Захаров Вадим Петрович
Захаров Вадим Петрович | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 19 апрель 1975[2] (49 йәш) |
Тыуған урыны | Семен-Петровский, Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[2] |
Һөнәр төрө | химик, университет уҡытыусыһы, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | физическая кинетика[d][1], диены[d][1] һәм физик химия[1] |
Биләгән вазифаһы | ректор[d][3] һәм вазифа башҡарыусы[d][3] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] (2004) |
Ғилми етәксе | Минскер Карл Самойлович |
Әүҙемлек урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Захаров Вадим Петрович Викимилектә |
Захаров Вадим Петрович (19 апрель 1975 йыл) — ғалим-химик, юғары мәктәп эшмәкәре. 2022 йылдың 8 апреленән Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры (2014), химия фәндәре докторы (2004), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президиумының С. Р. Рафиҡов исемендәге премия (2002), Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы (2005)[4], Фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы (2007) лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вадим Петрович Захаров Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Күгәрсен районы Семен-Петровский ауылында 1975 йылдың 19 апрелендә тыуған[5].
1992 йылда урта мәктәпте көмөш миҙалға[6] тамамлай һәм ул уҡ йылда Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына уҡырға инә, уны 1997 йылда ҡыҙыл диплом[6] менән тамамалай.
Артабан, аспирантураға уҡырға ингәнсе, өс ай хеҙмәт килешеүе буйынса ғилми тикшеренеү лабораторияһында инженер булып эшләй.
1997—2000 йылдарҙа БДУ-ның көндөҙгө аспирантураһында уҡый.
2000—2001 йылдарҙа — ғилми тикшеренеү лабораторияһында өлкән ғилми хеҙмтәкәр вазифаһында эшләй
2001—2004 йылдарҙа БДУ-ның көндөҙгө докторантураһында белем ала.
2004—2006 йылдар — Башҡорт дәүләт университетының юғары молекуляр ҡушымталар һәм дөйөм химия технологияһы кафедраһы профессоры.
2006—2010 йылдар — «Роснефть-УфаНИПИнефть» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең лаборатория мөдире[6].
2010—2012 йылдар — «Роснефть-УфаНИПИнефть» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бүлек начальнигы[6].
2012—2018 йылдар — Башҡорт дәүләт университетының фән буйынса проректоры вазифаһында эшләй.
2018—2020 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының фәнни һәм инновацион эштәр буйынса проректоры.
2019—2020 йылдарҙа «Сколково» Мәскәү идара мәктәбенең «Ғилми-технологик үҫеш лидерҙары» ғилми һәм юғары белем биреү мәғариф ойошмалары етәкселәре өсөн уҡыу программаһын тамамлай.
2020 йылдың июле — Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
2021 йылдың апреле — Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе итеп тәғәйенләнә[7].
2022 йылдың 8 апрелендә Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде[8].
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғилми эҙләнеүҙәре шыйыҡ фазала тиҙ үтеүсе процестарҙың макрокинетикаһын, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыуҙың физик‑химик ысулдарын өйрәнеүгә арналған. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы К. С. Минскер етәкселегендә 2000 йылда кандидатлыҡ[9], 2004 йылда докторлыҡ[10] диссертарцияларын яҡлаған. Ғәмәли өлкәлә бәләкәй габаритлы торба рәүешендәге турбулент аппараттар нигеҙендә энергия һәм ресурс һаҡлаусы галобутилкаучуктар, этиленпропилен каучуктар, алкилсульфаттар алыу технологияларын булдырыуҙа һәм производствоға индереүҙә ҡатнашҡан. В. П. Захаров – 8 монография, өсәүһе сит илдә донъя күргән (Бөйөк Британия, Нидерланд, АҠШ)[11], 280 ғилми мәҡәлә (яртыһынан күбеһе Web of Science һәм Scopus халыҡ-ара мәғлүмәт базаһына инә), 25 патент (10 патент реаль иҡтисад секторы предприятиеларында уңышлы ҡулланыла; шуның етәүһе – Башҡортостандың эре сәнәғәт предприятиеларында) авторы. 7 фән кандидаты һәм 1 фән докторы әҙерләгән[6]. «Фән» специализацияһы буйынса «Рәсәй лидерҙары 2020» конкурсы финалисы.
- Ғилми хеҙмәттәре
- Minsker K.S., Berlin Al.Al., Zakharov V.P., Zaikov G.E. Fast liquid-phase processes in turbulent flows. Brill Academic Publishers. V.S.P. Intl. Science Netherlands. 2004.180 p.
- Захаров В. П., Берлин А. А., Монаков Ю. Б., Дебердеев Р. Я. Физико-химические основы протекания быстрых жидкофазных процессов. М.: Наука. 2008. 348 с.
- Захаров В. П., Исмагилов Т. А., Телин А. Г., Силин М. А. Нефтепромысловая химия. Регулирование фильтрационных потоков водоизолирующими технологиями при разработке нефтяных месторождений: Учебное пособие. М.: РГУ нефти и газа имени И. М. Губкина, 2011. 261 с.
- Deberdeev R.Ya., Berlin A.A., Dyakonov G.S., Zakharov V.P., Monakov Yu.B. Fast chemical reaction in turbulent flows: theory and practice. Shawbury, Shrewsbury, Shropshire (Unnited Kingdom): Smithers Rapra, 2013. 316 p.
- Morozkin N.D., Zakharov V.P., Zaikov G.E. Key Technologies in Polymer Chemistry. Apple Academic Press (USA, Canada), ISBN 78-1-4822-5185-2, 2015. 294 р.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2005)[4].
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015)[12].
- Фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт республика йәштәр премия лауреаты (2007)[13].
- Йәш ғалимдар өсөн премияһы менән бергә бирелгән Рәсәй Фәндәр академияһы миҙалы[14].
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президиумының С. Р. Рафиҡов исемендәге премия лауреаты (2002)[15].
- Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән министрлығының Почёт грамотаһы, рус. «За большой вклад в развитие науки и в связи с Днем российской науки» (2005)
- «Soros Graduate Student» дипломы — «Сорос аспиранттары» исемле халыҡ-ара конкурс еңеүсеһе (2002).
- Ватан фәненә ярҙам итеү Фондының «РФА-ның иң яҡшы фән кандидаттары» дипломы (рус. Диплом Фонда содействия отечественной науки «Лучшие кандидаты наук РАН», 2004, 2005).
- Ғилми тикшеренеү өлкәһендә юғары ҡаҙаныштар өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты дипломы (2002, 2003).
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй[6].
Фотогалерия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
НП «Викимедиа РУ» директоры Владимир Медейко Вадим Захаровҡа рәхмәт хаты тапшыра. Викиһабантуй 2015, Өфө, 25 апрель.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Zacharov, Vadim Petrovič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 2,0 2,1 Башкирская энциклопедия
- ↑ 3,0 3,1 Башинформ (урыҫ) / под ред. А. В. Валиев — 1992.
- ↑ 4,0 4,1 Постановление Правительства РФ от 2 марта 2005 года № 109, за цикл работ «Разработка и промышленное применение новых технологий быстрых химических процессов в турбулентном режиме» (рус.)
- ↑ Захаров Вадим Петрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 Захаров Вадим Петрович
- ↑ Поздравляем Захарова Вадима Петровича 2022 йыл 20 май архивланған.
- ↑ Башкирский государственный университет возглавил Вадим Захаров. ИА «Башинформ», 8 апреля 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 апрель 2022)
- ↑ Кандидатлыҡ диссертацияһы: «Быстрые процессы при синтезе полимеров в турбулентных потоках» (г. Уфа, Институт органической химии Уфимского научного центра РАН, 2000 год) (рус.)
- ↑ Докторлыҡ диссертацияһы: «Химические и тепломассообменные процессы при синтезе полимеров в турбулентных потоках» (г. Москва, Институт химической физики им. Н. Н. Семенова РАН, 2004 год) (рус.)
- ↑ И.о. ректора Башкирского госуниверситета назначен Вадим Захаров
- ↑ Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы (№ УГ-152, 3 июль 2015)
- ↑ 31-се танытма, Өфө, 7 октябрь 2008
- ↑ Постановление Президиума Российской академии наук РФ № 256 от 26 декабря 2006 года, за цикл работ «Макрокинетические закономерности протекания быстрых жидкофазных реакций» (рус.)
- ↑ Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президиумының 2002 йылдың 15 апрелендәге 11-се ҡарары, рус. «Теория и практика получения многотоннажных каучуков на катализаторах типа Циглера-Натта» исемле ғилми хеҙмәттәр циклы өсөн
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кто есть кто: библиографический справочник. Башкирский государственный университет. Уфа: Башкирский государственный университет. 2004. 416 с. (С. 77). (рус.)
- Кто есть кто. Башкирский государственный университет. Уфа: РИЦ БашГУ, 2009. 520 с. (рус.)
- Зиякаева Л. Не делать зла другим // Кафедра. 2004. № 8-9 (825-826). С.5. (рус.)
- Шаяхметов Эмиль. Химия на 5 и даже больше // Аргументы и факты Башкортостан. 2005. № 12 (537). С. 2. (рус.)
- Мавлиева Гульнара. В 26 – кандидат, в 29 – доктор // Единая Россия. Башкортостан. 27 марта 2009. №13 (20). С. 3. (рус.)
- Лауреаты республиканских молодежных премий Башкортостана. справ. изд. Уфа: Мин-во молодежной политики, спорта и туризма РБ, 2010. 160 с (с. 148). (рус.)
- Кугарчинский район. Книга-альбом. Уфа. 2015. 316 с. (С. 94) (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Захаров Вадим Петрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 апрель 2022)
- Захаров Вадим Петрович. Академия наук Республики Башкортостана
- Захаров Вадим Петрович
- Сведения о кандидате на должность Председателя УФИЦ РАН и основные положения программы развития(недоступная ссылка)