Эстәлеккә күсергә

Иванников Александр Геннадьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Александр Иванников
Исеме:

Александр Геннадьевич Иванников

Тыуған көнө:

28.03.1955

Тыуған урыны:

СССР, Дондағы Ростов

Вафат булған көнө:

09.10.2013

Вафат булған урыны:

Рәсәй, Дондағы Ростов

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир

Александр Геннадьевич Ива́нников (28 март, 1955, Дондағы Ростов — 9 октябрь, 2013, Дондағы Ростов) — Рәсәй шағиры.

Дондағы Ростовта 1955 йылдың 28 мартында ғилми эшмәкәрҙәр ғаиләһендә тыуа.

1972 йылда Ростов дәүләт университетының (Көньяҡ федераль университетының) биология факультетына уҡырға инә. Энтомология буйынса махсус һөнәр ала. Университеттың 3-сө курсында уҡыу барышында, ҡайһы бер хайуандарҙа әҙәпһеҙ тәжрибә үткәреүгә ҡаршылыҡ күрһәтеп, этик ҡараштары буйынса уҡыуҙан китә,

Зоопаркта йыйыштырыусы, трамвай-троллейбус депоһында электромонтёр, еңел тултырыусылар заводының тәьминәт бүлегендә, НИИМиПМ-та лаборант, урам һепереүсе, күн заводында оператор, Өлкә ветлабораторияһының ағыулы виварийында санитар булып эшләй.

Йәш ваҡытында уҡ шиғырҙар яҙа башлай. 1970-80-се йылдарҙа Александр Иванников ростов «шағир-диссиденттар» төркөмөнә ингән Леонид Григорьян, Леопольд Эпштейн, Наум Ним, Леонид Струков, Александр Брунько, Татьяна Крещенская (Журавлева), Гарик Бедовой, Марина Перевозкина һәм башҡалар менән бер түңәрәктә була. Мәскәү яҙыусылары Юнна Мориц, Михаил Эпштейн, Леонид Костюков, В. Качалин менән дуҫтарса мөнәсәбәттә була.

Дон халыҡ китапханаһы саҡырыуы буйынса Ростов дәүләт университеты ғилми китапханаһының уҡыу залдарында һәм ҡаланың бүтән китапханаларында, китап һөйөүселәрҙең кисәләрендә, институттарҙа, М. Горький исемендәге Ростов драма театрының шиғриәт һөйөүселәре кисәләрендә, Ростов йәш тамашасылар театрында, Кино йортонда һәм Уҡытыусылар йортонда тамашасылар алдында сығыштар яһай. Даими рәүештә Питер һәм Мәскәүҙең әҙәбиәт түңәрәктәре менән бәйләнеш тота. Башҡаланың һәм төбәктәрҙең семинарҙарында, шиғри уҡыуҙарында һәм фестивалдәрендә ҡатнаша.

Александр Иванников тере саҡта уның «Прообраз» (Дондағы Ростов, 1998), «Обратная перспектива» (Дондағы Ростов, 1998), «Освобождение слова» верлибрҙар (Дондағы Ростов, 2002) китаптары нәшер ителә.

Иванников китаптары «Час России» (М., Современник, 1988), «Антология русского верлибра» (М., Прометей, 1991) анталогияларында, «Ростовское время» (1988) коллектив йыйынтығында, «Ростовская Лира» (2007—2009) коллектив өс томлығында, «Дети РА», «Дон», «Ковчег» (Дондағы Ростов, 2005—2008, 2012), «Футурум-арт» журналдарында, өс авторҙың «Фрески смутного времени» (Дондағы Ростов, 2005) верлибрҙарында баҫыла.

1974 йылдан алып Татьяна Ивановна Журавлёва (рәсәй шағирәһе Татьяна Крещенская) менән никахта Дондағы Ростовта йәшәй.

Александр Иванниковтың вафатынан һуң уның ике томлыҡ «Ареал кириллик» һайланған шиғырҙар йыйынтығы, шулай уҡ «AD HONORES» өс томлыҡ шиғырҙары авторҙың һуңғы редакцияһында, «Избранное» китабы (проза, тәржемәләр, яңыртып яҙылғандары, хаттары) һәм «Живые заметки» китаптары нәшер ителә. «Ковчег»(2015, Ростов-на-Дону) журналында һәм «45-я параллель» альманахында шиғырҙары баҫыла.

  • «Прообраз» (Ростов-на-Дону, 1998).
  • «Обратная перспектива» (Ростов-на-Дону, 1998).
  • «Освобождение слова» (Ростов-на-Дону, 2002).
  • «Ареал Кириллик» (Ростов-на-Дону, 2013)[1].
  • «AD HONORES» (Ростов-на-Дону, 2014).
  • «Избранное» (проза, переводы, переложения, письма) (Ростов-на-Дону, 2014).
  • «Живые заметки» (Ростов-на-Дону, 2015).
  • Алейникова Татьяна Вениаминовна (1931) — әсәһе, рәсәй ғалимы, нейрофизиолог, психофизиолог, психоаналитик, биология фәндәре докторы, профессор[2]
  • Иванников Геннадий Иванович (1930) — атаһы, биолог. Улы тыуғандан һуң ғаиләһенән китә.
  • Журавлева Татьяна Ивановна (1951) — ҡатыны, рәсәй шағиры Татьяна Крещенская.
  1. Матвеев И. Александр Иванников, «Ареал Кириллик» // Дети Ра. — 2014. — № 3.
  2. Психоанализ: новейшая энциклопедия / Сост. и общ. ред.: В. И. Овчаренко, А. А. Грицанов . — Минск: Книжный Дом, 2010. — 1120 с.