Эстәлеккә күсергә

Ильясов Йәүҙәт Шәүкәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Йәүҙәт Шәүкәт улы Ильясов битенән йүнәлтелде)
Ильясов Йәүҙәт Шәүкәт улы
рус. Ильясов Явдат Шавкатович
Тыуған көнө

10 февраль 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (65 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ының Учалы районы Миндәк ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

математика

Альма-матер

Мәскәү дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

физика‑математика фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Ильясов Йәүҙәт Шәүкәт улы (10 февраль 1959 йыл) — башҡорт ғалимы, математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (2000), профессор.

Йәүҙәт Шәүкәт улы Ильясов 1959 йылдың 10 февралендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Миндәк ауылынды тыуған.

1981 йылда Мәскәү дәүләт университетының тамамлағандан һуң шунда уҡ аспирантурала (1981—1984). Артабан 2007 йылға тиклем (өҙөклөктәр менән) Башҡорт дәүләт университетында, 1996—1998 йылдарҙа В. А. Стеклов исемендәге Математика институтында эшләй, ошо вуздың докторантураһында уҡый.

2002—2003 йылдарҙа Францияның Ла-Рошель ҡалаһында уҡыта.

2007 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының Математика институтында бүлек мөдире[1].

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни хеҙмәттәре һыҙыҡһыҙ дифференциаль тигеҙләмәләргә, вариациялы иҫәпләмәгә, стохастик процестарҙы тикшереүгә, һанса ысулдарға арналған.

Йәүҙәт Ильясов бифуркацияларҙы табыуҙың дауамлы функционалының, ҡатлауҙарға бүленеү буйынса һыҙыҡһыҙ спектраль анализдың, стационар булмаған мәсьәләләрҙең критик нөктәләрен ике яҡлы вариациялы иҫәпләү ысулдарын уйлап таба; һыҙыҡһыҙ дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһының асыҡ ҡалған бер нисә проблемаһын хәл итә.

60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

  • Ильясов Я. Ш., «Исчисление бифуркаций методом продолженного функционала», Функц. анализ и его прил., 41:1 (2007), 23-38 mathnet mathscinet zmath
  • Il’yasov Y., «A duality principle corresponding to the parabolic equations», Physica D, 237:5 (2008), 692—698 crossref mathscinet adsnasa
  • Il’yasov Y., «On nonlocal existence results for elliptic equations with convex-concave nonlinearities», Nonlinear Analysis, 61:1-2 (2005), 211—236 crossref mathscinet zmath
  • Il’yasov Y., Runst T., «On nonlocal calculation for inhomogeneous indefinite Neumann boundary value problems», Calculus Var. & Part. Diff. Eq., 22:1 (2005), 101—127 crossref mathscinet zmath
  • Il’yasov Y., «On positive solutions of indefinite elliptic equations», C. R. Acad. Sci. Paris Sér. I Math., 333:6 (2001), 533—538 crossref mathscinet zmath adsnasa