Эстәлеккә күсергә

Ивашева Валентина Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ивашева Валентина Васильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 ғинуар 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 16 ноябрь 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе, англист, учёный-литературовед
Эшмәкәрлек төрө англистика[d][1], литературная критика[d][1] һәм әҙәбиәт ғилеме[1]
Эш урыны Мәскәү дәүләт университетының филология факультеты[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Жанр роман һәм очерк[d]

Валентина Васильевна Ивашева (2 (15) ғинуар 1908(19080115), Санкт-Петербург — 16 ноябрь 1991, Мәскәү) — рус совет әҙәбиәт белгесе һәм тәнҡитсеһе, ватан «инглизтикаһына» нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Мәскәү дәүләт университеты профессоры. Монографиялар, дәреслектәр, бик күп мәҡәләләр авторы. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

В. В. Ивашева[2] — декабрист Василий Петрович Ивашевтың ейәненең ҡыҙы[3], — 1908 йылда Санкт-Петербургта тыуған. 1929 йылда Ленинград университетын тамамлай. 1946 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетына филология факультетының сит ил әҙәбиәте тарихы кафедраһына уҡырға инә. 1937 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы, ә 1955 йылда — «Творческое наследие Диккенса» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1955 йылда профессор булып китә. Артабан В. В. Ивашева башлыса XX быуат инглиз әҙәбиәте менән шөғөлләнә; йыш ҡына Бөйөк Британияға бара, ул заманда был һирәк күренеш була, унда күп кенә яҙыусылар менән осраша. Фәнни фантастика менән ҡыҙыҡһына, уның тураһында күп яҙа, үҙенең аспиранттарында (А. Кубатиев, В Гопман, Л. Михайлова һәм башҡалар) фантастикаға ҡыҙыҡһыныу уята.

В. В. Ивашеваның ижады инглиз әҙәбиәтен өйрәнеүгә, Британия империяһының ҡыйралышы, ҡулланыу йәмғиәтенең рухи көрсөгө, фәнни-техник прогресс, «асыулы йәштәр» хәрәкәте һәм термоядро һуғышына ҡаршы бөтә халыҡ ҡаршылыҡ күрһәтеүе кеүек илдең булмышын һәм характерын билдәләүсе социаль процестар тураһында фекерләүгә йүнәлтелгән. Тәнҡитсе XX быуаттың икенсе яртыһындағы тарихи яңылыҡтарҙы һәм уларҙың әҙәбиәттә сағылышын анализлай. Ул үҙенең китаптары биттәрендә Чарльз Сноу, Во Ивлин, Грэм Грин, Уилсон Энгус, Кларк Артур, Мердок Айрис һәм Льюис Норман кеүек инглиз мәҙәниәте оҫталарының эҙләнеүҙәре һәм ҡаҙаныштары тураһында һөйләй. Шулай уҡ инглиз яҙыусыларының Уилсон Колин, Пирс Пол Рид</a>, Сьюзен Хилл һәм Маргарет Дрэббл кеүек яңы быуын вәкилдәре ижады менән таныштыра. «На пороге XXI века. НТР и литература» китабында, мәҫәлән, ағалы-ҡустылы Стругацкийҙар, С. Лем, А. Азимов, Дж. Баллард, Р. Брэдбери, И. Варшавский, К. Воннегут, Г. Гор, И. Ефремов, А. Кларк, А. Шалимова, К. Уилсона һәм башҡалар кеүек авторҙарҙың әҫәрҙәре телгә алына йәки ҡарала.

Баҫылған китаптары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1954 — «Творчество Диккенса»;
  • 1955 — «История зарубежных литератур XIX века. Т. 1»
  • 1958 — «Теккерей-сатирик»
  • 1960 — «Английский роман последнего десятилетия (1950—1960)»
  • 1967 — «Английская литература XX века»;
  • 1971 — «Английские диалоги. Этюды о современных писателях»;
  • 1974 — «Английский реалистический роман XIX века в его современном звучании»;
    • 1990 — «„Век нынешний и век минувший…“ Английский роман XIX века в его современном звучании» (Издание 2-е, дополненное).
  • 1979 — «Что сохраняет время. Литература Великобритании 1945—1977»;
  • 1979 — «На пороге XXI века. НТР и литература»;
  • 1983 — «Эпистолярные диалоги»
  • 1984 — «Литература Великобритании ХХ века»
  • 1986 — «Новые черты реализма на Западе»
  • 1989 — «Судьбы английских писателей».