И. К. Айвазовский исемендәге Феодосия картиналар галереяһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
И. К. Айвазовский исемендәге Феодосия картиналар галереяһы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1845 һәм 1922
Дәүләт Украина[1]
Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Феодосия
Рәсми сайт feogallery.org
Страница учреждения на Викискладе Aivazovsky Gallery Feodosia
Commons-logo.svg И. К. Айвазовский исемендәге Феодосия картиналар галереяһы Викимилектә

И. К. Айвазовский исемендәге Феодосия картиналар галереяһы — Феодосия (Рәсәй/Украина[2]) ҡалаһында урынлашҡан маринистик һынлы сәнғәт музейы. Ике корпустан тора: Галереялы, 2 урамы (төп экспозиция, И. К. Айвазовский эштәре) һәм Галереялы, 4 урамы (рәссамдың апаһының йорто: И. К. Айвазовскийҙың мифологик һәм тәүрат темалы картиналары, «Рус һәм хәҙерге заман маринаһы» галереяһының фәнни бүлеге) .

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ivan Aivazovsky.jpg
Ivan Aivazovsky. Feodosia.jpg

49 картинанан торған беренсе экспозиция 1845 йылда Иван Айвазовскийҙың ҙур өйөнөң бер өлөшөндә асыла. 1880 йылда тағы ла бер төкәтмә рәссам проектлаған күргәҙмәләр залы өҫтәлә. Галерея Рәсәй империяһы территорияһында бер рәссамдың беренсе музейы була. Рәссамдың вафатынан һуң 1900 йылда уның васыяты буйынса галерея тыуған ҡалаһына тапшырыла. 1922 йылдан галерея дәүләт музейы була. Унда диңгеҙ темаһына ҡағылышлы яҡынса 12 мең әҫәр, шул иҫәптән И. К. Айвазовскийҙың донъялағы иң ҙур коллекцияһы (416 эш) бар. Ҡуйылған эштәр араһында иң билдәлеһе — «Ике төрөк карабы һөжүм иткән „Меркурий“ бригы», «Севастополь рейды», «Төньяҡ диңгеҙҙә „Мария“ карабы», «Георгий монастыры», «Диңгеҙ. Коктебель», шулай уҡ Айвазовскийҙың 212х708 см дәүмәлендәге иң ҙур полотноһы — «Штилдән — дауылға» бар.

Экспозиция Иван Айвазовский ижады, уның ғаилә тарихы, галерея тарихы менән таныштыра. Бүлмәлә Айвазовский ғаиләһенең ҡиммәтле әйберҙәрҙе ҡуйылған.

Күрше бинала — апаһының йортонда — Айвазовскийҙың мифологик, тәүрат темаһына яҙылған картиналары, XVIIIXIX быуаттарҙағы сит ил маринистарының эштәре, бөйөк рәссамдың замандаштарының, Киммерий һынлы сәнғәт мәктәбе вәкилдәренең — М. Волошин, Л. Лагорио, К. Богаевскийҙың, Айвазовскийҙың уҡыусылары — М. Латри, А Фесслер, А Куинджи, совет рәссамының әҫәрҙәре ҡуйылған.

1920 йыл аҙағында галерея бинаһында Феодосияның ғәҙәттән тыш комиссияһы, Ҡыҙыл армияһы һәм Ҡыҙыл флоттың диңгеҙ һәм дивизия айырым бүлеге. Ошо ваҡытта галереяның бер нисә картинаһы зыян күрә[3].

1922 йылда бинаға ремонт яһала һәм 17 декабрҙә, һигеҙ йыллыҡ тәнәфестән һуң, галерея, СССР Дәүләт музейы булараҡ, ҡабат үҙ ишектәрен аса. Айвазовский галереяһының беренсе директоры рәссам һәм сәнғәт белгесе Герасим Афанасьевич Магула була. Ул Феодосияла һәм өйәҙҙә эммиграцияға китеүселәрҙән ҡалған художество ҡиммәттәрен йыйыуҙы һәм улар нигеҙендә бинаның торлаҡ бүлмәләрендә 1925 йылға тиклем эшләгән Художество ҡиммәттәре музейы ойоштора; килеүселәр ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре (фарфор, көмөш әйберҙәр), боронғо йыһаз, ҡорал-ҡорамал менән таныша ала. 1923 йылда директор С. Барсам була.

1930 йылда галерея алдына скульптор И. Я. Гинцбург эшләгән Айвазовский һәйкәле ҡуйыла. Уға «Феодосия — Айвазовскийға» тигән яҙыу ҡуйыла.

Ҡырым фашистар оккупацияһында булғанда картиналар галереяһы директор — Николай Степанович Барсамов һәм уның ҡатыны Софья Барсамованың ҡаһармандарса тырышлығы һәҙәмтәһендә Ереванға эвакуациялана. Тәүҙә картиналар Феодосиянан Новороссийскка, ә унан Краснодарға килтерелә. Унда картиналарҙы Сталинградҡа алып барырға бойороҡ була. Бойороҡто боҙоп, Николай Степанович, Әрмәнстандың саҡырыуын алып, картиналарҙы Ереванға илтергә ҡарар итә. Краснодарҙа булғанда, унда күргәҙмәләр ойошторола. Һуңынан күргәҙмә Ереванда ла ойошторола. 1944 йылдың ноябрендә картиналар галереяһы Феодосияға кире ҡайтарыла. Эвакуация ваҡытында юғлтыуҙар булмай[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. GeoNames — 2005.
  2. Был объект Ҡырым ярымутрауы территорияһында урынлашҡан. Ярымутрауҙың ҙур өлөшө был территорияны контролдә тотоусы Рәсәй Федерацияһы һәм Украина араһында территориаль ризаһыҙлыҡ объекты булып тора. Рәсәй Федерацияһының административ-территориаль ҡоролошона ярашлы ярымутрауҙа Рәсәй Федерацияһы субъекттарыҠырым Республикаһы Һәм Севастополь федераль әһәмиәтендәге ҡала урынлашҡан. Украинаның административ-территориаль ҡоролошона ярашлы ярымутрауында Ҡырым Автономиялы Республикаһы һәм айырым статуслы Севастополь ҡалаһы урынлашҡан.
  3. Бобков А. А. Красный террор в Крыму. 1920–1921 годы (рус.) // Отв. ред. А. В. Терещук Белая Россия: опыт исторической ретроспекции. Материалы международной научной конференции в Севастополе. (Библиотека россиеведения. Выпуск 7) : Сборник. — Санкт-Петербург: Посев, 2002. — ISBN 5-85824-140-9.
  4. Даниленко Л.П. Три года в Ереване. Из истории национальной картинной галереи им. И.К. Айвазовского (русский).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гриневецкий С. Р., Зонн И. С., Жильцов С. С. Черноморская энциклопедия. — М.: Международные отношения, 2006. — 35 c. — ISBN 5-7133-1273-9.
  • Феодосия: краткий путеводитель. Редакторы А. В. Меснянко, Ю. С. Воронцова. — Севастополь: Библекс, 2007. — 96 с. — ISBN 978-966-8231-93-3.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]