Эстәлеккә күсергә

Ишбирҙе Ишкинин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ижберда Ишкинин битенән йүнәлтелде)
Ишбирҙе Ишкинин
Тыуған ваҡыты

билдәһеҙ

Тыуған урыны

билдәһеҙ

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Ғәскәр төрө

кавалерия

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 18111814

Хәрби звание

прапорщик (1813)

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Наградалар һәм премиялар
IV дәрәжә Изге Георгий ордены
IV дәрәжә Изге Георгий ордены

Ишбирҙе Ишкинин — хәрби эшмәкәр. Тархан, прапорщик (1813). 1-се Башҡорт атлы полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Ишбирҙе Ишкинин Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы) Аҡъюл ауылында йәшәгән.

1811 йылда 9-сы кантон башҡорттарынан 1-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, июндә полк Сембергә килә һәм Серпуховҡа ебәрелә. Курск губернаһында ҡышлай. 1812 йылдың 2 ғинуарында Луцк ҡалаһында 2-се армия командующийы П. И. Багратион 1-се һәм 2-се Башҡорт атлы полктарын ҡарап сыға. 1812 йылдың мартында 1-се Башҡорт полкы Рәсәй империяһының көнбайыш сиктәрендә Платовтың корпусы составына кордон хеҙмәтен үтәй. Ватан һуғышы башланғас, Платов казактары менән бергә 2-се Көнбайыш армияның сигенеүен ҡаплай[1][2].

Ишбирҙе Ишкинин 1-се Башҡорт полкы составында Рәсәй империяһы, Саксония, Пруссия, Голландия һәм Франция территорияларындағы хәрби операцияларҙа ҡатнаша.

Урядник званиеһын ала, 1813 йылдың 6 декабрендә киләһе чинға (прапорщик) күтәрелә.

1813 йылда 1-се Башҡорт атлы полкы командаһы Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнаша. 1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнашҡан 4-се, 5-се һәм 14-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә[3]. 1813 йылдың 10 ноябрендә 1-се Башҡорт атлы полкы Дефентер ҡәлғәһе, 8-9 декабрҙә — Бреда ҡәлғәһе, 1814 йылдың 24-25 февралендә — Лаон ҡалаһы янындағы алыштарҙа ҡатнаша.

1814 йылдың мартында Парижды алыуҙа ҡатнаша.

1819–1827 йылдарҙа 9-сы кантон үҙәге Буранғол ауылында хеҙмәт итә, буласаҡ яугирҙарҙы хәрби хеҙмәткә өйрәтә.

1854 йылда Кесе Ҡаялы йылғаһы (Гөбөрлө ҡушылдығы) буйында Ишбирҙе ауылына (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Гай районы) нигеҙ һала.

  • Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
  • Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов/ сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
  • Сулейманов Ф. М., Утягулов Р. И. Азаматы Сакмары и Яика: Юго-восточный Башкортостан в войнах России против наполеоновской Франции. — Сибай, 2012. — 133 с. — ISBN 978-5-905062-33-9.
  • Хайбуллинская энциклопедия / гл. ред. Р. Х. Ибрагимов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 233—234. — 648 с. — ISBN 978-5-88185-243-6.