Ингрид Кремер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ингрид Кремер
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Германия
 Германия Демократик Республикаһы
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Германия Демократик Республикаһы
Тыуған ваҡыттағы исеме нем. Ingrid Krämer
Тыуған көнө 29 июль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[2][3] (80 йәш)
Тыуған урыны Дрезден, Өсөнсө рейх[2]
Хәләл ефете Hein Engel[d]
Һөнәр төрө прыгун в воду, йөҙөүсе
Әүҙемлек урыны Росток[2] һәм Галле[2]
Спорт командаһы ағзаһы SC Einheit Dresden[d]
Масса 56 килограмм
Спорт төрө Һыуға һикереү
Ҡатнашыусы diving at the 1960 Summer Olympics – women's 10 metre platform[d], diving at the 1964 Summer Olympics – women's 10 metre platform[d], diving at the 1960 Summer Olympics – women's 3 metre springboard[d], diving at the 1964 Summer Olympics – women's 3 metre springboard[d] һәм diving at the 1968 Summer Olympics – women's 3 metre springboard[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 158 сантиметр
 Ингрид Кремер Викимилектә

Ингрид Кремер-Гульбин (нем. Ingrid Krämer-Gulbin, беренсе никахта Энгель-Кремер, нем. Engel-Krämer); 29 июль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[2][3] (80 йәш), Дрезден[2]) — һыуға һикереү буйынса немец спортсыһы, өс тапҡыр олимпия чемпионы, 1962 йылда ике тапҡыр Европа чемпионы[4][5][6].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кремер 1960 йылда йәйге Олимпия уйындарында

Ингрид Кремер 1943 йылда Дрезденда тыуған. 1955 йылда һыуға һикереү менән шөғөлләнә башлай[7]. 1960 йылда Римда Йәйге олимпия уйындарында Кремер өс метрлыҡ трамплиндан һәм ун метрлыҡ вышканан һыуға һикереү буйынса берләшкән Германия командаһы вәкиле булараҡ еңеү яулай. Үҙенең ҡаҙанышын 1962 йылда һыу спорт төрҙәре буйынса Европа чемпионатында ҡабатлай.

1964 йылғы Йәйге олимпия уйындарында Токиола Энгель-Кремер өс метрлы трамплиндан һикереүҙә йәнә еңеүсе була, шулай уҡ ун метрлыҡ вышканан һикереүҙә Америка спортсыһы Лесли Буштан ҡалып, көмөш миҙал яулай. Шулай уҡ 1968 йылда Йәйге олимпия уйындарында ҡатнаша. Ул Олимпия уйындары тарихында Пэт Мак-Кормиктан ҡала икенсе иң титуллы һыуға һикереүселәрҙән һанала[8].

Ингрид Кремер ике тапҡыр кейәүҙә була. 1963 йылда ул ауыр атлет Хайн Энгелгә сыға. 1965 йылда айырылышҡанға тиклем ул Энгель-Кремер фамилияһын йөрөтә. Айырылышҡандан һуң өс ай үткәс ул Гельмут Гульбинға кейәүгә сыға.

Спорт карьераһы тамамланғас, Ингрид Гульбин ГДР-ҙа һыуға һикереү буйынса тренер булып эшләй. Ул халыҡ-ара ярыштарҙың бер нисә миҙалсыһын тәрбиәләй, шул иҫәптән 1980 йылғы Олимпия чемпионкаһы Мартина Ешканы әҙерләй. Германия берләшкәндән һуң Гульбин эшен юғалта һәм банк хеҙмәткәре булып эшләй[7].

1960, 1962, 1963 һәм 1964 йылдарҙа Кремер ГДР-ҙың йыл спортсыһы титулына лайыҡ була[7]. 1960 йылда уны Йыл спортсыһы тип ФРГ-ла таныйҙар. Шулай итеп ул Германияның ике өлөшөндә лә был наградаға лайыҡ булған берҙән-бер спортсы була[9]. 1960 һәм 1962 йылдарҙа ул ГДР-ҙың «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» көмөш ордены, ә 1964 йылда — «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» алтын ордены менән бүләкләнә. 1975 йылда Ингрид Кремер йөҙөү буйынса донъя Дан Залына[8] индерелә. 2011 йылда уны немец спортының Дан Залына индерәләр[10].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #45096442 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Deutsche Nationalbibliothek Record #118684779 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Ingrid Krämer-Gulbin // filmportal.de — 2005.
  4. Ingrid Gulbin-Engel-Krämer (ингл.). SportsReference.
  5. INGRID KRAMER (GDR)(англ.). International Swimming Hall of Fame.
  6. Krämer, Ingrid (нем.). Wer war wer in der DDR?
  7. 7,0 7,1 7,2 Krämer, Ingrid (нем.). Wer war wer in der DDR?.
  8. 8,0 8,1 INGRID KRAMER (GDR) (ингл.). International Swimming Hall of Fame.
  9. Ingrid Gulbin-Engel-Krämer (ингл.). SportsReference.
  10. Die goldene Wasserspringerin (нем.). Hall of Fame des deutschen Sports.