Эстәлеккә күсергә

Зиннуров Ирек Хәйҙәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ирек Хәйҙәр улы Зиннуров битенән йүнәлтелде)
Зиннуров Ирек Хәйҙәр улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
 Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  СССР
 Украина
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 ғинуар 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (55 йәш)
Тыуған урыны Яҡутск, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ватерполист, сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Таврический университет[d]
Спорт командаһы ағзаһы Спартак[d] һәм Синтез[d]
Масса 85 килограмм
Спорт төрө Һыуҙа туп уйнау
Ҡатнашыусы Йәйге Олимпия уйындары 2004[d] һәм Йәйге Олимпия уйындары 2000[d]
Ойошма ағзаһы Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VII созыва[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы Дуҫлыҡ ордены
Бейеклеге/буйы 189 сантиметр
 Зиннуров Ирек Хәйҙәр улы Викимилектә

Зиннуров Ирек Хәйҙәр улы (11 ғинуар 1969 йыл) — Рәсәй ватерполсыһы, ике тапҡыр Олимпия уйындары призеры (2000, 2004), донъя һәм Европа чемпионаты призеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, хәрәкәтсән һөжүмсе. Дуҫлыҡ ордены кавалеры.

Ирек Хәйҙәр улы Зиннуров 1969 йылдың 11 ғинуарында Яҡутск ҡалаһында тыуған. Ҡазандың 8-се балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервының махсуслаштырылған спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Беренсе тренеры — В. Горюнов. Симферополь дәүләт университетын тамамлаған (1992).

1994 йылда Волгоград клубы «Лукойл-Спартак» өсөн уйнай башлай, уның составында дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионы була (1997, 1999, 2003, 2004) һәм алты тапҡыр Рәсәй кубогын яулай (1998, 2000, 2001, 2002, 2003, 2004).

1995 йылда Рәсәй йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай. Сидней Олимпия уйындарының көмөш призеры (2000), Афинала Олимпия уйындарының бронза призеры (2004), 1998 йылда Изге ихтыяр уйындары еңеүсеһе (Нью-Йорк), 2001 йылда донъя чемпионатының бронза призеры (Фукуока), 2002 йылда Донъя лигаһының еңеүсеһе (Греция), Донъя Кубогы эйәһе 2002 (Белград), Европа чемпионатының бронза призеры 1997 (Севилья).

2004 йылдан «Синтез» командаһы капитаны була (Ҡазан), уның составында «Len Trophy» (2006—2007), Рәсәй чемпионатының (2007) һәм Рәсәй Кубогын яулай (2005).

2009 йылда спорт карьераһын тамамлауы тураһында иғлан итә.

2009—2010 йылдарҙа «Оргсинтез» бассейны директор була, 2010 йылда «Синтез» клубының (Ҡазан) вице-президенты, 2011 йылдың ғинуар айында — «Синтез» клубының баш тренеры.

Дуҫлыҡ ордены һәм II дәрәжәләге «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнә.

2016 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһынан VII саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты итеп һайлана.

  • Рәсәй флагы «Лукойл-Спартак» Волгоград ҡалаһы (1994—2004)
  • Рәсәй флагы «Синтез» Ҡазан ҡалаһы (2004—2009)