Крайзельбурд Леонид Петрович
Крайзельбурд Леонид Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған ваҡыттағы исеме | рус. Йойна Пинхасович Крайзельбурд |
Патронимы йәки матронимы | Петрович[d] |
Тыуған көнө | 22 ноябрь (4 декабрь) 1899 |
Тыуған урыны | Сороки, Бессарабская губерния[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 15 октябрь 1965 (65 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | уролог |
Эш урыны |
Башҡорт дәүләт медицина институты Төньяҡ дәүләт медицина университеты[d] |
Уҡыу йорто | Одесский национальный медицинский университет[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] (1949) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Крайзельбурд Леонид Петрович (5 декабрь 1899 йыл, Рәсәйҙең Бессарабия губернаһы Сороки ҡалаһы — 15 октябрь 1965 йыл, Өфө), уролог. Медицина фәндәре докторы (1949), профессор (1951). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1957). Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштары ҡатнашыусыһы[1](недоступная ссылка).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Леонид Петрович Крайзельбурд 1899 йылдың 5 декабрендә Рәсәйҙең Бессарабия губернаһының Сороки ҡалаһында (хәҙер Молдова Республикаһы) тыуа. 1924 йылда Одесса медицина институтын тамамлай. Унан һуң Киев, Одесса, Кривой Рог, Железноводск, Архангельск ҡалаларында эшләй. 1937 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм Архангельск ҡалаһы медицина институтының урология курсы буйынса доценты итеп һайлана. 1941—45 йылдарҙа Карел, 1‑се Алыҫ Көнсығыш фронттарының госпиталь базаһында баш уролог булып хеҙмәт итә[2](недоступная ссылка).
1946 йылдан алып Башҡорт дәүләт медицина институтында эшләй, 1951 йылдан урология курсы мөдире, бер үк ваҡытта 1958 йылға тиклем Республика клиник дауаханаһының бүлек мөдире була. 1949 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1951 йылда профессор дәрәжәһен ала.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни эшмәкәрлеген урология ауырыуҙары өлкәһендә алып бара. Атыу ҡоралынан кесе янбаш йәрәхәтләнгәндә ағзалар зарарланыуын асыҡлау, дауалау ысулдарын өйрәнеү һәм камиллаштырыу буйынса тикшеренеүҙәр алып бара. Кайзельбурд «Янғантау» шифаханаһының дауалау факторҙарын тикшерә, бәүел‑енес системаһы туберкулёзы менән ауырығандарҙы шифахана шарттарында ҡымыҙ ҡулланып комплекслы дауалау ысулын эшләй. Крайзельбурд ҡатнашлығында Республика клиник дауаханаһында «яһалма бөйөр» бүлеге, «Шафран» һәм «Глуховская» шифаханаларында фтизиоурология бүлексәләре асыла[3] 2019 йыл 16 сентябрь архивланған..
Крайзельбурд 1955 йылдан алып Урологтарҙың Башҡортостан фәнни медицина йәмғиәте рәйесе була. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш урологы итеп тәғәйенләнә. Республика дауаханаларында урология койкалары һанын арттырыуға өлгәшә. Республика клиник дауаханаһында эре клиника аса. Леонид Петрович Крайзельбурд инициативаһы менән 1962 йылда Советтар Союзында тәүгеләрҙең береһе булып Республика клиник дауаханаһы базаһында «яһалма бөйөр» бүлексәһе асыла. Беренсе гемодиализ 1964 йылдың 15 ғинуарында яһала.
Профессор Л. П. Крайзельбурд башланғысында 1955 йылда Башҡортостанда урологтарҙың ғилми-ғәмәли йәмғиәте ойошторола. Ул 40-тан ашыу юғары квалификациялы урологты берләштергән мәктәп булдыра[4] 2019 йыл 16 сентябрь архивланған.. 1965 йылдың 23 октябрендә Өфөлә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)
- 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945) ордены
- СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1957)
- БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964)[5](недоступная ссылка)
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]100‑гә яҡын фәнни хеҙмәте нәшерләнгән. Ике монография авторы: «Клинико-рентгенологическая диагностика урологических заболеваний», Уфа, 1962 г.
«Туберкулез мочеполовой системы», Уфа, 1964 г.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [6](недоступная ссылка)/Крайзельбурд Леонид Петрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- БДМУ-ның рәсми сайты(недоступная ссылка)
- 4 декабрҙә тыуғандар
- 1899 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 15 октябрҙә вафат булғандар
- 1965 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Һаулыҡ һаҡлау отличниктары (СССР)
- Медицина фәндәре докторҙары
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре