губернаһында тыуғандар
- 19 ноябрҙә вафат булғандар
- 1972 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- 1-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 2-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретарҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр