Эстәлеккә күсергә

Каруанһарай (төркөм)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Карауанһарай (төркөм) битенән йүнәлтелде)
Каруанһарай
Йылдар

1989

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ҡала

Өфө

Язык песен

башҡорт

Элекке
ҡатнашыусылар

Вилдан Яруллин, Артур Туҡтағолов, Мәхмүт Нәҙершин, Әмир Тойғонов, Рәсүл Ҡарабулатов, Ғилман Ҡашҡаров

http://karavansarai.narod.ru/biographynew.htm

Каруанһарай — башҡорт музыкаль эстрада—фольклор төркөмө, 1989 йылда ойошторола; тәүге сығышын 1990 йылдың 6 мартында Өфө дәүләт сәнғәт институтының ҙур залында яһай. Был төркөмдө туплау фекерен әле ике йыл элек үк институттың фольклор бүлегендә уҡыған Вилдан Яруллин, Артур Туҡтағоловтар күтәреп сыға. Һуңынан уларға Мәхмүт Нәҙершин, Әмир Тойғонов, Рәсүл Ҡарабулатов, Ғилман Ҡашҡаровтар ҡушыла.

«Карауанһарай»ҙың тәүге ҙур концерты 1991 йылда «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайында үтә. Шул уҡ йылда ул Грозный ҡалаһында Бөтә Рәсәй йәштәр эстрада төркөмдәре конкурсында лауреат исеменә лайыҡ була.

1992 йыл Алматыла «Азия тауышы» фестивалендә төркөм дипломант була.

1994 йылда төркөм Төркиәлә үткән Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ҡатнаша. Гастролдәрҙә Силәбе, Пермь, Төмән, Ырымбур өлкәләрендә, Татарстан һәм Чечен республикаларында була.

1995 йылдан башлап ансабль Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй.