Эстәлеккә күсергә

Калинина Ида Павловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Калинина Ида Павловна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Патронимы йәки матронимы Павловна[d]
Тыуған көнө 21 октябрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Таулы Алтай, Ойротская автономная область[d], Себер крайы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 5 февраль 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Алтай крайы, Рәсәй
Һөнәр төрө селекционер, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы ВДНХ-ның алтын миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре ВДНХ-ның көмөш миҙалы

Калинина Ида Павловна (21 октябрь 1926 йыл — 5 февраль 2015 йыл[1]) — СССР һәм Рәсәй селекционеры, емеш-еләк культуралары өлкәһендә белгес. ВАСХНИЛ академигы (1982, 1978 йылдан ағза-корреспондент), РФА академигы (2013). Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1974). Профессор (1996).

Ида Павловна Калинина 1926 йылдың 21 октябрендә Ойрот автономиялы өлкәһенең Улала ҡалаһында тыуған (хәҙер — Таулы-Алтай, Алтай Республикаһы). К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлай (1951).

Алтай баҡсасылыҡ тәжрибә станцияһында (Таулы-Алтай ҡалаһы) кесе, өлкән ғилми хеҙмәткәр, селекция бүлеге мөдире, директоры (1951—1973) булып эшләй. М. А. Лисавенко исемендәге Себер баҡсасылыҡ ғилми-тикшеренеү институтында (Барнаул ҡалаһы) директор (1973—1990), генетика һәм селекция бүлегенең баш ғилми хеҙмәткәре (1990 йылдан) була.

1986 йылда 41-се БМО-ның Генераль Ассамблеяһы эшендә ҡатнаша. Урындағы халыҡ депутаттары Советтарына һайлана (1955—1973), Таулы-Алтай автономиялы өлкәнән 8-11 саҡырылыш СССР Юғары Советы Милләттәр Советына (1970—1989) депутат[2], совет ҡатын-ҡыҙҙары комитетына ағза (1983—1990), Тыныслыҡ яҡлау Советына ағза (1984—1990), Алтай крайы Тыныслыҡты яҡлау комитетына рәйес (1970—1990) булып һайлана. 2003 йылдан Алтай крайы Губернаторы янындағы ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт палатаһы ағзаһы булып тора. Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһының Себер бүлексәһе президиумы ағзаһы итеп һайлана, «Баҡсасылыҡ», «Земля сибирская и дальневосточная» журналдарының редколлегия ағзаһы була, РСФСР ауыл хужалығы культуралары сорттарын һынау буйынса Дәүләт комиссияһы ағзаһы булып һайлана.

150-нән ашыу емеш һәм еләк культуралары — алмағас, сейә, һырғанаҡ, ҡарағат, балан, айыу баланы сорттары авторҙашы.

Барнаулда Власихинский зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2009)
  • Ленин ордены (1970)
  • Октябрь Революцияһы ордены (1972)
  • СССР-ҙың 7 миҙалы
  • И. В. Мичурин исемендәге алтын миҙал
  • ВДНХ миҙалы
  • СССР Дәүләт премияһы (1981)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997)
  • Алтай крайының почётлы гражданы (2006)
  • Селекция яблони на Алтае: монография. — Барнаул, 1976, — 351 с.
  • Облепиха (Е. И. Пантелеева) Достижения селекции плодовых культур и винограда. — М., 1983. — С. 177—189.
  • Сады Алтая. — Барнаул, 1987. — 39 с.
  • Система ведения садоводства и овощеводства в Алтайском крае / Соавт.: С. Н. Хабаров и др. — Новосибирск, 1992. — 88 с.
  • Итоги и перспективы селекции плодовых и ягодных культур // Науч. основы садоводства Сибири. Новосибирск, 1996. С. 3-14.
  • Плодовые, ягодные и декоративные культуры: Каталог / Соавт.: Е. С. Орехова и др. — Барнаул, 1997. — 24 с.
  • Проблемы совершенствования сортимента яблони на Алтае // Вестн. РАСХН. 1999. № 4. С. 17-21.
  • Помология. Сибирские сорта плодовых и ягодных культур XX столетия З. П. Жолобова, Н. В. Ермакова и др. — Новосибирск, 2006. — 586 с.
  • 107 емеш-еләк культуралары сортына авторлыҡ танытмаһына эйә.