Ишембәтов Вәдүт Харрас улы
Ишембәтов Вәдүт Харрас улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 10 май 1915 |
Тыуған урыны | Ғәбсәләм, Баймаҡ районы, СССР |
Вафат булған көнө | 13 апрель 1985 (69 йәш) |
Һөнәр төрө | тракторсы |
Хәрби звание | Сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ишембәтов Вәдүт Харрас улы (10 май 1915 йыл — 13 апрель 1985 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, сержант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы штабында өлкән телеграфист, һуңынан отделение командиры[1]. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) кавалеры[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәдүт Харрас улы Ишембәтов 1915 йылдың 10 майында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Ярат ауыл Советына ҡараған Ғәбсәләм ауылында тыуған[1]. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы штабында өлкән телеграфист булып хеҙмәт итә, һуңынан отделение командиры була[1]. 1945 йылда тыуған яҡтарына ҡайта[2]. Юлыҡ ауылында тракторист-машинист булып эшләй[1].
1985 йылдың 13 апрелендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)[1]
- «Сиҙәм ерҙәрен үҙләштергән өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ИШИМБЕТОВ (Ишембетов) Вадут (Юдут) Харрасович. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Ишембетов Вадут Харрасович. Записи из проекта Дорога Памяти (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Кавалеристы Баймакского района 112(16) гвардейской Башкирской кавалерийской дивизии, призванные Баймакским РВК 2021 йыл 13 июнь архивланған.
- 10 майҙа тыуғандар
- 1915 йылда тыуғандар
- Баймаҡ районында тыуғандар
- 13 апрелдә вафат булғандар
- 1985 йылда вафат булғандар
- Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Баймаҡ районы