Рэй Брэдбери

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рэй Брэдбери
ингл. Ray Douglas Bradbury
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары[3]
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Raymond Douglas Bradbury
Псевдоним Elliott, William[2]
Тыуған көнө 22 август 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[4][5][6][…]
Тыуған урыны Уокиган[d], Иллинойс, Америка Ҡушма Штаттары[4][7][8]
Вафат булған көнө 5 июнь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[9][2][5][…] (91 йәш)
Вафат булған урыны Лос-Анджелес, Калифорния, Америка Ҡушма Штаттары[10]
Ерләнгән урыны Вествуд зыяраты[d][11]
Атаһы Джейн "Пони" Адамс[d][12]
Хәләл ефете Маргарита Брэдбери[d]
Балалары Беттина Ф. Брэдбери[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө яҙыусы
Уҡыу йорто Лос-Анджелесская старшая школа[d]
Ғилми дәрәжә почётлы доктор[d] (2003), почётлы доктор[d] (2005) һәм почётлы доктор[d] (2009)
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 2012
Әҫәрҙәр исемлеге Библиография Рэя Брэдбери[d] һәм Ray Bradbury short fiction bibliography[d]
Жанр фәнни фантастика[d], фэнтези[d], литература ужасов[d] һәм социальная фантастика[d]
Йоғонто яһаусы Эдгар Райс Берроуз, Карел Чапек[d], Эдгар По, Говард Лавкрафт, Джордж Бернард Шоу, Замятин Евгений Иванович, Шервуд Андерсон[d], Юдора Уэлти[d], Эдит Уортон[d], Ли Брэкетт[d], Томас Вулф[d], Джек Уильямсон[d], Джордж Оруэлл[d], Жюль Верн, Джон Стейнбек[d], Герберт Уэллс[d], Мэри Шелли[d], Чарльз Диккенс, Уильям Шекспир, Олдос Хаксли[d], Стенли Вейнбаум[d], Marin[d][13] һәм Geoffroy[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

"Прометей" премияһы - дан залы[d] (1984)

Всемирная премия фэнтези за заслуги перед жанром[d] (1977)

премия Брэма Стокера за жизненные достижения[d] (1988)

Зал славы фантастики Первого фэндома[d] (1996)

Хелмеричская премия[d] (1994)

Особое упоминание Пулитцеровской премии[d] (2007)

литературная премия Росса Макдональда[d] (2002)

Премия Валентайна Дэйвиса[d] (1974)

Премия гроссмейстера Всемирной конвенции ужасов[d] (2001)

Мемориальная премия имени Деймона Найта «Гроссмейстер фантастики»[d] (1989)

премия «Инкпот»[d] (1974)

командор ордена Искусств и литературы Национальная медаль США в области искусств Эмми

премия сэра Артура Кларка[d] (2007)

Зал славы Библиотеки Калифорнии[d]

Зал славы научной фантастики и фэнтези[d] (1999)

премия «Хьюго» за лучший рассказ[d] (1944)

премия «Хьюго» за лучший роман[d] (1954)

премия Геффена[d]

Звезда на голливудской «Аллее славы»[d]

орден Искусств и литературы

Ретро-премия «Хьюго» за лучший рассказ[d] (2004)

Премия Джорджа Пала[d]

Рәсми сайт raybradbury.com
Библиография Библиография Рэя Брэдбери[d]
Устная история в UCLA Center for Oral History Research[d][14]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Ray Bradbury
 Рэй Брэдбери Викимилектә

Рэй Ду́глас Брэ́дбери (ингл. Ray Douglas Bradbury; 22 август 1920 йыл, АҠШ, Уокиган — 5 июнь 2012 йыл, Лос-Анджелес[15][16][17]) — Америка яҙыусыһы, «Фаренгейт буйынса 451 градус» антиутопияһы, «Марсиан хроникалары» хикәйәләр циклы һәм өлөшләтә «Бәпембәләрҙән яһалған шарап» автобиографик повесы[18][19] авторы.

Үҙ ғүмерендә Брэдбери һигеҙ йөҙҙән ашыу төрлө әҙәби әҫәр, шул иҫәптән бер нисә роман һәм повесть, йөҙҙәрсә хикәйә, тиҫтәләгән пьеса, бер нисә мәҡәлә, яҙма һәм шиғыр яҙған. Уның тарихтары нигеҙендә бер нисә кино төшөрөлгән, театр постановкаһы һәм музыкаль әҫәр ҡуйылған.

Брэдбери, ижадының байтаҡ өлөшө фэнтези, риүәйәт йә әкиәт жанрҙарына тартым булһа ла[19][20][21], традиция буйынса фәнни фантастика классигы тип иҫәпләнә.

Брэдбери пьесалары халыҡ тарафынан яҡшы ҡабул ителгән, ләкин шиғырҙары ҙур уңышҡа өлгәшмәгән. Уның төп ҡаҙанышы булып хәҙерге заман мәҙәниәтендә ситләтелеп килгән фәнни фантастикаға һәм фэнтезиға ҡарата уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыуы тора.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бала сағы һәм үҫмер йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рэй Брэдбери 1920 йылдың 22 авгусында АҠШ-тың Иллинойс штатында Уокиган ҡалаһында тыуған[15]. Дуглас тигән икенсе исемен — ул саҡтағы танылған актёр Дуглас Фэрбенкстан алған.

Яҙыусының атаһы, Леонард Сполдинг Брэдбери (1891—1957), 1630 йылда уҡ Атлантиканы киҫеп, Төньяҡ Америкала урынлашҡан тәүге инглиз күскенселәр тоҡомонан булған[22]. Брэдбериҙың әсәһе, Мари Эстер Моберг (1888—1966), сығышы менән швед булған. Рэй 1692 йылда Салем сихырсыларылары процесы ҡарары менән ситтән тороп аҫыуға хөкөм ителгән Мэри Брэдбери тоҡомонан[23].

Буласаҡ ирле-ҡатынлы Чикагонан төньяҡҡараҡ, Мичиган күле буйында урынлашҡан кескәй Уокиган ҡалаһында (Иллинойс) танышҡан. Брэдбериҙың ата-әсәһе ул саҡта әүҙем үҫешкән кино сәнғәте менән ҡыҙыҡһынған[22].

Брэдбериҙың 1916 йылда тыуған ике игеҙәк ағаһы: Леонард һәм Сэм булған, әммә Сэм ике йәшендә үлгән. 1926 йылда тыуған апаһы Элизабет та шулай уҡ бәләкәй сағында үпкәһе шешеп үлгән[24], шул уҡ йылда яҙыусының олатаһы ла яҡты донъянан киткән. Үлем менән шулай иртә танышыуы уның буласаҡ күп әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан[24].

Йәш Брэдбери 1938 йылда, мәктәп сығарылыш альбомынан һүрәт

Брэдбери ғаиләһендә 1692 йылғы атаҡлы «Салем сихырсылары буйынса суд процесында»[прим. 1] яҙыусының ҡарт өләсәһе Мэри Брэдбери яндырылған тигән легенда йәшәгән. Был факт ысынбарлыҡта раҫланмаған, ләкин Рэй үҙе быға ышанмаған[22][25].

Бөйөк депрессия ваҡытында 1934 йылда Брэдбери ғаиләһе Лос-Анджелесҡа күсеп килгән[15], уларҙы саҡырып килтергән ошо туғаны һуңғараҡ Эйнар бабайҡайҙың прототибы буласаҡ һәм шул уҡ исемде йөрөтәсәк[24]. Бында Рэй 1938 йылда урта мәктәпте тамамлаған. Үҫмер егет үҙенең аҙаҡҡы өс йыл ғүмерен Лос-Анджелес урамдарында гәзит һатып үткәрә[26][27]. Ауыр матди хәлгә бәйле ғаиләнең улына юғары белем бирерлек аҡсаһы булмай, һәм Брэдбери колледжға уҡырға инә алмай[27]. Әммә артабанғы белеме юҡлығы уға артыҡ ныҡ ҡамасауламай. Был турала яҙыусы «Нисек итеп колледж урынына мин китапхана тамамланым йәки 1932 йылда айҙа булған үҫмерҙең уйҙары» тигән мәҡәләһендә иҫкә алған[15][28].

Миңә 19 йәш саҡта, колледжға уҡырға инә алманым: мин ярлы ғаиләнән. Беҙҙең аҡсабыҙ юҡ ине, шуға ла мин китапханаға йөрөнөм. Аҙнаның өс көнөндә гел китаптар уҡыным. 27 йәшемдә университет урынына мин китапхана тамамланым[28].

— Рэй Брэдбери

Брэдбери, Эдгар Райс Берроуздың «Марстың бөйөк яугире» әҫәренең дауамын яҙып, үҙен әҙәбиттә ун ике йәшендә һынап ҡарай[прим. 2]. Яҙыусы бер интервьюһында, ярлы тормош арҡаһында, үҙенә китап һатып ала алмағанлыҡтан, артабан нимә булырын фаразларға ҡарар итеүе хаҡында һөйләгән[27]. Брэдбери, атап әйткәндә, Берроуздың үҙенең ижадына йоғонтоһон таныған, Берроузды уҡымаған булһа, «Марсиан хроникалары» яҙылмаған булыр ине тигән Брэдбери[29].

Егерме йәшендә Рэй яҙыусы булырға ныҡлап ҡарар итә[15]. Әйтер кәрәк, 1936 йылда уокиган гәзитендә донгъя күргән «Вилл Роджерс иҫтәлегенә» шиғыры — уның тәүге баҫмаһы[27]. Башҡа иртә яҙмаларында Брэдбери, үҙенең яҙмаларын күрһәткәндән һуң, Генри Каттнер ижад приоритеттарын яңынан ҡарап сығырға кәрәклеген әйткәнгә тиклем, Эдгар Поның викториан проза стилен имитациялаған[30].

Яҙыусылыҡ эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рэй Брэдбери 1959 йылда

1937 йылда Брэдбери Америка Бөйөк депрессияһынан һуң әүҙем рәүештә яңынан тыуған йәш яҙыусыларҙың берләшмәләренең береһе булған лос-анджелес "Фәнни фантастары Лигаһы"на инә[27]. Брэдбериның хикәйәләре, сифатлы булыуы менән әллә ни айырылмаған күп фантастик проза әҫәрҙәре урын алған, осһоҙло журналдарҙа баҫыла башлай.

Был осорҙа Брэдбери, яйлап әҙәби оҫталығын сарлау һәм индивидуаль стилен булдырыу маҡсатында, күп эшләй. 1939—1940 йй. ул «Футуриа фантазия» мимеографик журналын сығара башлай һәм тәүләп киләсәк һәм киләсәктә янаған ҡурҡыныстар хаҡында фекер йөрөтә[31]. Ике йыл эсендә был журналдың дүрт һаны сыҡҡан. 1942 йылға Брэдбери гәзит һатыуҙан бөтөнләй баш тарта һәм, йылына 52 хикәйә яҙып, тулыһынса әҙәби әҫәрҙәр ярҙамында аҡса эшләүгә күсә[31]. Был ваҡытта Брэдбери шулай уҡ фән һәм техника үҫешен күҙәтә, 1933 йылда Чикаго һәм 1939 йылда Нью-Йорк Бөтә донъя күргәҙмәләрен барып ҡарай[32].

1946 йылда Брэдбери ғүмерлек мөхәббәтен, Лос-Анджелес китап магазинында эшләүсе Маргарет Маклюрҙы (Мэгги, Marguerite McClure, 16 января 1922 — 24 ноября 2003), осрата. 1947 йылдың 27 сентябрендә Мэгги һәм Рей никахлаша[32], һәм улар, 2003 йылда Маклюр вафат булған көнгәсә, бергә була, дүрт ҡыҙына: Беттина, Рамона, Сьюзен һәм Александраға ғүмер бирәләр. «Марсиан хроникалары» романындағы бағышлауҙа Рэй Маклюрға мөрәжәғәт итә: «Ҡатыным Маргаретҡа ысын мөхәббәт менән».

Тәүге йылдар дауамында, Рэй ижад менән шөғөлләнә алһын өсөн, Мэгги бик күп эшләй. Ул дәүерҙә яҙыусылыҡ эшмәкәрлеге Рэйға әллә ни килем килтермәгән; ғаиләнең дөйөм айлыҡ килеме 250 долларға яҡын булған,һәм шуның яртыһын Маргарет тапҡан[33].

Брэдбери яҙыуын дауам иткән, һәм уның иң яҡшы хикәйәләре тиҙҙән «Ҡараңғы карнавал» тип аталған йыйынтыҡта баҫылып сыҡҡан. Әммә баҫма халыҡтың айырыуса ҡыҙыҡһыныуы менән файҙаланмаған[34]. Өс йыл үткәс, «Марсиан хроникалары» романына берләшкән «марсиан» хикәйәләре йыйынтығы сыҡҡан[15], һәм ул Брэдбериның тәүге коммерция яғынан ысын уңыш ҡаҙанған әҙәби әҫәре булған[30]. Яҙыусы һуңынан "Хроникалар"ын үҙенең иң яҡшы китабы тип һанаған[35]. Рэй был йыйынтығын Нью-Йоркҡа әҙәби агент Дон Конгдонға илткәндә уның поезд өсөн түләрлек тә аҡсаһы булмаған: автобус менән барған, ә Конгдон менән ул фәҡәт өйөнә ҡаршы урынлашҡан бензоколонка телефоны ярҙамында ғына аралашҡан[36]. Ләкин Брэдбериның Нью-Йоркка икенсе тапҡыр барғанында инде ижадына ғашиҡтар, Чикагола туҡтағанында унан "Марсиан хроникалары"ның тәүге баҫмаһына автограф алырға теләп, ҡаршы алған.

Яҙыусылыҡ уңышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1953 йылда «Фаренгейт буйынса 451 градус» (ингл. Fahrenheit 451) романы баҫылғандан һуң, Брэдбериҙың исеме донъяла таныла[15][30][32]. Роман тәү тапҡыр яңы ғына сыға башлаған Playboy журналында баҫыла. Брэдбери романында бөтә төр китаптар ҙа яндырылыуға дусар ителгән тоталитар йәмғиәтте күрһәтә. 1966 йылда режиссёр Франсуа Трюффо, романды экранлаштырып, «Фаренгейт буйынса 451 градус» тип аталған тулы метражлы фильм сығара[15][30].

Яҙыусының тормошонда кинематограф ғөмүмән мөһим роль уйнаған: ул бик күп им фильмдарға сценарийҙар яҙған, шул иҫәптән иң билдәлеһе — «Моби Дик» (1956)[25]. Брэдбери шулай уҡ Альфред Хичкоктың атаҡлы «Ҡоштар» (1963) таҫмаһының да сценарий авторы булыр ине, бәлки, әммә ул осорҙа «Альфред Хичкок күрһәтә» (1955) тигән сериал өҫтөндә эшләгәнлектән, тағы ла бер проектҡа тотонмаған[25].

Рэй Брэдбери үҙенең хикәйәләре мотивы буйынса эшләнгән 65 мини-фильмдан торған тапшырыуҙар циклы авторы һәм алып барыусыһы булған. Цикл «Рэй Брэдбери театры» тип аталған һәм 1985 йылдан 1992 йылға саҡлы сығарылған[15].

Яҙыусы, 1967 йылда «Һуғыш һәм солох» фильмы «Оскар» премияһы лауреаты булған көндәрҙә, үҙенең совет режиссёры Сергей Фёдорович Бондарчук менән осрашыуы тураһында бәйән итә: унда бик күп билдәле режиссёрҙар булған, һәм Бондарчук, уның янына килеп, улар хаҡында белешкән:

«О, мистер Джон Форд, миңә һеҙҙең фильмдарығыҙ оҡшай». Ул шулай уҡ Грета Гарбоны һәм тағы башҡаларҙы таныны. Мин быға иң ситтә шым ғына ҡарап торҙом. Бондарчук миңә көтмәгәндә ҡысҡырҙы: «Рэй Брэдбери, был һеҙме?» Ул минең яныма килде, ҡосаҡланы, һәм, «Столичная» шешәһен эләктереп, мине үҙенең дуҫтары ултырған өҫтәленә саҡырҙы. Сиратта баҫып торған бөтә танылған голливуд режиссёрҙары аптырашта ҡалдылар. Улар миңә ҡаранылар һәм бер-береһенән: «Кем ул Брэдбери?» тип һоранылар. Һәм, һуҡрана-һуҡрана, мине Бондарчук менән ҡалдырып таралыштылар…

— Рэй Брэдбери[37]

Популяр яҙыусы булып киткәс тә, Брэдбери, һәр көн һайын бер нисә сәғәт эшләп, әүҙем яҙышыуын дауам иткән[38]. 1957 йылда уның «Бәпембәнән яһалған шарап» китабы сыға, һәм яҙыусы уның «Һау бул, йәй!» тигән дауамын яҙа[39]. Әммә, текстың "өлгөрмәгәнлеге"н һылтау итеп, редакторҙар әҫәрҙең дауамын баҫтырыуҙан баш тартҡан: яҙыусы, тәүгеһенән һуң ярты быуат уҙғас ҡына, 2006 йылда китаптың икенсе өлөшөн баҫтырып сығарған[39].

«Марсиан хроникалары» кеүек, «Бәпембәнән яһалған шарап» романы ла, алдараҡ донъя күргән әҫәрҙәрен дә индереп, айырым хикәйәләрҙән төҙөлгән. Әммә был китап, «Хроникалар…» менән сағыштырғанда, бөтөн бер әҫәр кеүек ҡабул ителә. «Бәпембәнән яһалған шарап» романы Брэдбериҙың автобиографик романы тип һанала, автор һыҙаттарын бер үк ваҡытта Брэдбериҙың тыуған ҡалаһы Уокигандың прототибы булған Грин Таун ҡаласығынгда йәшәгән ике геройҙа — ағалы-энеле Том һәм Дуглас Сполдингтарҙа тойомлап була. Ҡайһы бер китап уҡыусылар был китаптың АҠШ әҙәбиәтенең башҡа китаптарына — Андерсон Шервудтың «Уайнсбург, Огайо» (Winesburg, Ohio) романына оҡшатҡан. Был роман да ҡатнашыусылар менән берләштерелгән, сюжеты ла хронологик тәртиптә үҫешә. Әммә шул уҡ ваҡытта Андерсондың протагонисы, Джордж Уиллард, Брэдбериҙың ағалы-энеле Том һәм Дугласынан өлкәнерәк, шуның өсөн Андерсондың китабында бөтә рухи кисерештәре һәм фекерҙәре «өлкәндәрсә». Балалыҡтың сағыулығы, тасуирилығы һәм тормошто тойомлау — ике әҫәрҙең дә төп темаһы[40].

Брэдбериҙың «Бәлә яҡынлаша», шулай уҡ «Ниндәйҙер ҡурҡыныс башланасаҡ» тигән атама менән билдәле булған, артабанғы романы 1962 йылда баҫылған. Инглиз телендә исеме «Something wicked this way comes» тип яңғырай, һәм был һүҙҙәр Шекспирҙың «Макбет» пьесаһына, дүртенсе актта сихырсы әйткән фразаға, ҡайтара. Сихырсы Макбетта убырлылар уятҡан яуызлыҡҡа күңеле ятыуы тураһында әйтә; шулай уҡ Брэдбери геройы Чарльз Хэллуэй «нимәнелер бер ни тормағанға» алмаштырған, бирешкән, башҡаларҙың әрнеүе һәм ҡурҡыуы менән туйынып йәшәгән һәм үҙҙәрен абсурд персонаждарға әйләндергән һәм оло яманлыҡҡа асыҡ булған йөрәктәрендә йәшеренгән яуызлыҡҡа күңеле ятыуы тураһында фекер йөрөтә [41].

Брэдбери 1990 йылда

1963 йылдан һуң Брэдбери яңы хикәйәләр баҫтырып сығарыуын дауам иткән, һәм шулай уҡ икенсе төрлө жанрға — драмаға — иғтибарын әүҙем йүнәлткән. Уның ҙур булмаған «The Anthem Sprinters and Other Antics» тәүге пьесалары йыйынтығы 1963 йылда сыҡҡан һәм Брэдбери алты айын үткәргән Ирландияға бағышланған. Тиҙҙән Брэдбери пьесалары буйынса телевидениела ике шоу-программа: «Рэй Брэдбер донъяһы» (ингл. The World of Ray Bradbury, 1964) һәм «Һөт өҫтө туңдырмаһы төҫөндәге бик шәп костюм» (ингл. The Wonderful Ice Cream Suit, 1965) донъя күргән. Шулай уҡ 1960-сы йылдарҙа яҙыусы Нью-Йорк Бөтә донъя күргәҙмәһе (New York World’s Fair) өсөн (1964) Америка тарихы буйынса фильм төшөрөүҙә ҡатнашҡан. Уның фантастика һәм драматик сәнғәт менән мауығыуы 1970-се йылдарҙа ла дауам иткән, әммә шул уҡ ваҡытта Брэдбери поэзия менән дә мауыҡҡан, һәм өс шиғыр йыйынтығы баҫтырып сығарған. 1982 йылда бөтә шиғырҙары ла бер томға ингл. The Complete Poems of Ray Bradbury тупланған. Тормошоноң был осоронда Брэдбери шулай уҡ күп кенә фантастикаға ҡағылмаған башҡа төрлө әҫәрҙәр ижад иткән, тематикаһы буйынса төрлө: Life-тан алып Playboy[42] журналдарына тиклем баҫылған.

Брэдбери 1984 йылда ҡайһы бер иртә әҫәрҙәрен «Үлтереү иҫтәлеге» (ингл. A Memory of Murder) тигән махсус йыйынтығында, ә һуңғараҡ «Үлем — яңғыҙ эш» (ингл. Death Is a Lonely Business, 1985) детектив романын баҫтырған. Шулай уҡ ошо дәүерҙә яҙыусының күп әҫәрҙәре экранлаштырылған кабель телевидениеһында «Театр Рэй Брэдбери театры» сериалы сыға башлаған. Ғүмеренең ошо осоронда Брэдбери дөйөм алғанда әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә бик күп наградаларға лайыҡ булған[42] (см. награды).

Рэй Брэдбериҙы йыш ҡына «фәнни фантастика мэтры»[43], иң яҡшы яҙыусы-фантастарҙың береһе һәм жанрҙың күп традицияларына нигеҙ һалыусы тип атағандар[44]. Әммә ул үҙен яҙыусы-фантастарға ҡаратмаған һәм үҙен тар сиктәр менән сикләмәгән — әҫәрҙәренең тик бер өлөшө генә фантастика жанрында яҙылған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бик күп дөйөм әҙәбиәт премияларынан тыш, Брэдбери фәнни фантастика өлкәһендәге бер нисә награда: Небьюл (1988), Хьюго (1954) премиялары эйәһе[45].

Ғүмеренең һуңғы йылдары һәм вафаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ныҡ өлкән кеше булараҡ, Брэдбери һәр бер иртәһен, яңы әҫәр ғүмерен оҙайтыр тип ышанып, сираттағы хикәйәһе йәки повесының ҡулъяҙмаһы өҫтөндә эшләүҙән башлаған.

Китаптары һәр йыл һайын тигеләй сыҡҡан. Баҫылып сығырынан алда һатып алыусыларҙың һорауы менән файҙаланған һуңғы романы 2006 йылда донъя күргән[28]. Яҙыусының һуңғы хикәйәһе, «Ҡыҙыл банданалағы эт», 2010 йылдың йәйендә яҙылған һәм баҫылып сыҡҡан[46].

Брэдбери 2009 йыллда

79 йәшендә Брэдбери инсульт кисерә[47], после чего все последние годы жизни был прикован к инвалидному креслу[48], әммә рухы һынмай һәм юмор тойғоһон юғалтмай. «Аргументтар һәм факттар» тигән рәсәй гәзитенә интервьюһында үҙенең туҡһан йәше тураһындағы һорауға Брэдбери былай тип яуап биргән:

Беләһегеҙме, ә туҡһан йәш — мин элек уйлағанса, бөтөнләй текә түгел. Һәм эш минең өй буйлап[49] боролоштарҙа кипсәлеп, шыуҙырмалы креслола йөрөүемдә лә түгел… Йөҙ йәш олпатыраҡ яңғырай. Бөтә донъя гәзиттәре — «Брэдбериға йөҙ йәш тулды!» исеме аҫтында сыҡҡанын күҙ алдына килтерегеҙ. Миңә шундуҡ ниндәйҙер: мин үлмәгән өсөн булһа ла премия бирерҙәр ине.

— Рэй Брэдбери[50]

Брэдбериға шул уҡ интервьюһында уның күп кенә фараздары, — айырым алғанда, ер кешеләренең өсөнсө меңйыллыҡ башында Марсҡа күсеүе тураһындағы фаразының ни өсөн тормошҡа ашмауын һорағандар. Яҙыусы етерлек киҫкен яуап биргән: «Сөнки кешеләр — алйоттар». Һуңынан Брэдбери миҫал итеп хәҙерге замандың ҡайһы бер әйберҙәрен: эттәргә костюм кейҙереү, реклама менеджеры вазифаһы һәм «айфон һымағыраҡ нимәләрҙе» файҙаһыҙ һәм йүләрлек тип иҫәпләүен әйткән. Яҙыусы, әгәр кешеләр фәнде яҡшыраҡ үҫтерһәләр, йыһан арауығын үҙләштерһәләр, донъяның бөгөн нисегерәк булырын әйтеүе лә ҡыйын булыр ине тигән. Әммә, Брэдбери фекеренсә, хәҙерге заман йәмғиәте «тик ҡулланыу менән генә шөғөлләнергә — һыра эсергә һәм сериалдар ҡарарға ғына теләй»[50].

Брэдбери, оҙаҡ сирләгәндән һуң, 2012 йылдың 5 июнендә Лос-Анджелеста 91 йәшендә вафат була[15]. Рәсәйҙә тура эфирҙа киң мәғлүмәт сараларынан беренсе булып НТВ телекомпанияһы «Бөгөн» киске яңылыҡтар сығарылышында хәбәр итә[51]. Ә яңылыҡтарҙың прайм сығарылышында, 23:15 сәғәттә, донъя фантастикаһы классигының вафаты тураһындағы хәбәр [1] иң мөһиме булған. «Сегодня» программаһынан һуң 15-20 минут үтеүгә башҡа Рәсәй мәғлүмәт агентлыҡтары ла был хәбәрҙе иғлан итә. Күп АҠШ баҫмалары үҙҙәренең биттәрендә некрологтар урынлаштырҙы. The New York Times гәзите Брэдберины «хәҙерге заман фәнни әҙәбиәтен мейнстримға әйләндерә алған яҙыусы» тип атаны[52].

Ғүмере дауамында Брэдбери фәнгә ҡыҙыҡһыныуын күрһәткән һәм кешелек үҙен-үҙе юҡ итеү сигенә килеп етерлек кәрһеҙлеге тураһында әйткән. Был элементтар әҙәбиәткә әһәмиәтле йоғонто яҙаған Брэдбери фантастикаһының, бигерәк тә «Фаренгейт буйынса 451 градус» һәм «Марсиан хроникалары» әҫәрҙәренең үҙенсәлекле һыҙаттары булып тора. Үҙенең йәнле, яңы шиғри стилдә яҙылған күҙ алдына килтереүҙәрҙе тулҡынландырыусы хикәйәләре менән Брэдбери, уны үҙенсәлекле яңыртыуҙы мөмкин итерлек, фәнни фантастика жанрын популярлаштырыуға булышлыҡ иткән.

The New Yorker Брэдбери, Эрнест Хемингуэей, Айзек Азимов һәм Дэвид Джером Сэлинджер менән бер рәттән, Совет Социалистик Республикалар Союзында иң уҡымлы АҠШ яҙыусыһы булды, тип яҙған[53].

Әҫәрҙәрен анализлау һәм уларҙың ижад үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Брэдбери үҙенең ижади юлын башҡа яҙыусыларҙың стилдәрен күсереүҙән башлаған, мәҫәлән, уның тәүге «Ҡараңғы карнавал» тигән йыйынтығы стиле менән Аллан Эдгар По хикәйәләренә оҡшаған[54]. Әммә һуңыраҡ яҙыусы үҙенең индивидуаль стилен формалаштырған.

Брэдбериның ҙур әҫәрҙәренең күбеһе кеше тормошоноң төп конфликтына: ижадта үҙеңде-үҙең раҫлау «эйеһе» һәм механик ҡатып ҡалыуҙың «юғы» менән ситләтелеүенә ҡағыла[32]. Был тема тормош тураһында уйланырға ла теләмәгән һәм ижади һәләттәрен дә онотҡан ҡулланыусылар йәмғиәте «Фаренгейт буйынса 451 градус» романында ла күтәрелә[55]. Шулай ҙа яҙыусы, романды өмөт нотаһы менән тамамлап, оптимистик ынтылышын һаҡлаған — күҙҙәре асылған яңғыҙаҡтар, кешелек хаталарын иҫәпкә алып, киләсәк быуындарға тынғылыҡ һәм тыныслыҡ гарантиялап, кешеләргә ҡотолоу килтергән барлыҡ ҡиммәттәрҙе хәтергә төшөрәләр[55].

Брэдбериның оптимизмы уның башҡа хеҙмәттәрендә лә күренә: яҙыусы ижад итеүҙең ҙур киңлеген күргән, һәм был киңлек — Йыһан. Яҙыусы башҡа планеталарҙың һәм йондоҙ системаларының яңы донъяһы кешенең күп төрлөлөгөн һәм иркен һаҡларға ярҙам итәсәк, тип иҫәпләгән[55].

Брэдбери фекеренсә, кеше шәхесенең үҙәген хеҙмәткә ихтыяр тәшкил итә. Ә хеҙмәт, үҙ сиратында, мөхәббәт менән тап килә: мәҫәлән, үҙенең «Дзен һәм яҙыусылыҡ сәнғәте» (1973) эссеһын автор ябай ғына: «Хеҙмәт ул мөхәббәт!» тип тамамлай. Тормошто, хеҙмәтте һәм мөхәббәтте данлау, шулай уҡ ниндәйҙер айырым бөтөнлөк Брэдбери әҫәрҙәрен «абсолют реализм» өлгөһөнә әйләндерә[56].

Йыһанға сыҡҡан беренсе кеше Алексей Архипович Леонов бер йыйынтығының инешендә Брэдбери ижады тураһында былай тип яҙҙы:

Брэдбери ҙур һәм ҡатмарлы, һаҡсыл мөнәсәбәт талап иткән балалыҡ тормошо тураһында бик күп яҙа. Ысынлап та, һәр бер кеше үҙенә генә хас холоҡҡа эйә — был да үҙенә күрә «йыһан». Ер шарын ташлап киткән атаһы менән хушлашҡан малайҙың һағышы, океандан сыҡҡан әлегә саҡлы күрелмәгән йән эйәһе менән осрашҡан һәм үҙенә ҡаты прагматик мөнәсәбәткә ҡаршы сыҡҡан үҫмерҙең киң күңеллелеге, сәйәхәткә, бығаса күрелмәгәнгә һәүәҫлек… — былар барыһы ла Брэдбери китабының биттәрендә сағылыш таба. Яҙыусы былай ти: «Беҙҙең замандың йәшәү шатлығы үҫмерҙәргә яңы үрҙәргә юл табыуҙа ярҙам итеүҙән тора …»

— А. Леонов[57]

Әҙәби тәнҡитсе Дэвид Моген (ингл. David Mogen) Брэдбери ижадының үҙәк мотивын «тормош тәжрибәһен бәхетле йотоу» тип ҡылыҡһырлаған. Яҙыусының бөтә танылған әҫәрҙәрендә тормош ҡыуанысы хәл иткес роль уйнай. Моген шулай уҡ Брэдбери биографияһында ла: әҫәрҙәренең жанрын һәм формаһын һайлауында, баҫмаларының күп төрлөлөгөндә быны тойомлай. Уның бала саҡ йәки Уолт Уитмен йәки Уильям Батлер Йейтс кеүек хыялланыусы шағирҙар биргән тәьҫораттарын, әҫәрҙәренең исеменә күҙ һирпеп кенә, бындай һығымтаны яһауы ауыр түгел [42].

Моген Брэдбери әҙәбиәтендә кешелеккә, кешеләрҙең киләсәктә «рухи яҡтан яңынан тыуыуы һәм яңы һәм әлегә асылмаған үрҙәргә юл аса алыуына» өмөт барлығы тураһында әйтә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Брэдбери ижадында «ҡараңғы яҡ та» бар, бында яҙыусы уҡыусыны («Октябрь иле» менән «ҡурҡыта», 1955 йыл), йә киләсәктең ҡурҡыныс донъяларын һүрәтләй (төп миҫал — «Фаренгейт буйынса 451 градус»). «Бәпембәнән яһалған шарап» романында бындай үҙенсәлек юҡ, унда Грин Таун — әкиәти һәм ҡояшлы ҡаласыҡ. Брэдбери кешелек яуызлыҡ ҡылырға һәләтле булғанын яҡшы аңлай, әммә киләсәктә уның ниндәйҙер тәжрибәгә таянмағанлығын да аңлай; бындай фекерҙе, кешелек бер ваҡыт хоҙайға оҡшаш булыр, тип һанаған АҠШ романтизмының күп вәкилдәре: Уолт Уитмен, Ральф Уолдо Эмерсон һ. б. үҫтергән. Брэдбери үҙе, кешеләр, бер саҡ беҙҙең донъябыҙҙы юҡ итерлек һәләкәтле технологияларға аҙыраҡ иғтибар итергә тейеш, тип һанап, Кешелектең хәҙерге хәле тураһында тиҫкәре фекерҙә булған[58].

«Бөтә изгеләрҙән элгәре» (ингл. The Halloween Tree, 1972) повесында, балалар өсөн үҙенсәлекле әкиәттә, Моген билдәләнгән проблеманы, «үлемдән ҡурҡҡан күҙ алдына килтереүҙең фалижы» тип атап, айыра. Моген фекеренсә, бындай проблема Брэдбериның башҡа әҫәрҙәрендә лә, шул иҫәптән «Фаренгейт буйынса 451 градус» романында ла урын алған. Шулай итеп, автор һәр бер уҡыусыға тышҡы факторҙар баҫымы аҫтында үҙенең күҙ алдына килтереүен һаҡларға ярҙам итергә тырышҡан. Кешеләр, үҙ ғүмерҙәренә ҡурҡыныс янауы менән осрашҡан теге йәки был осраҡта, террор ҡорбанына әүерелә, уларҙа йыш ҡына мәғәнәһеҙ власҡа эйә булыу һәм башҡалар өсөн тәртип урынлаштырыу теләге барлыҡҡа килә[58].

Моген әйткәнсә, Брэдбериның күп кенә хеҙмәттәрендә бындай яңы ҡоролош индереү, шуға эйә булғанда, йәшәп килгән ҡоролошҡа нисек булһа ла йоғонто яһау, уның власына ҡурҡыныс булдырыу маҡсатында, күҙ алдына килтереүҙе киҫергә маташыу булып тора. «Фаренгейт буйынса 451 градус» романында, бәхетле булып күренергә тырышҡан үлемдән ҡурҡыусы йәмғиәттә, кешеләрҙә бик күп төрлө механизмдар һәм ҡоролмалар күп, әммә үҙ аллы фекерләү мөмкинлеге биргән бөйөк идеяларға һәм китаптарға мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бөтөнләй юҡ. Йәмғиәт, ниндәйҙер юл менән үлемдән ҡотолоу юлын табыу мөмкинлегенә ышанған осраҡта ла, ысынбарлыҡта ул уға «хәрби холокост» формаһында барыбер яҡынлаша. Артабанғы «Бәпембәнән яһалған шарап» һәм «Бәлә яҡынлаша» тигән ике китабы ла, Моген фекеренсә, үлемдең индивидуаль йөҙөн һәм, үлемдән ҡотолоуға өмөтләнеп, шулай уҡ яуыз көстәр ҡотҡоһона бирешеүҙе күрһәтә[58].

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Брэдбери хеҙмәттәре оптимизм һәм кешелекккә ышаныс менән һуғарылған. Уның әҫәрҙәрендә, яҡты киләсәккә хәрәкәт итеү маҡсатында, кешеләр ниндәй проблемаларҙы еңеп сығырға тейешлеге күрһәтелгән, шуның менән улар уҡыусыға ҡәҙерле[58].

Ижадын баһалау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Брэдбери үҙенең китаптарының ниндәй жанрға ҡарағаны тураһында былай тине[59]:

«

Тәү сиратта, мин фәнни фантастика яҙмайым. Минең фәнни фантастика жанрында бер генә китабым бар, һәм был ысынбарлыҡҡа нигеҙләнгән «Фаренгейт буйынса 451 градус» романым. Фәнни фантастика — ысынбарлыҡты һүрәтләү. Фэнтези — ысын булмағанды һүрәтләү. Шулай булғас «Марсиан хроникалары» — фәнни фантастика түгел, ә фэнтези. Аңлайһығыҙ, бының булыуы мөмкин түгел? Бына ни өсөн был китаптың ғүмере оҙон — ул грек мифы кеүек, ә мифтар мәңге.

»

Яҙыусы һәм публицист Александр Абрамович Кабаков Брэдберины «мәңгелек фраза яҙып ҡалдырған, бер тиҫтә эсендә генә һанап бирерлек һирәк яҙыусыларҙың береһе» тип атаны. Кабаков бигерәк тә особенно выделил рассказ «Һәм күк күкрәне» хикәйәһен, «Фаренгейт буйынса 451 градус» һәм «Марсиан хроникалары» романдарын айырып күрһәтте; һәм 1970-се йылдарҙа Брэдбери донъяла иң популяр яҙыусыларҙың береһе булды тип фаразланы. Кабаков фекеренсә, Рэй Брэдбери — классик[60].

Яҙыусы, шағир һәм драматург Владимир Николаевич Войнович «Марсиан хроникалары» романын, «күренекле әҫәрҙәр» йыйынтығы тип атап, бик маҡтаны. Войнович шулай уҡ Брэдберины, үҙе «автомобилдә йөрөргә лә ҡурҡҡан көйө», планета-ара осоуҙарҙы оҫта һүрәтләй белеүе өсөн маҡтап, «серле яҙыусы» булараҡ, ҡылыҡһырланы. Шулай уҡ Войнович яҙыусының фантастик прозаһында айырым, фәлсәфәүи, мәғәнәһе тураһында ла әйтте[60].

Джерард Джонас (Gerard Jones) — АҠШ яҙыусыһы һәм тәнҡитсе, фәнни фантастика һәм фән тураһында алты документаль китап, меңдән ашыу мәҡәлә авторы[61]The New York Times гәзите өсөн яҙған некрологында Брэдберины егерменсе быуаттың Айзек Азимов, Артур Чарльз Кларк, Роберт Энсон Хайнлайн һәм Станислав Лем кеүек фантастары рәтенә ҡуйҙы. Брэдбери, Джонас фекеренсә, хәҙерге заман технологияһына һәм хәҙерге заман фәненә «рәхәтлек менән кәмселек аралаштырылған ҡапсыҡ» тип ҡараған тәүге автор булды. Тәнҡитсе шулай уҡ Брэдбери китаптарын хәҙер ҙә, яҙылған дәүеренән ярты быуат үтһә лә, әүҙем уҡыйҙар тине; һәм ул яҙыусының ҡайһы бер әҫәрҙәре АҠШ-тың мәктәп программаһына индерелеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Джонас, киләсәк һәм уның менән бәйле һағайыуҙар һәм өмөттәр Брэдбериның иң яратҡан темаһы булып тора, тип фаразлай[52].

Репортёр Хейли Цукаяма (ингл. Hayley Tsukayama) The Washington Post баҫмаһы өсөн «Рэй Брэдбери фантазиялары: тормошҡа ашҡан ун алдан әйтеп биреү» мәҡәләһендә «Фаренгейт буйынса 451 градус» романында «алдан әйтеп бирелгән» хәҙерге замандың күп төрлө ҡоролмалары миҫалын килтерә. Атап әйткәндә, «Ҡабырсаҡтар» хәҙерге заман мобиль телефондарының баш гарнитураларын, телевизор стенаһы — плазма телевизорҙарын, ә механик банк роботтары — ябай банкоматтарҙы хәтерләтә. Романда шулай уҡ видеокүҙәтеү идеяһы ла урын алған; Брэдбери уҡыусыны шундай күҙәтеүҙәрҙең зыянлы булыу мөминлеген дә иҫкәрткән[62].

Китаптарға ҡағылғанда, хәҙерге ваҡытта бер ниндәй ҙә әҙәби цензура юҡ, әммә электрон китаптар ҡулланыу әүҙемләшә бара. Брэдбери быға кине ҡарашта торған, хатта күпмелер ваҡыт «Фаренгейт буйынса 451 градус» романын электрон формала сығарыуҙы тыйған[63].

Канада баҫмаһы National Post (инг.)баш. журналисы Крис Найт (ингл. Chris Knight) шулай уҡ Брэдбериның ижадын ыңғай ҡылыҡһырлаған. Найт «Ут шарҙары» һәм «Кеше» (ингл. The Man) әҫәрҙәрендә фән һәм христианлыҡтың ниндәйҙер есть ҡатнашмаһы бар, һәм яҙыусы был өлкәлә дөйөм һыҙаттар айырып алырға тырыша тип билдәләгән. Шулай уҡ Найт, Брэдбери китаптары, «үткән заман һәм киләсәк араһында» торһа ла, шулай ҙа «ваҡыттан тыш» булып ҡаласаҡ, тигән. Найт фекеренсә, Брэдбериҙың ижади мираҫын тиҫтә, хатта йөҙ йылдар дауамында ла онотмаясаҡтар, улар, яҡшы әҙәбиәт өлгөһө булараҡ, бер үк ваҡытта кешеләрҙе элеккесә илһамландырып та, ҡурҡытып та торасаҡ[64].

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Брэдбери ун бер роман яҙған[65], шуларҙан киң популярлыҡ алғандары: «Марсиан хроникалары» (1950), «Фаренгейт буйынса 451 градус» (1953) һәм «Бәпембәнән яһалған шарап» (1957). Яҙыусы шулай уҡ 21 пьеса һәм 28 кинофильм сценарийҙары яҙған[65].

Яҙыусы әҙәби әҫәрҙәренең күпселеген хикәйә жанрында яҙған. Хәҙерге көнгә уның хикәйәләренең[17] 400 билдәле, уларҙың күбеһе күп кенә йыйынтыҡтарҙа — ҡырҡ ете баҫмала сыға. Ҡайһы бер йыйынтыҡтары компиляция формаһында, йыш ҡына уларҙа элек баҫылғандары һәм бер-ике яңы әҫәре, сыҡҡан. Ҡайһы бер билдәле әҫәрҙәре: «Яғымлы ямғыр яуыр» (1950), «Иртәгә ахырызаман» (1951), «Һәм күк күкрәне» (1952), «Бер көндә бөтә йәй» (1954) һ. б. Бер нисә хикәйәһе ҙурыраҡ әҫәрҙәренән элегерәк яҙылған, мәҫәлән, «Янғын һүндереүсе» хикәйәһен «Фаренгейт буйынса 451 градус» романына нигеҙ тип һанарға мөмкин[66]. Ҡайһы бер хикәйәләре бер әҫәрҙән икенсеһенә күсеп йөрөгән йә тематика, йә геройҙар менән бәйле цикл барлыҡҡа килтерә.

Брэдбери прозаһын рус теленә: Виталий Тимофеевич Бабенко, Нора Галь, Л. Л. Жданов, Дмитрий Анатольевич Жуков, Белла Григорьевна Клюева, Раиса Ефимовна Облонская, Е. С. Петрова, М. А. Пчелинцев, Т. Н. Шинкарь тәржемә иткән.

Наградалары, премиялары һәм дәртләндерелеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рэй Брэдбери 1977 йылда
  • Брэдбери: Небьюла, Хьюго, О’Генри премияһына, Балрог, Брэм Стокер премияһына, Энн Радклифф, Бенджамин Франклин, Америка академияһы, «Гэндальф» премияларына лайыҡ булған[15].
  • 1984 йыл — «Фаренгейт буйынса 451 градус» романы өсөн «Дан залы» номинацияһында «Прометей» (Prometheus Award) премияһы лауреаты
  • 1988 йыл — Брэдбери «Гранд-мастер» титулына, ә киләһе йылда «бөтә ғүмеренең ҡаҙаныштары өсөн» Брэм Стокер премияһына лайыҡ була[15].
  • 2000 йыл — АҠШ әҙәбиәтенә әһәмиәтле өлөш индергәне өсөн Милли китап фонды премияһы миҙалы[15].
  • 2004 йыл — АҠШ-тың сәнғәт өлкәһендәге Милли миҙалына лайыҡ була[67].
  • 2007 йыл — Рэй Брэдбери Пулитцер премияһының исеме айырым аталыуға лайыҡ лауреаты[68], һәм был премия уға шундай формулировка менән бирелгән: «Уның фәнни фантастика һәм фэнтези жанрында бөйөк, емешле һәм әҙәбитәкә тәрән йоғонто яһаған тиңе булмаған автор карьераһы өсөн исеме айырым аталыуға лайыҡ лауреаты»[68].
  • Рэй Дуглас Брэдбери — Уиттьер (штат Калифорния) колледжының почётлы әҙәбиәт докторы[15] и почётный доктор Университета Вудбери (инг.)баш..
  • 2000 йылдың 11 ноябрендә 1992 йылдың 24 февралендә Spacewatch проекты сиктәрендә Китт-Пик Милли обсерваторияһында асылған (9766) Bradbury астероидына Рэй Брэдбери исеме бирелгән[69].
  • 2012 йылдың 22 авгусында үткән NASA Реактив хәрәкәт Лабораторияһы конференцияһында марсоход MSL Curiosity төшкән урынға ошо көндә 92 йәше тулған булырға тейешле фантаст Рэй Брэдбериға, «Марсиан хроникалары» авторына, арнап — Bradbury Landing тигән исем ҡушыу ҡарары ҡабул ителә. «Ул Марста йәшәү мөмкинлеген беренсе булып күҙалланы», — тине MSL фәнни программа директоры Майкл Майер (Michael Meyer)[70].
  • Рэй Брэдбери исеме менән Марстағы Bradbury кратеры аталды (атаманы 2015 йылдың 15 октябрендә Халыҡ-ара астрономия союзы раҫланы)[71].
  • Рэй Брэдбери Голливуд дан аллеяһындағы 6644-се йондоҙона лайыҡ булды.[72]

Әҫәрҙәрен экранлаштырыу һәм сәхнәләштереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рэй Брэдбериның күп кенә әҫәрҙәре экранлаштырылған.

  • 1966 йылда француз режиссёры Франсуа Трюффо шул уҡ исемле роман буйынса «Фаренгейт буйынса 451 градус» фильмын төшөргән[73].
  • Брэдбериҙың бер нисә әҫәре 1979 йылдан алып 1990 йылға саҡлы «Был фантастик донъя» телеспектаклдәр серияһында сығарылған.
  • 1983 йылда Уолт Дисней студияһы (режиссёр Джек Клейтон) «Ниндәйҙер ҡурҡыныс килер» (Something Wicked This Way Comes) романын экранлаштырған, сценарийҙы Брэдбери үҙе яҙған[74]. «Тап шулай яуызлыҡ килә» фильмы: 1984 йылда иң яҡшы сценарий өсөн һәм фэнтези жанрындағы иң яҡшы фильм өсөн (бынан тыш тағы биш номинация ла алған) ике тапҡыр «Сатурн» кинопремияһына лайыҡ була[74].
  • 1985 йылда Альгимантас Пуйпа «Электрон өләсәй» тигән фильм төшөрә.
  • 1985 йылдан 1992 йылға тиклемге осорҙа яҙыусының күп хикәйәләре экранлаштырылған «Рэй Брэдбери театры» тигән телесериал төшөрөлгән һәм күрһәтелгән[75]. Всего было отснято 65 мини-фильмов и выпущено 6 сезонов[75]. Брэдбери үҙе продюсер һәм сценаристарҙың береһе ролендә сығыш яһаған, шулай уҡ төшөрөү процесында һәм актёрҙар һайлауҙа ҡатнашҡан. Бынан тыш, автор һәр серия башында, хикәйәнең инеш өлөшөн оҙатып, үҙен танытҡан һәм ҡайһы бер сәхнәләрҙә ҡатнашҡан.
  • 1984 йылда — Рэй Брэдбериҙың шул уҡ исемле ахырызамандан һуң барған ваҡиғаларға бағышланған хикәйәһе мотивы буйынса «Үзбәкфильм» студияһында режиссёр Назим Туляходжаев төшөргән «Йомшаҡ ямғыр яуыр» йәнһүрәте[76].
  • 1987 йылда Назим Туляходжаев Брэдбериның бер нисә: «Вельд», «Бәпембәнән яһалған шарап», «Йәйәүле», «Аждаһа», «Марионетка корпорацияһы» хикәйәләренә нигеҙләнеп, «Вельд» фильмын төшөрә[77]. Сюжет фильма, однако, сильно отличался от авторского оригинала[78].
  • 1989 йылда режиссёр Владимир Самсонов Рэй Брэдбериның шул уҡ исемле хикәйәһе буйынса «Бында юлбарыҫтар булыуы мөмкин» йәнһүрәтен төшөрә[79].
  • 1993 йылда «Бөтә изгеләр алдынан» повесы буйынса «Байрам ағасы» йәнһүрәте төшөрөлгән[80].
  • 1997 йылда Игорь Апасян шул уҡ исемле повесть буйынса дүрт сериялы «Бәпембәнән яһалған шарап» фильмын ҡуйған[81].
  • 2001 йылда Роман Пучков «Марсиан хроникалары» (Үлек миҙгел) романы мотивтары буйынса создал мультфильм «The Neon Life» (Неон тормош) йәнһүрәтен төшөргән[82].
  • 2005 йылда Рэй Брэдбериның шул уҡ исемле хикәйәһе буйынса режиссёр Питер Хайамс төшөргән «Һәм күк күкрәне» фильмы экрандарға сыға[83].
  • 2015 йылда «Билдәләнгән сәғәт» әҫәре мотивтары буйынса «Шыбырлау» телесериалы төшөрөлгән.
  • 2018 йылда режиссёр Рамин Бахрани (Ramin Bahrani) «Фаренгейт буйынса 451 градус» фильмын ҡуя.

Ижады буйынса музыкаль әҫәрҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1972 йылда Элтон Джон һәм Берни Топин «Космонавт» хикәйәһе мотивы буйынса «The Rocket Man» йырын яҙа[84].
  • 1989 йылда совет «Горизонт» прогрессив-рок-төркөмө үҙенең «Малай портреты» альбомына «Фаренгейт буйынса 451 градус балетынан фрагмент — Гай Солоһы» композицияһын индергән[85].
  • 2004 йылда «Арда» рәсәй метал-төркөмө Рэй Брэдбериның шул уҡ исемле хикәйәһенә арналған «Мәңгелек күсеүҙәр һәм ер тураһында» дебют альбомын яҙҙырған[85].
  • 2011 йылда «Ария» төркөмө «Фаренгейт буйынса 451 градус» романы мотивы буйынса «Ут симфонияһы» йырын яҙҙырған[85].
  • Blackmore’s Night төркөмөнөң Ghost of a Rose альбомына ингән «Бәпембәнән яһалған шарап» йыры (2003 йыл)[85].
  • Royal Hunt дания прогрессив-металл төркөмө 2001 йылда Рэй Брэдбериның «Марсиан хроникалары» концепцияһына нигеҙләнгән The Mission альбомын яҙҙырған[85][86][87].
  • 2012 йылдың мартында Deadmau5 псевдонимы менән билдәле канада электрон музыкаһы продюсеры Джоэль Циммерман Крисом Джеймс менән берлектә Брэдбериның «Вельд» хикәйәһе буйынса «The Veldt» композицияһын яҙған. Һуңғараҡ характерлы тематикалы һәм сюжетлы[88] видеоклип сығарылған. Композиция Rolling Stone журналы фаразы буйынса 2012 йылғы Топ-50 иң яҡшы йырҙар исемлегенә индерелгән.
  • 2015 йылда Arida Vortex рәсәй пауэр-метал-төркөмө тулыһынса Рэй Брэдбери әҫәрҙәренә нигеҙләнгән «The Illustrated Man» альбомын сығара[89].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Всех приговорённых казнили через повешение, но в семейном предании Брэдбери речь шла именно о сожжении
  2. Не следует путать с Уильямом Сьюардом Берроузом или его сыном, Уильямом Сьюардом Берроузом-младшим
Сығанаҡтар
  1. Record #12305881 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118659723 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. LIBRIS — 2017.
  4. 4,0 4,1 Краткая литературная энциклопедия (урыҫ)М.: Советская энциклопедия, 1962. — Т. 9.
  5. 5,0 5,1 Gregersen E. Ray Bradbury // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  6. Ray Bradbury // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  7. Ray Bradbury (билдәһеҙ) / под ред. C. EvansLondon, (untranslated): 1855. — ISSN 0307-1235; 1477-3805
  8. http://www.telegraph.co.uk/news/obituaries/culture-obituaries/books-obituaries/9314662/Ray-Bradbury.html
  9. Science fiction author Ray Bradbury dies — 1996.
  10. Deutsche Nationalbibliothek Ray Bradbury // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  11. http://www.knerger.de/html/bradburyschriftsteller_104.html
  12. Geni (билдәһеҙ) — 2006.
  13. https://www.bing.com
  14. https://oralhistory.library.ucla.edu/catalog/21198-zz0008zg41
  15. 15,00 15,01 15,02 15,03 15,04 15,05 15,06 15,07 15,08 15,09 15,10 15,11 15,12 15,13 Писатель-фантаст Рэй Брэдбери умер в США, Взгляд (6 июнь 2012). 6 июнь 2012 тикшерелгән.
  16. R.I.P. Ray Bradbury, Author of Fahrenheit 451 and The Martian Chronicles (ингл.). io9.com. Дата обращения: 30 май 2013. Архивировано 22 июнь 2012 года.
  17. 17,0 17,1 Не стало писателя Рэя Брэдбери 2019 йыл 17 июнь архивланған. // Россия 24, 06.06.2012 г.
  18. Best of Ray Bradbury (ингл.). goodreads.com. Архивировано 1 февраль 2013 года.
  19. 19,0 19,1 90 лет исполнилось фантасту Рэю Брэдбери. bbc.co.uk/russian. Архивировано 1 февраль 2013 года.
  20. Бережной, 2012, с. 25
  21. A Conversation with Ray Bradbury (ингл.). cosmolearning.com. 2013 йыл 23 апрель архивланған.
  22. 22,0 22,1 22,2 Скурлатов, 1987, с. 644
  23. Eller, Jonathan. (2011). Becoming Ray Bradbury. University of Illinois Press. p. 202. ISBN 0252036298.
  24. 24,0 24,1 24,2 Скурлатов, 1987, с. 645
  25. 25,0 25,1 25,2 Биография Рэя Брэдбери. raybradbury.ru. Архивировано 19 ғинуар 2013 года.
  26. «В США скончался Рэй Брэдбери» на сайте Дни. РУ.
  27. 27,0 27,1 27,2 27,3 27,4 Скурлатов, 1987, с. 646
  28. 28,0 28,1 28,2 Рэй Брэдбери: тот, кто написал будущее 2017 йыл 13 ноябрь архивланған. // Россия 24, 07.06.2012 г.
  29. Скурлатов, 1987, с. 650
  30. 30,0 30,1 30,2 30,3 Не стало Рэя Брэдбери 2016 йыл 4 март архивланған. // Россия К, 06.06.2012 г.
  31. 31,0 31,1 Скурлатов, 1987, с. 647
  32. 32,0 32,1 32,2 32,3 Скурлатов, 1987, с. 648
  33. Скурлатов, 1987, с. 148
  34. Poet of the Pulps (ингл.). Waukegan Public Library. Архивировано 19 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 30 июнь архивланған.
  35. Засурский, 1982
  36. Обама выразил соболезнования родным Рэя Брэдбери 2016 йыл 4 март архивланған. // ТВЦ, 07.06.2012 г.
  37. Ray Bradbury: "Russians have an unparalleled capacity for love" (ингл.). http://rbth.ru.+Архивировано 1 февраль 2013 года. 2013 йыл 23 август архивланған.
  38. Ray Bradbury biography (ингл.). biography.com. Архивировано 1 февраль 2013 года.
  39. 39,0 39,1 «Лето, прощай». http://raybradbury.ru.+Архивировано 1 февраль 2013 года.
  40. Heller, 2006, с. 310
  41. Heller, 2006, с. 311
  42. 42,0 42,1 42,2 Heller, 2006, с. 305
  43. Рэй Брэдбери, мэтр фантастики, скончался в Калифорнии. baltinfo.ru. Архивировано 1 февраль 2013 года.
  44. Скончался классик научной фантастики Рэй Брэдбери. rg.ru.
  45. Hugo Award History (ингл.). thehugoawards.org. Архивировано 1 февраль 2013 года.
  46. Р. Брэдбери. Пёс в красной бандане / Пер. с английского Д. Кузьмина // TextOnly, вып. 46 (2017).
  47. 79-летний писатель-фантаст рей брэдбери перенес инсульт, http://fakty.ua.
  48. Duke, Alan. Sci-fi legend Ray Bradbury dies  (инг.), CNN (6 June 2012).
  49. Дом писателя в Лос-Анджелесе снесён в 2015 году. См. Lenta.ru: Культура: Книги: В Лос-Анджелесе снесли дом Брэдбери, В Лос-Анджелесе снесли дом классика американской фантастики Рэя Брэдбери — Первый канал.
  50. 50,0 50,1 Интервью издания «Аргументы и факты» к 90-летию писателя, 2010, http://raybradbury.ru (изначально — «АиФ»).
  51. Умер писатель Рэй Брэдбери.
  52. 52,0 52,1 Ray Bradbury, Master of Science Fiction, Dies at 91  (инг.), The New York Times.
  53. RAY BRADBURY IN THE U.S.S.R. (ингл.). newyorker.com. Архивировано 15 февраль 2013 года.
  54. Ray Bradbury, The Art of Fiction No. 203 (ингл.). theparisreview.org. Архивировано 1 февраль 2013 года.
  55. 55,0 55,1 55,2 Скурлатов, 1987, с. 649
  56. Скурлатов, 1987, с. 651
  57. Леонов, 1982, с. 5
  58. 58,0 58,1 58,2 58,3 Heller, 2006, с. 306
  59. Wil Gerken, Nathan Hendler, Doug Floyd, John Banks. Books: Grandfather Time (Weekly Alibi. 09-27-99). Weeklywire.com. Дата обращения: 14 февраль 2010. Архивировано 4 август 2012 года. 2012 йыл 29 июнь архивланған.
  60. 60,0 60,1 Кончина Рэя Брэдбери стала главной темой соцсетей в России 2017 йыл 18 сентябрь архивланған. // Россия 24, 06.06.2012 г.
  61. About Gerry (ингл.). geraldjonas.com. Архивировано 15 февраль 2013 года. 2013 йыл 9 февраль архивланған.
  62. Dreams of Ray Bradbury: 10 predictions that came true (ингл.). washingtonpost.com. Архивировано 15 февраль 2013 года.
  63. Fahrenheit 451 ebook published as Ray Bradbury gives in to digital era (ингл.). guardian.co.uk. Архивировано 15 февраль 2013 года.
  64. The timeless Ray Bradbury: Our film critic reflects on the late sci-fi author (ингл.). http://nationalpost.com.+Архивировано 15 февраль 2013 года.
  65. 65,0 65,1 Books (ингл.). raybradbury.com. Архивировано 1 февраль 2013 года. 2012 йыл 15 октябрь архивланған.
  66. Рэй Брэдбери. RU, 451 градус по Фаренгейту
  67. Джордж Буш наградил Рея Бредбери высшей медалью искусств США, http://podrobnosti.ua. 2014 йыл 21 июль архивланған.
  68. 68,0 68,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; pulitzer төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  69. Циркуляры малых планет за 11 ноября 2000 года — в документе надо выполнить поиск Циркуляра № 41570 (M.P.C. 41570)
  70. Марсоход «Кьюриосити» успешно прошел тест-драйв
  71. Planetary Names: Crater, craters: Bradbury on Mars
  72. Ray Bradbury Dead at 91. ScreenCrush. Дата обращения: 10 март 2017.
  73. 451 градус по Фаренгейту (1966). IMDb. Архивировано 1 февраль 2013 года.
  74. 74,0 74,1 Something Wicked This Way Comes (1983). IMDb. Архивировано 1 февраль 2013 года.
  75. 75,0 75,1 Театр Рэя Брэдбери (1985–1992). IMDb. Архивировано 1 февраль 2013 года.
  76. Будет ласковый дождь. Аниматор.ру. Архивировано 1 февраль 2013 года.
  77. Veld (1987). IMDb. Архивировано 1 февраль 2013 года.
  78. «Вельд», Киностудия «Узбекфильм», 1987
  79. Здесь могут водиться тигры. Аниматор.ру. Архивировано 1 февраль 2013 года.
  80. The Halloween Tree (1993). IMDb. Архивировано 1 февраль 2013 года.
  81. Вино из одуванчиков (1997). IMDb. Архивировано 1 февраль 2013 года.
  82. «The Neon Life» 2001
  83. A Sound of Thunder (2005). IMDb. Архивировано 1 февраль 2013 года.
  84. Rocket ManbyElton John. songfacts.com. Архивировано 1 февраль 2013 года.
  85. 85,0 85,1 85,2 85,3 85,4 Рей Бредбери и рок-музыка. rockyou.kiev.ua. Архивировано 1 февраль 2013 года. 2013 йыл 9 ноябрь архивланған.
  86. Материал с сайта raybradbury.ru
  87. По материалам сайта metallibrary
  88. deadmau5 feat. Chris James — The Veldt (Music Video)
  89. Arida Vortex выпустила альбом по произведениям Р. Брэдбери. Архивировано из оригинала 11 август 2015 года. 2015 йыл 11 август архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рус телендә
Инглиз телендә
  • Terry Heller. Ray Bradbury // Magill's Survey of American Literature. — University of Texas at San Antonio: Salem Press, 2006. — ISBN 978-1-58765-285-1.
  • Albright Donn. Bradbury Bits & Pieces: The Ray Bradbury Bibliography, 1974–88. — Starmont House, 1990. — ISBN 1-55742-151-X.
  • Ray Bradbury: The Life of Fiction. — Kent State University Press, 2004. — ISBN 0-87338-779-1.
  • Eller Jonathan R. Becoming Ray Bradbury. — Urbana, IL: University of Illinois Press. — ISBN 0-252-03629-8.
  • Kirk R. The revival of fantasy // Triumph (инг.)баш., 1968, May
  • Nolan William F. The Ray Bradbury Companion: A Life and Career History, Photolog, and Comprehensive Checklist of Writings. — Gale Research, 1975. — ISBN 0-8103-0930-0.
  • Ray Bradbury. — Salem Press, 2001.
  • Reid Robin Anne. Ray Bradbury: A Critical Companion. — Greenwood Press, 2000. — ISBN 0-313-30901-9.
  • Tuck Donald H. The Encyclopedia of Science Fiction and Fantasy. — Chicago: Advent, 1974. — P. 61–63. — ISBN 0-911682-20-1.
  • Weist Jerry. Bradbury, an Illustrated Life: A Journey to Far Metaphor. — William Morrow and Company, 2002. — ISBN 0-06-001182-3.
  • Weller Sam. The Bradbury Chronicles: The Life of Ray Bradbury. — HarperCollins, 2005. — ISBN 0-06-054581-X.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Произведения Рэя Брэдбери Ҡалып:Экранизации произведений Рэя Брэдбери Ҡалып:Премия «Сатурн» за лучший сценарий Ҡалып:Хорошая статья