Эстәлеккә күсергә

Гриб Иван Евдокимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Иван Гриб битенән йүнәлтелде)
Гриб Иван Евдокимович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 4 март 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Ивановка, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 23 ғинуар 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Славянск[d], Донецк өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Славянск[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Гриб Иван Евдокимович (4 март 1911 йыл — 23 ғинуар 1987 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия пулемёт ротаһының взвод командиры, гвардия капитаны (1945). Советтар Союзы Геройы (1943).

Иван Евдокимович Гриб 1911 йылдың 4 мартында Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Яңы Ивановка ауылында (хәҙерге Дәүләкән районы Башҡортостан Республикаһы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.

1929 йылда педагогия йүнәлешле Дәүләкән туғыҙ йыллыҡ мәктәбен, артабан Өфөлә финанс-иҡтисад институтын тамамлай. 19331935 йылдарҙа армияла артдивизионда хеҙмәт итә. Алтай крайының Бийск ҡалаһында автобазала баш бухгалтер булып эшләй.

1941 йылдың 7 апрелендә 2 айлыҡ сборға саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән төҙөлөш батальонының өсөнсө ротаһы икенсе взводы рядовойы званиеһында фронтҡа китә.

1943 йылда Одесса хәрби пехота училищеһын тамамлай һәм 73-сө гвардия Сталинград уҡсылар дивизияһының уҡыу батальоны пулемёт отделениеһы командиры итеп юнәлтелә. 1943 йылдан КПСС ағзаһы.

1946 йылдан капитан Гриб — отставкала. Украина ССР-ы Донецк өлкәһенең Славянск ҡалаһында йәшәй, заводта диспетчер булып эшләгән.

1987 йылдың 23 ғинуарында вафат була. Славянск ҡалаһының Төньяҡ зыяратында ерләнгән.

73-сө гвардия уҡсылар дивизияһының гвардия айырым уҡыу батальоны пулемёт ротаһы взвод командиры (7-се гвардия армияһы, Дала фронты), гвардия кесе лейтенанты Гриб 1943 йылдың 25 сентябрендә дошман уты аҫтында беренселәрҙән булып Днепр йылғаһы аша сыға. Взвод, нығынып, батальонға кисеүҙе тәьмин итә. Бородаевка (Днепропетровск өлкәһе Верхнеднепровский районы) ауылы өсөн яуҙа взвод ҡул һуғышында бик күп фашист һалдатын юҡ итә.

1943 йылдың 26 октябрендә «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 49, л. 4, 220, 221)
  2. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 3664, л. 1—3)
  • «Боевая слава Алтая». — Барнаул: Алтайское книжное издательство,1978
  • «Герои Советского Союза»/ Краткий биографический справочник. Том 1. — Военизд.,1987
  • Кузнецов И. И., Джога И. М. «Золотые Звёзды Алтая». — Барнаул, 1982
  • «Подвиги их-бессмертны». — Уфа: Китап, 2000