Ион диңгеҙе
Ион диңгеҙе | |
---|---|
Урынлашыуы | Урта диңгеҙ |
Майҙаны | 169 мең км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 5121 м |
Уртаса тәрәнлек | 2083 м |
Ион диңгеҙе Викимилектә |
Ион диңгеҙе[1] (бор. грек. Ἰόνιον Πέλαγος, Ионион[2], грек. Ιόνιο Πέλαγος [iˈonio ˈpelaɣos], итал. mar Ionio [mar ˈjɔːnjo]) — Балҡан менән Апеннин ярымутрауҙары һәм Крит менән Сицилия утрауҙары араһындағы Урта диңгеҙҙең өлөшө. Отранто боғаҙы аша Адриатик диңгеҙ, ә Мессина боғаҙы аша Тиррен диңгеҙе менән тоташа. Көньяҡ Италия, Албания һәм Греция яр буйҙарын йыуа.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Майҙаны — 169 мең км², максималь тәрәнлеге — 5121 м (был Урта диңгеҙҙең иң тәрән урыны булып тора).
Яр буйҙары, бигерәктә Илн утрауҙары урынлашҡан көнсығыш өлөшө, ныҡ бүлгеләгән. Ион диңгеҙе ҡултыҡтары: Патраикос, Коринф, Таранто, Месиниакос, Амвракикос һ. б.
Һыу температураһы — февралдә 14 °C һәм августта 25,5 °C тәшкил итә. Тоҙллоғо 38 ‰. Ярым тәүлекле һыу артымының бейеклеге 0,4 метрға барып етә. Өҫкө ағымдарҙың тиҙлеге яҡынса 1 км/сәғ тәшкил итә һәм улар циклональ әйләнеш барлыҡҡа килтерә.
Хужалыҡта әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балыҡ тотоу (скумбрия, тунец, камбала, кефаль) һәм туризм был төбәктә айырыуса ныҡ үҫешкән.
Төп порттары:
- Грецияла — Патры, Керкира, Игуменица.
- Италияла — Таранто, Катания.
- Албанияла — Саранда.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Диңгеҙ атамаһы боронғо грек ҡәбиләһе иондарҙан барлыҡҡа килгән тип фаразлайҙар, улар б. э. т. XI—IX быуаттарҙа Ионияны колониялаштырған, ә б. э. т. VIII—VI быуаттарҙа Кефалиния һәм көнбайыш Греция яр буйының башҡа утрауҙарында торамалар нигеҙләй[3]. Ҡайһы бер авторҙар диңгеҙ атамаһын боронғо грек мифологияһы шәхесе Ио менән бәйләй, Зевс йәки Гера уны һыйырға әйләндергәс ошо диңгеҙ аша йөҙөп үтә[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 135.
- ↑ Инструкция по передаче на картах географических названий Греции. — М., 1964. — С. 15.
- ↑ Pliny, John Bostock, Henry Thomas Riley. The Natural History of Pliny. — H. G. Bohn, 1855. — С. 265.
- ↑ John Lemprière. A classical dictionary. — 6. — E. Duychinck, Collin & co., 1827. — С. 380. — 890 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ион диңгеҙе Викимилектә |
- Ион диңгеҙе — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Ионическое море 2008 йыл 25 февраль архивланған. — Словарь современных географических названий
Был океанология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |