Йыр һәм бейеү байрамы (Латвия)
Йыр байрамы | |
---|---|
Йыр һәм бейеү байрамы, 2008 йыл | |
башҡаса | Бөтә Латвия йыр һәм бейеү байрамы |
шулай уҡ | латыш. Vispārējie latviešu Dziesmu un Deju svētki |
Мәғәнәһе | Милли байрам |
Раҫланған | 1873 йылда 2008 йылдан ЮНЕСКО-ның милли мираҫы исемлегендә |
Байрам итеү | өс-биш йылға бер тапҡыр[1] |
Бөтә Латвия йыр һәм бейеү байрамы (латыш. Vispārējie latviešu Dziesmu un Deju svētki) — Латвиялағы традицион мәҙәни сара, халыҡ хорҙары һәм халыҡ бейеү коллективтары фестивале.
Байрам өс-биш йылға бер Ригала үткәрелә, 1873 йылдан алып, байрам бөтәһе 25 тапҡыр уҙғарылған. Фестивалдә яҡынса 30 000-ләп кеше ҡатнаша — хорҙар, бейеү коллективтары, тынлы оркестрҙар, фольклор төркөмдәре, Латвия һәм башҡа илдәрҙән килгән этнографик ансамблдәр.
Сара сиктәрендә шулай уҡ иң яҡшы башҡарыусылар билдәләне, фестиваль лауреаттары бүләкләнә.
Литва һәм Эстонияла ла ошоға оҡшаш байрамдар үткәрелә — лит. Dainų šventė һәм эст. Laulupidu.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуат башында Латвия ҡалаларында немец өлгөләре буйынса хорҙар һәм йыр коллективтары барлыҡҡа килә башлай. 1857 йылда Таллинда һәм 1861 йылда Ригала немец-балтик хорҙарының масштаблы фестивале үтә. 1864 йылда дин әһеле һәм әҙип Юрис Нейкенс, остзей немецтары миҫалына эйәреп, Диклиҙа латыш ирҙәр хоры фестивале ойоштора һәм унда 6 хор һәм 120 бәйгесе ҡатнаша. Уның артынса, тағы бер нисә шундай уҡ сара, шул иҫәптән, Добелдә 400 кеше ҡатнашлығындағы Курзем йыр байрамы үтә[2].
1873 йылдың йәйендә яңы ғына хасил булған Ригалағы латыш йәмғиәте I Бөтә Латвия йыр байрамы ойоштора (латыш. I Vispārīgie latviešu Dziedāšanas svētki). Уның артынса II, III, IV (Елгавала) һәм V Байрамдар үтә.
XX быуат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Латвия СССР-ға ҡушылғанынан һуң, байрамдар үткәреү тергеҙелә. 1948 йылдан 1985 йылға тиклем ун фестиваль үтә (X—XIX).
Совет Латвияһындағы тәүге ике байрам (1948 һәм 1950 йылдар), Рига үҙәгендә, хәҙерге Эспланада паркы урынында, үткәрелә. Меңләгән кешелек хор был ваҡиға өсөн махсус төҙөлгән ваҡытлыса эстрадала урынлаша.
1955 йылда Йыр байрамын үткәреү өсөн Ригала «Межапарк» ял һәм мәҙәниәт паркында махсус тәғәйенләнгән Ҙур эстрада тип аталған сәхнә төҙөлә. Архитекторҙары — В. В. Шнитников һәм Г. П. Ирбит. Эстрада 10 мең йырсыны һәм амфитеатр 30 мең тамашасыны һыйҙырышлы итеп төҙөлә.
Совет осоронда байрамдар альтернатив нумерациялы була һәм йыш ҡына коммунистик байрамдарға, мәҫәлән, 1970 йылда В. И. Лениндың 100 йыллығына һәм 1977 йылда Бөйөк Октябрь революцияһының 60 йыллығына арнала. 1960 йылдан төп байрамға параллель рәүештә Мәктәп һәм йәштәр йыр һәм бейеү фестивале лә үткәрелә.
1970 йылдан алып, сит илдәге латыштарҙың эмиграция үҙәктәрендә — АҠШ, Канада, Австралия, Германия һәм башҡа илдәрҙә лә йыр һәм бейеү байрамдары үткәрелә башлай. Был байрамдар, Латыш мәҙәниәтенең үҙенсәлекле көндәре булараҡ, хәҙерге көндәрҙә лә һаҡанып килә[3][4].
XX Йыр һәм бейеү байрамы (латыш. XX Vispārējie latviešu Dziesmu un X Deju svētki) 1990 йылдың йәйендә, Латвияның бойондороҡһоҙлоғо тергеҙелгәндән һуң, үтте.
XXI быуат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балтик буйы илдәренең Йыр һәм бейеү байрамы 2008 йылда ЮНЕСКО-ның мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелә[5]. 2013 йылда XXV Йыр һәм бейеү байрамы үтте[6].
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Dziesmu svētku mazā enciklopēdija. — Rīga: Musica Baltica, 2004. — 44 с. — ISBN 9984-588-30-0.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Закон «О празднике песни и танца»
- ↑ Рига: Энциклопедия = Enciklopēdija «Rīga» / Гл. ред. П. П. Еран. — 1-е изд.. — Рига: Главная редакция энциклопедий, 1989. — С. 571-573. — 880 с. — 60 000 экз. — ISBN 5-89960-002-0.
- ↑ Реферат на сайте Латвийского университета
- ↑ Культурная жизнь латышей за границей, 1974
- ↑ Baltic song and dance celebrations (Estonia, Latvia, Lithuania).
- ↑ Официальный сайт праздника 2017 йыл 27 апрель архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Латыш милли китапхана порталында байрам тураһында документтар
- Латвия дәүләт тарих архивыпорталы 2018 йыл 9 сентябрь архивланған.нда байрам төҙөлөшө