Карнаухова-Хәсәнова Эльмира Рәмил ҡыҙы
Уҡыу көйләүҙәре
Эльмира Карнаухова | |
Исеме |
Эльмира Хәсәнова |
---|---|
Тыуған көнө | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
|
Тормош иптәше |
Олег Карнаухов |
Наградалары һәм премиялары |
|
Карнаухова-Хәсәнова Эльмира Рәмил ҡыҙы (10 июль 1985 йыл) — Рәсәй шахматсыһы, ҡатын-ҡыҙҙар араһында гроссмейстер (2007), Башҡортостандан шахмат буйынса икенсе гроссмейстер (беренсеһе — Денис Хисмәтуллин).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эльмира Рәмил ҡыҙы Карнаухова (Хәсәнова) 1985 йылдың 10 июлендә Баймаҡ ҡалаһында тыуған. 4,5 йәшлек сағында шахмат уйнай башлай. Ҡыҙының һәләтен үҫтереүгә әсәһе бар яҡлап ярҙам итә.
Спорт карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 9 йәшендә тәүге ҙур уңыш ҡаҙана: Төмәндә үткән шахмат буйынса Урал беренселегендә еңеүсе була;
- Күп тапҡырҙар Өфө ҡалаһы һәм Башҡортостан Республикаһы чемпионы;
- Бөтөн шахмат регалияларын яулай: ФИДЕ мастеры, Рәсәйҙең спорт мастеры, халыҡ-ара мастер (2001), халыҡ-ара гроссмейстер (2008);
- VI Бөтә Донъя балалар шахмат олимпиадаһы чемпионы (1998; Истанбул);
- Европа чемпионаттарының бронза призеры (1999, 2000, 2003);
- 20 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионы (2002) һ. б.;
- 1999 йылда Испанияла донъя чемпионатында вице-чемпион Эльмира Карнаухова үҙенең барлыҡ дәғүәселәрен еңеп, 11 мөмкинлектән 8,5 мәрәй йыйып Ҡытайҙың иң көслө шахматсыһы Се Жунды еңә;
- Шулай уҡ ул 2005 йылда Венгрияла «Еlekes Memorial» Халыҡ-ара турнирында халыҡ-ара класлы мастерлыҡтың икенсе ирҙәр балын йыя;
- Студенткалар араһында Шахмат буйынса III Бөтә Рәсәй йәйге Универсиадаһы еңеүсеһе (Өфө, 2012);
- Ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса Рәсәй кубогының III этабы еңеүсеһе (Һатҡы ҡалаһы, 2012);
- Өфө ҡалаһында һәм Башҡортостан Республикаһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса беренсе һәм берҙән-бер халыҡ-ара гроссмейстер;
- Халыҡ-ара белгестәр фекеренсә, Эльмира универсаль стилгә, яҡшы тактик күреүгә, һоҡланғыс спортсы сифаттарына эйә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2001 й. — Ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса халыҡ-ара мастер.
- 2002 й. — Рәсәйҙең спорт мастеры.
- 2008 й. — Ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса халыҡ-ара гроссмейстер.
Белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өфө дәүләт нефть техник университетында (УГНТУ), инженер-программист һөнәрен ала.
Ҡыҙыҡһыныуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҙур теннис
- Экстремаль спорт төрҙәре
- Автомобилдәр
- Сәйәхәт итеү
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Интервью с Эльмирой Карнауховой — победительницей 3 Этапа Кубка России по шахматам , 29.09.2012 2013 йыл 27 декабрь архивланған.
- Шахматная корона Эльмире к лицу 2016 йыл 4 март архивланған.
- В Уфе состоялась городская интеллиада 2016 йыл 4 март архивланған.
- Любители против метров(недоступная ссылка)
- Уикенд на черно-белом поле 2016 йыл 4 март архивланған.
- Профиль шахматиста