Эстәлеккә күсергә

Карен Бликсен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Карен Бликсен
Karen Blixen
Карен Бликсен һәм Карл ван Вехтен, 1959 йыл.
Карен Бликсен һәм Карл ван Вехтен, 1959 йыл.
Тыуған көнө

17 апрель 1885({{padleft:1885|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1][2][3][…]

Тыуған урыны

Рунгстед, Дания

Вафат булған көнө

7 сентябрь 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1][2][3][…] (77 йәш)

Вафат булған урыны

Рунгстед, Дания

Ил

 Дания короллеге[d][4]

Тормош иптәше

Брор фон Бликсен-Финекке[d]

Автограф

 Карен Бликсен Викимилектә

Карен Бликсен (дан. Karen Blixen; әҙәби псевдонимдары: Оцеола, Исак Динесен, Пьер Андрезель; 17 апрель1885 йыл, Рунгстедлунд (дат. Rungstedlund), Копенгаген янындағы нәҫел поместьеһы  — 7 сентябрь 1962 йыл, шунда уҡ) — Дания яҙыусыһы.

Унитарий дин әһелдәренең буржуаз яҙыусылар ғаиләһендә тыуған һәм үҫкән. Атаһы, отставкалағы капитан, алпауыт һәм һәүәҫкәр яҙыусы Вильхельм Динесен, нәҫелдән килгән сифилис сирле икәнен белгәс, 1895 йылда үҙ-үҙенә ҡул һала.Карен Бликсен Копенгаген сәнғәт академияһында сәнғәт тарихына, шулай уҡ в Парижда һәм Римда сәнғәткә уҡый.

1905 йылдан алып Карен Бликсен журналдарҙа һәм гәзиттәрҙә сәнғәт тураһында мәҡәләләр баҫтыра башлай. Нәфис әҫәрҙәр яҙыусыһы булараҡ ул 1907 йылда тәүге тапҡыр Eneboerne әкиәтен Оцеол псевдонимы аҫтында (атаһының эте ҡушаматы) баҫтырып сыҡҡандан һуң,билдәле була. Әммә уның текстарына иғтибар етмәү сәбәпле, яҙыуҙы туҡтата.

1912 йылдың декабрендә уның ике туған ағаһы (уның беренсе мөхәббәтенең игеҙәге), швед һунарсыһы һәм яҙыусыһы барон Брор Фредерик фон Бликсен-Финеке[en] менән йәрәшеүе үтә. Бер йылдан һуң Кенияла ҡәһүә плантацияһын һатып ала һәм 1914 йылдың 14 ғинуарында, Кенияға барған караптан Момбаста төшкәс тә, уға кейәүгә сыға. Әммә тиҙҙән асыҡланыуынса, ире уны сифилис менән зарарлаған. Африкала дауаланыу өсөн кәрәкле шарттар булмағанлыҡтан, 1915 йылда ул Данияға ҡайта.

Карен Бликсен 1913 йылда

1917 йылда уға хужалыҡты алып барыуҙа ярҙам итергә булған ағаһы Томас Динесен менән Африкаға ҡайта һәм 1923 йылға тиклем ирле-ҡатынлы Бликсендар менән бергә йәшәй. Ир менән ҡатын 1921 йылға тиклем плантацияла берлектәге эш менән шөғөлләнә, шунан һуң 1925 йылда улар айырылыша, бының сәбәпсеһе булып Брор Бликсендың катастрофик хужалыҡ итеүе һәм уның ҡатынына хыянат итеүе тора. Хәйер, улар артабан да дуҫтарса мөнәсәбәттәрен һаҡлап ҡала.

Карен үҙе Африкалағы фермаһында ҡала, ваҡыт-ваҡыт туғандарына Данияға ҡайтып әйләнгеләй. 19261931 йылдарҙа Бликсен Британия Хәрби һауа көстәре пилоты, сәйәхәтсе һәм һунарсы Деннис Финч Хаттон[Denys Finch Hatton] менән яҡындан таныша. 1918 йылда уҡ ул был кеше менән таныш булған була. Унан ике тапҡыр йөклө була, ләкин ике тапҡыр уңышһыҙ йөклөлөк кисерә. Авиаһәләкәттә Денис Финч Хаттон һәләк булғандан һуң (1931 йылдың 14 майы) һәм плантациялағы янғындан һуң плантацияһын ташлап китә.

1931 йылдың июлендә Карен Бликсен Африканы мәңгелеккә ташлап китә һәм Марсель аша Европаға ҡайта. Даниялағы йортонда Карен, рухи ҡаҡшау тойғоһонан ҡотолоп, үҙен тулыһынса әҙәбиәткә бағышлай. Күп тапҡырҙар нәшерселәрҙең баш тартыуына ҡарамаҫтан, уның «Семь готических рассказов» йыйынтығы 1934 йылда америка нәшриәтсеһе Роберт Хаас тарафынан баҫмаға ҡабул ителә. 1937 йылда Исак Динесен псевдонимы аҫтында үҙенең фермалағы тормошона нигеҙләнеп яҙған «Из Африки» китабын баҫтырып сығара. 1985 йылда был китап буйынса Сидни Поллак тарафынан шул уҡ исемдәге фильм төшөрөлә[5].

Икенсе донъя һуғышынан Һуң Бликсендең йорто ҙур булмаған әҙәби салон үҙәгенә әйләнә, унда ингл.Heretica журналы авторҙары һәм интеллектуал йәш дат яҙыусылары йөрөй. Яйлап Карен Бликсен Дания әҙәби тормошоноң алдынғы фигураларының береһенә әйләнә. 1959 йылда Карен Бликсен, ауырыу хәлендә булыуға ҡарамаҫтан, АҠШ-ҡа бара, унда Каренды триумфаль ҡабул иттәләр.

Туҡланыу мөмкинлеген юғалтҡас, Карен Бликсен 1962 йылда, күрәһең, аслыҡтан вафат була.

Бликсен плантацияһы урынлашҡан район уның хөрмәтенә яҙыусының исемен ала һәм ваҡыт үтеү менән Найробиҙың иң бай һәм респектабелле биҫтәһенә әйләнә, ә Кения баш ҡалаһындағы яҙыусының йорто кешеләр иң күп йөрөгән музейҙарының береһе[6].

Башлыса инглиз телендә яҙа, һуңынан үҙенең китаптарын дат теленә үҙе тәржемә итә.

Карен Бликсендың романтик-фантастик новеллалары — ғәҙәти тормошта нимә менән шөғөлләнһә лә, көндәлек тормошо нисек кенә фажиғәле тамамланһа ла, кешенең ижади һәм бәхетле биләмәһе тураһындағы тәрән дини мәҫәлдәр.

1950-се йылдар уртаһынан алып Бликсен бер нисә тапҡыр халыҡ — ара әҙәби берләшмәнең таныуы билдәһен ала — 1954, 1957 и 1962 йылдарҙа Карен Бликсен Нобель премияһына дәғүәсе итеп күрһәтелә, был ваҡытта уның һаулығы ҡырҡа насарайһа ла, ул уҡый ҙа, яҙыша ла алмаһа ла, Э. Хемингуэй, Т. Капоте, А. Миллер һәм М. Монро, Э. Каммингс, П. Бак менән дуҫ була. Найроби ҡала янында 1910—1930-сы йылдарҙа Карен Бликсен йәшәгән йорто хәҙер уның исеме менән аталған, ә ул музейға әүерелдерелгән. Карен Бликсендың новеллалары Һәм башҡа проза әҫәрҙәре буйынса бер нисә тапҡыр эре кинорежиссерҙар (О. Уэллс, С. Поллак, Г. Аксель) тарафынан, бер нисә документаль фильмдар төшөрөлә; Дитя Люцифера (1995)тигән биографик телевизион драмала яҙыусы ролен Джули Харис башҡара. Бликсен хөрмәтенә 3318 астероид уның исеме менән аталған.

Уңдан һулға: Карен Бликсен, дания математигы һәм музыканты Юрий Москвитин, Игорь Стравинский. Копенгаген, 1957
Карен Бликсен ҡәбере ғаилә поместьеһында
  • Seven Gothic Tales (1934)
  • Out of Africa (1937, автобиографик проза, экранлаштырылған. С. Поллак, 1985)
  • Winter’s Tales (1942).
  • The Angelic Avengers (1947 пьер Андрезель псевдонимы аҫтында; роман-хикәйә).
  • Last Tales (1957)
  • Anecdotes of Destiny (1958)
  • Shadows on the Grass (1960).
  • Ehrengard (1963, роман, үлгәндән һуң; экранлаштырылған 1982).
  • Carnival: Entertainments and Posthumous Tales (1977 үлгәндән һуң).
  • Daguerreotypes and Other Essays (1979 үлгәндән һуң).
  • Letters from Africa, 1914—1931 (1981 үлгәндән һуң).
  • Karen Blixen i Danmark: Breve 1931—1962 (1996 үлгәндән һуң).

Рус телендәге баҫмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Пир Бабетты: Рассказы. М.: Известия, 1990.
  • Семь фантастических историй. СПб.: Северо-Запад, 1993 ((недоступная ссылка) Проверено Май 2018.).
  • Старый странствующий рыцарь. М.: Терра, 1996.
  • Прощай, Африка! СПб.: Лимбус Пресс, 1997.
  • Пир Бабетты. М.: Независимая газета, 2002.
  • Из Африки. М.: Махаон, 2004
  • «Из Африки»
  • Музей Карен Бликсен (Кения)
  • Карен (пригород)
  • Langbaum R. The gayety of vision: a study in Isak Dinesen’s art. London: Chatto & Windus, 1964 (переизд. 1965, 1985)
  • Migel P. Titania: The Biography of Isak Dinesen. New York: Random House, 1967.
  • Thurman J. Isak Dinesen: The Life of a Storyteller. New York: St. Martin’s Press, 1982.
  • Karen Blixen/Isak Dinesen: Tradition, Modernity, and Other Ambiguities: Proceedings of the International Symposium on Karen Blixen/Isak Dinesen. Minneapolis: University of Minnesota Press, 1985.
  • Aiken S.H., Stimpson C.R. Isak Dinesen and the Engendering of Narrative. Chicago: University of Chicago Press, 1990.
  • Isak Dinesen: critical views/ Olga Anastasia Pelensky, ed. Athens: Ohio University Press, 1993.
  • Rasmussen R. Karen Blixen et l’art du récit. Odense: Odense UP, 1998.
  • Henricksen L. Blixikon: An A to Z guide to the Life and Works by Karen Blixen/Isak Dinesen. Copenhagen: Gyldendal, 1999.
  • Brantly S.C. Understanding Isak Dinesen. Columbia: University of South Carolina Press, 2002.
  • Ҡуртым Х. Исак Динесен / / Ул да. Кешеләр ҡараңғы ваҡытта. М.: московская школа политических исследований, 2003, с. 112-129.
  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118637878 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Karen Blixen // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. LIBRIS — 2018.
  5. Susan Brantly. Understanding Isak Dinesen (ингл.). The University of South Carolina Press (2002). Дата обращения: 26 март 2014. Архивировано 19 сентябрь 2020 года.
  6. Мария Абакумова: «„Золотое гетто“: как появляются элитные кварталы» 2019 йыл 27 декабрь архивланған. .Forbes.ru, 26.04.2013