Эстәлеккә күсергә

Икенде ашы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Икенде

Икенде — төшкө һәм киске аш араһында еңел туҡланыу, тағы — шул рәүешле тамаҡ ялғауға тәғәйенләнгән аҙыҡ[1].

Рәсәй балалар баҡсаларында һәм һауыҡтырыу лагерҙарында икенде мотлаҡ тамаҡ ялғау тип һанала һәм ял итеүҙән (көндөҙгө йоҡонан) һуң, 16 сәғәттә бирелә.

Тарихы һәм атаманың килеп сығыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Икенде» («полдник») һүҙенең килеп сығыу тарихы буйынса ике төп фараз бар. Беренсе фараз — рус крәҫтиәндәренең көн тәртибе, ҡала халҡы менән сағыштырғанда, ғәҙәттәгенән башҡараҡ булған, эшкә таң һарыһынан торғандар, шуның өсөн иртәнге ашты таңғы сәғәт 4-5-тә, иртәнге 9-ҙа — төшкө ашты, сәғәт 12-лә икенде аш (полдник), 14 сәғәттә — киске аш (паужин)[2], алдынан ашағандар («паужинали»), сәғәт 20-21 — киске аш ашағандар («ужинали»), ә көндөҙгө сәғәт 12-лә, ҡояш төш мәленә еткәндә — икенде ашын ашағандар (полдничали)[3].

Икенсе фараз: көн кискә ауышҡанда, «көндөң яртыһы үтте», еңелсә тамаҡ ялғар кәрәк тигәнде аңлатҡан «икенде» («полдник») атамаһы көндөҙгө сәғәт 4 (16 сәғәт) һәм уның мәғәнәһе менән бәйләнгән[2].

Икенде бер стакан һөт, йогурт, сәй, какао, һутты май һыланған икмәк (бутерброд) йәки тәмле ҡамыр ашы (печенье, вафли, кекс) менән тамаҡ ялғауҙы аңлата. Диетологтар икенде ашына балаларға шоколад, кәнфит, чипсы һәм газлы эсемлектәр биреүҙе ҡәтғи тыя[2].

Икенде ашы, бигерәк тә көндөҙгө йоҡонан һуң, аш эшкәртеү-һеңдереү системаһын нормаль режимда тоторға ярҙам итә. Кире осраҡта, икенде ашына иғтибарлы булмағанда, баланың матдәләр алмашыныуында проблемалар барлыҡҡа килеүе бар[2].

Икенде (полдник) төрлө илдәрҙә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәйҙә икенде ваҡыты 16:00 сәғәт тирәһе[3].
  • Францияла ғәҙәттәге икенде ваҡыты — 16:00 сәғәт.
  • Англияла, ҡағиҙә булараҡ, икенде — сәғәт 17:00 һәм «төшкө аштан һуңғы сәй» (файф о`клок) тип атала.
  • Испанияла икенде (меренда), бигерәк тә балалар араһында киң таралған, ғәҙәттә сәғәт 17:00 тирәһендә ойошторола.
  • Аргентинала, Уругвайҙа һәм Парагвайҙа икенде (меренда) көндөң икенсе яртыһында, 17:00 сәғәт тирәһендә, төшкө һәм киске аштар араһында ойошторола. Ғәҙәттә эсемлектән (мате, кофе, һөтлө какао, сәй), һәм торт, печенье, джемлы икмәк телеме кеүек (хлебцы) татлы ҡамыр ашынан, йәки яңы һауылған һөт, аҡ май һәм бал кеүек аҙыҡтан тора.
  • Чилиҙа икенде (полдник) сәғәт 16:00 сәғәт 20:00 араһында, һәм хатта сәғәт 21:00 йәки сәғәт 22:00 ойошторола.
  • Колумбияла икенде «onces» тип атала, үҙәк Анд тауҙарында эҫе какао, кофе йәки һөтлө сәйҙән ғибәрәт. Сәғәт 16:00 һәм 18:30 араһында ойошторола.
  • Кубала ғәҙәттә икенде сәғәт 19:00 тирәһендә, мәктәптә сәғәт 10:00 һәм сәғәт 16:00 ойошторола.
  • Перуҙа икендене ланч тип йөрөтәләр, сәғәт 17:00 һәм сәғәт 19:00 ойошторола.
  • Венесуэлала икенде сәғәт 16:00 йәки сәғәт 21:00 тап килә. Шулай уҡ сәғәт 9:00 (иртәнге меренда).
  • Никарагуала икенде төшкө ашҡа тиклемгегә (сәғәт 10:00) һәм төшкө аштан һуңғыға (сәғәт 16:00) бүленә[4].
  1. Толковый словарь русского языка (Ожегов С., Шведова Н.)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Словарь Даля: паужин
  3. 3,0 3,1 Диетология: что такое полдник + рецепты полдника (Антонова Алла) 2016 йыл 16 декабрь архивланған.
  4. Использованы материалы Испанской Википедии