Ибраһимов Ғәлимйән Ғирфан улы
Ибраһимов Ғәлимйән Ғирфан улы | ||
Тыуған көнө: | ||
---|---|---|
Тыуған урыны: | ||
Вафат булған көнө: | ||
Вафат булған урыны: |
Ҡазан ҡалаһы | |
Гражданлығы: | ||
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | ||
Дебют: |
1907 (рассказ «Изгнание из медресе Заки-шакирда») | |
Наградалары: |
| |
Ибраһимов Ғәлимйән Ғирфан улы (12 март 1887 йыл — 21 ғинуар 1938 йыл) — яҙыусы, публицист, мәғрифәтсе, йәмәғәтсе. Хәҙерге татар әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Хеҙмәт Геройы (1932). Сәйәси золом ҡорбаны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәлимйән Ғирфан улы Ибраһимов 1887 йылдың 28 февралендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районының Солтанморат ауылында тыуа. Өс йыллыҡ мәктәпте яҡшы тамамлағас, уҡытыусыһы уға Пушкин китаптарын бүләк итеп: «Ғәлимйән, Пушкин — рус әҙәбиәте пәйғәмбәре, һин мосолман халҡы әҙәбиәте пәйғәмбәре бул!» — ти. Ғәлимйән Ырымбур мәҙрәсәһендә биш йыл уҡый. Унан һуң Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә белем ала. Һабаҡташтары — Шәйехзада Бабич, Хәсән Туфан, Сәйфи Ҡудаш, Мәжит Ғафури менән шунда дуҫлаша. «Яҙ башы» тигән беренсе хикәйәһе 1910 йылда донъя күрә. Унан һуң «Ҡаҙаҡ ҡыҙы», «Беҙҙең көндәр», «Йәш йөрәктәр», «Тәрән тамырҙар» романдары һәм башҡа әҫәрҙәре нәшер ителә. Бер үк ваҡытта фәндең төрлө тармаҡтары менән етди шөғөлләнә. Телдең фонетикаһы, морфологияһы, синтаксисы, тарихы тураһында махсус хеҙмәттәр баҫтыра. Уның грамматика буйынса баҫтырған хеҙмәттәре барлыҡ төрки телле халыҡтарҙа уҡыу-уҡытыу әсбабы сифатында ҡулланыла. 1925 йылда әҙипкә «академик» дәрәжәһе бирелә. 1932 йылда уға «Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
Яҙыусы, тәнҡитсе, публицист, педагог, методист, әҙәбиәтсе, телсе, философ, тарихсы, күп журналдарҙың баш мөхәррире, революционер (дүрт ай Колчак армияһы тылында разведчик), йәмәғәт эшмәкәре, Ленин, Сталин менән берлектә милли мәсьәлә буйынса шөғөлләнеүсе. Ғәлимйән Ибраһимов 1915—1917 йылдарҙа «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡыта. Барыһынан да бигерәк, ул көслө прозаик була.
Ғәлимйән Ибраһимовтың әҙәби әҫәрҙәре (хикәйә, повесть, романдары) рус теленә тәржемә ителә. рус теле аша улар, башҡа милләттәргә, Ер йөҙөнә тарала. Ләкин илдә ҡупҡан репрессия дауылдары Ғ. Ибраһимов ише бөйөк шәхесте лә урап үтмәй. 1937 йылдың ғинуар айында Ҡазандағы Пләтән төрмәһендә яҡты донъя менән хушлаша. 20 йылдан һуң ғына аҡлана.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Солтанморат ауылында Ғәлимйән Ибраһимовтың йорт-музейы асылған.
- Татарстан Фәндәр академияһының Ҡазандағы Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институты Ғәлимйән Ибраһимов исемен йөрөтә.
- Өфөләге бульварға, Ауырғазы районы үҙәге Талбазылағы урамға, Ҡазандағы проспектҡа әҙип исеме бирелгән.
- Өфөлә Ғәлимйән Ибраһимов бульварындағы яҙыусы йәшәгән йәшәгән 25-се йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- Ауырғазы районы хакимиәте әҙип исемендәге премия булдырған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ибраһимов Ғәлимйән Ғирфан улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Галимджан Ибрагимов ‑ основоположник новой национальной литературы (К 130-летию со дня рождения писателя и государственного деятеля) «Башинформ», 2017, 12 марта (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 март 2018)
- Өфөлә күренекле яҙыусы һәм ғалим Ғәлимйән Ибраһимовтың мираҫы хаҡында һөйләйҙәр. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 13 марта (Тикшерелеү көнө: 17 март 2018)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ауырғазы районында тыуғандар
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 12 мартта тыуғандар
- 1887 йылда тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- 21 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1938 йылда вафат булғандар
- Ҡазанда вафат булғандар
- Башҡортостан журналистары
- Татар яҙыусылары
- Ғәлимйән Ибраһимов
- Рәсәй революционерҙары
- Татарстанда репрессияланғандар
- Хеҙмәт Геройҙары
- Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышы ағзалары
- Ғәлиә мәҙрәсәһе шәкерттәре
- Ғәлиә мәҙрәсәһе мөҙәристәре