Эстәлеккә күсергә

Калинин районы (ТАССР)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Калинин районы
Нигеҙләү датаһы 1935
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Поисево[d]
Административ-территориаль берәмек Татарстан Республикаһы
Халыҡ һаны 37 536 кеше (1939)[1]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1959
Майҙан 1000 км²[2]

Калинин районы (татар. Калинин районы, рус. Калининский район) — 1935 йылдан 1959 йылға тиклем ғәмәлдә булған Татарстан АССР-ның юҡ ителгән административ-территориаль берәмеге. Татарстандың көнсығышында, Минзәләнән көньяҡ-көнсығышҡа 30 саҡрым йыраклыҡта урынлашҡан. Административ үҙәге — Пусы ауылы.

Калинин районы территорияһы 1920 йылға тиклем Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе Пусы улусында, 1920 йылдан 1930 йылға тиклем Минзәлә кантоны Пусы улусында, 1930 йылдан 1935 йылға тиклем Минзәлә районында һәм Аҡтаныш районының Пусы ауыл Советында урынлашҡан.

1935 йылдың 10 февралендә Минзәлә һәм Аҡтаныш райондарынан бүленеп алыу юлы менән барлыҡҡа килә.

1952 йылдың 8 майында Татарстан АССР-дың Чистай өлкәһе составына, ә 1953 йылдың 21 февралендә Бөгөлмә өлкәһе составына инә. 1953 йылдың 30 апрелендә өлкәләр бөтөрөүгә бәйле рәүештә Татарстан АССР-дың туранан-тура ҡарамағына ҡайтарыла.

1954 йылдың 22 ноябрендә Калинин районына юҡ ителгән Матвеевка районы биләмәһенең бер өлөшө ҡушыла.

1959 йылдың 12 октябрендә район юҡ ителеп, уның территорияһы Аҡтаныш, Минзәлә һәм Мөслим райондары составына кергән.

Административ бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1940 йылда район майҙаны 1086 км2 тәшкил иткән, ауыл советтары һаны - 31, торлаҡ пункттар - 66.

Район 1948 йылдың 1 ғинуарына 25 ауыл Советын үҙ составына индерә. Район майҙаны 969 км2 тәшкил иткән.

1939 1940
37536 37700

1939 йылда халыҡ һаны 37536 кеше тәшкил иткән, шул иҫәптән татарҙар - 93,5 %, мариҙар - 3,5%, урыҫтар - 2,45 %.

  1. https://web.archive.org/web/20131118162613/http://demoscope.ru:80/weekly/ssp/rus_pop_39_2.php
  2. https://web.archive.org/web/20200308080726/http://istmat.info/node/17633