Эстәлеккә күсергә

Вәлитов Зөфәр Зәки улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зөфәр Вәлитов битенән йүнәлтелде)
Зөфәр Вәлит
Исеме:

Зөфәр Зәки улы Вәлитов

Тыуған көнө:

1 февраль 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (75 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының) Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир

Ижад йылдары:

1985

Жанр:

шиғриәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Наградалары:

Зәйнәб Биишева һәм Фатих Кәрим исемендәге премиялар

Вәлитов Зөфәр Зәки улы (псевдонимы Зөфәр Вәлит; 1 февраль 1949 йыл) — башҡорт шағиры, 2005 йылдан Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015). Зәйнәб Биишева (2015) һәм Фәтих Кәрим (2019) исемендәге премиялар лауреаты.

Зөфәр Зәки улы Вәлитов 1949 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Балалыҡ һәм йәшлек йылдары Күгәрсен районының Күгәрсен ауылында үтә.

Мораҡ ауыл һөнәрселек училищеһын, Өфө урман хужалығы техникумын тамамлай. Өфө заводтарында электрик, автослесарь, мастер булып эшләй, Башҡортостандың ҡулланыусылар союзы системаһында өлкән инженер, колхозда баш инженер вазифаһын башҡара. Хаҡлы ялға сығыр алдынан хеҙмәт эшмәкәрлеген Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә дауам итә.

Зөфәр Вәлит шиғриәт менән бала сағынан, йәшлек йылдарынан шөғөлләнә. Етмешенсе йылдар уртаһынан уның әҫәрҙәре республиканың гәзит һәм журналдарында даими баҫыла. «Йырҙарымдың йәшел бишеге» тип исемләнгән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1993 йылда «Китап» нәшриәте сығарған «Бәйге» серияһында донъя күрә. 2001 йылда «Күңелем ҡуҙҙары» китабы ошо уҡ нәшриәттә «Тамғалар» серияһы менән баҫылып сыға. Артабан бер-бер артлы «Йылдар сатында» (2003), « Кәрәҙле минуттар» (2004), «Йырлы ғүмер» (2004) , «Һуң түгел» (2005), «Мин йәшәгән донъя» (2009), «Я вижу» (2011) йыйынтыҡтары уҡыусыға тәҡдим ителә.

Үҙенең әҫәрҙәрендә шағир тормош һәм йәшәү мәғәнәһе, шәхестең йәмғиәттәге урыны тураһында уйлана, шуға ла уларға оло гражданлыҡ хисе, Ер-әсә алдындағы оло бурыстарҙы фәлсәфәүи юҫыҡта төплө аңлау хас. Әҙип тыуған тәбиғәт хозурлығын сағыу биҙәктәр менән тасуирләй, уның һәр матурлығы менән һоҡлана һәм ғорурлана, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл булырға саҡырыу менән кешеләрҙе изгелеккә һәм мәрхәмәтлеккә өндәй.

Уның лирик шиғырҙары үҙҙәренең ҡоролошо, эске һәм тышҡы интонацияһы менән көйгә һалыуҙы һорай кеүек, шуға ла күп кенә композиторҙар Зөфәр Вәлит һүҙҙәренә йырҙар яҙған.

Әҙиптең шиғри шәлкемдәре республиканың гәзит һәм журналдарында, шулай уҡ руссаға тәржемә ителеп, «Бельские просторы» журналында ла даими донъя күреп килә.

Зөфәр Вәлит 2005 йылда Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителде.

«Мин йәшәгән донъя» (2009) һәм «Һайраһын бурандарым» (2015) китаптары өсөн 2015 йыл өсөн Башҡортостан Күгәрсен районы хакимиәте һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзының берлектә булдырған Зәйнәб Биишева исемендәге премияға лайыҡ булды.

2019 йылда Бәләбәй районы хакимиәте һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзының берлектә булдырған Фатих Кәрим исемендәге премияға лайыҡ булды.

  • Йырҙарымдың йәшел бишеге: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1993
  • Күңелем ҡуҙҙары: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2001
  • Йылдар сатында: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2003
  • Кәрәҙле минуттар: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2004
  • Йырлы ғүмер: Шиғырҙар. — Нефтекама. 2004
  • Һуң түгел: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2005
  • Мин йәшәгән донъя: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2009
  • Я вижу: Стихи. --Уфа: Издательство «ИП Фенин» , 2011
  • Һайраһын бурандарым: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2015
  • Һөйөү бер ни талап итмәй Шиғырҙар — Өфө:Китап. 2019

Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бикбаев Р. Кешелекле матурлыҡ. «Башҡортостан» гәзите, 2014, 5 февраль.
  • Әнғәм Хәбиров. Ҡояш та бит, ана, эстән яна…Өфө: Китап, 2011. — 70 бит.
  • Әнғәм Хәбиров. Саф мөхәббәт йырсыһы.(Ватандаш (журнал), 2020.№ 6-176 бит.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2015)[1].
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015)
  • Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты (2019).
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.
  • Антология поэзии Башҡортостана./Сост.: Равиль Бикбаев,Азамат Юлдашбаев. --Уфа: Китап, 2007. — 362 с. (рус.)