Зырин Николай Георгиевич
Зырин Николай Георгиевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 март 1909 |
Тыуған урыны | Дондағы-Ростов, Дон Ғәскәре өлкәһе[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 4 март 1997 (87 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Ваганьков зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | почвовед |
Эш урыны | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] (1968) |
Ғилми етәксе | Троицкий, Евгений Петрович[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Зырин Николай Георгиевич (22 март 1909 йыл — 4 март 1997 йыл) — СССР һәм Рәсәй тупраҡ белгесе, биология фәндәре докторы (1968), тупраҡ мониторингыһы һәм бысраныу проблемалары буйынса мәктәпкә нигеҙ һалыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1909 йылдың 22 мартында Дондағы Ростовта күп балалы ғаиләлә тыуған. Урта белемде Ырымбур гимназияһында ала. Гимназияны тамамлағандан һуң ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 17 йәшендә Ҡазан университетына уҡырға инә. 1930 йылда Мәскәү дәүләт университетының тупраҡ-география факультетына күсерелә. 1935 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлай. 1938 йылда Евгений Петрович Троицк етәкселегендә «Закономерности катионного обмена в почвах» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1941 йылда ополчение сафына инә, яраланып реабилитацияланғандан һуң университетҡа кире ҡайта[1]. 1941—1942 йылдарҙа факультеттың деканы вазифаһын биләй, ә 1942—1954 г йылдарҙа геолог-тупраҡ факультетының деканы урынбаҫары була[2]. 1968 йылда «Узловые вопросы учения о микроэлементах в почвоведении» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1969 йылда профессор дәрәжәһе бирелә[3]. 1974 йылда Мәскәү дәүләт университетының химия кафедраһын ойоштора һәм уны 1980 йылдарға тиклем етәкләй. 1997 йылдың 4 мартында вафат була, Мәскәүҙә Ваганьков зыяратында ерләнә.
Фәнни ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тупраҡ минералогияһы мәсьәләләре менән шөғөлләнә, тупраҡтың физик-химик тикшеренеү методтарын эшләй. Үҫемлек һәм тупраҡтың спектраль анализ ысулдарын камиллаштыра. «Тупраҡ-үҫемлек» системаһында микроэлементтарҙы бүлеү проблемаларын тикшерә. Педохимияның теоретик нигеҙҙәрен эшләй. Тупраҡ мониторингыһы һәм бысраныу проблемалары буйынса мәктәпкә нигеҙ һалыусы булып тора. Үләндәрҙә һәм тупраҡта микроэлемент миҡдарының бәйләнештәр мәсьәләһен өйрәнә[4][5] . Тупраҡ өйрәнеүселәрҙең халыҡ-ара тупраҡ химияһы буйынса комиссияның вице-президенты була. «Тупраҡ фәне» һөнәре буйынса Мәскәү дәүләт университеты янындағы диссертация советы рәйесе. Микроэлементтарҙы өйрәнеү буйынса күп кенә Бөтә Союз конференцияларын ойоштора. Зырин етәкселеге аҫтында Яҡынса 60 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана. Никодим Антонович Качинский менән берлектә Ленин тауҙарында МДУ тупраҡ стационарын ойоштороуҙа ҡатнаша[1].
2003 йылдан алып ғилми «Зырин уҡыуҙары» уҙғарыла
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ватан һуғышы ордены, «Фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн», «Мәскәүҙе обороналаған өсөн», «Мәскәүҙең 800-йыллығы иҫтәлегенә», В. И. Лениндың тыуыуына 100- йыллыҡ айҡанлы фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн" миҙалдары менән бүләкләнә[2].
Һайланма әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]200-ҙән ашыу фәнни эштәре нәшер ителә[2], шул иҫәптән:
- Зырин Н. Г., Орлов Д. С. Физико-химические методы исследования почв. — М.: Издательство Московского Университета, 1964. — 348 с.
- Зырин Н. Г., Орлов Д. С., Воробьева Л. А. Справочные и расчетные таблицы для физико-химических методов исследования почв. — М.: Издательство Московского Университета, 1965. — 334 с.
- Зырин Н. Г., Обухов А. И., Белицина Г. Д. Методические указания по спектрографическому определению микроэлементов в почвах и золе растений. — М.: Издательство Московского Университета, 1971. — 105 с.
- Зырин Н. Г., Обухов А. И. Спектральный анализ почв, растений и других биологических объектов. — М.: Издательство Московского Университета, 1977. — 334 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Мотузова Г. В. К 90-летию Николая Георгиевича Зырина // Почвоведение. — 1999. — № 8. — С. 1042—1046.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Николай Георгиевич Зырин: (К 70-летию со дня рождения) // Почвоведение. — 1979. — № 5. — С. 152—154. — ISSN 0032-180X.
- ↑ Зырин Николай Георгиевич (1909–1997): (Некролог) // Почвоведение. — 1997. — № 9. — С. 1167—1168. — ISSN 0032-180X.
- ↑ Николай Георгиевич Зырин: (К 70-летию со дня рождения) // Почвоведение. — 1979. — № 5. — С. 152—154. — ISSN 0032-180X.
- ↑ Зырин Николай Георгиевич (1909–1997): (Некролог) // Почвоведение. — 1997. — № 9. — С. 1167—1168. — ISSN 0032-180X.
- 22 мартта тыуғандар
- 1909 йылда тыуғандар
- Дондағы Ростовта тыуғандар
- 4 мартта вафат булғандар
- 1997 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Биология фәндәре докторҙары
- Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусылары
- Рәсәй юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар
- Рәсәй юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары