Карпов Михаил Павлович
Карпов Михаил Павлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 27 октябрь 1906 |
Тыуған урыны | Түбәнге Новгород губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 29 июнь 1976 (69 йәш) |
Вафат булған урыны | Түбәнге Новгород, РСФСР, СССР |
Хәрби звание | өлкән сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Карпов Михаил Павлович (27 октябрь 1906 йыл — 29 июнь 1976 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы 4-се эскадронының пулемёт расчёты командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Михаил Павлович Карпов 1906 йылдың 14 (27) октябрендә Түбәнге Новгород губернаһының Перевоз районы Беляниха ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ялсы, йөк тейәүсе булып эшләй. 1928—1931 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияһында хәҙмәт итә. Демобилизациянан һуң — Смоленск ҡалаһының ОГПУ (НКВД) органдарында. 1938 йылдың 31 майында дәүләт именлеге сержанты званиеһы бирелә[1]. 1939 йылда — Мещовск район НКВД бүлеге начальнигы. Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы менән Мещовск районында һаҡланыу отряды етәксеһе була[2]. Немец ғәскәрҙәре районды баҫып алғандан һуң Приморье крайы Хәсән районына күсерелә.
1943 йыл апрель айында ҡабаттан Ҡыҙыл Армия сафына алына, ошо уҡ йылдың декабренән Бөйөк Ватан һуғышы алыштарында ҡатнаша.
1945 йылдан — ВКП(б) ағзаһы.
Һуғыштан һуң М. П. Крапов демобилизациялана, СССР эске эштәр министрлығының Юхнов, Куйбышев, Мещовск район бүлектәре начальнигы булып эшләй. 1954 йылда һаулыҡ торошо буйынса милиция майоры званиеһында хаҡлы ялға сыға[3]. 1963 йылға тиклем Мещовскиҙа йәшәй, һуңынан Горький ҡалаһына күсенә (хәҙер — Түбәнге Новгород)[2].
1976 йылдың 29 июнендә вафат була. Түбәнге Новгородтағы Иҫке -Автозавод зыяратында ерләнә.
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы 4-се эскадронының пулемёт расчёты командиры(1-се Белорус фронты, 7-се гвардия кавалерия корпусы) гвардия өлкән сержанты Михаил Карпов 1945 йылдың районда 15-16 февралендә поляк Хощно ҡалаһы тирәһендәҡамауҙа ҡалған төркөмгә үтергә маташҡан дошман контратакаһын кире ҡағыуҙа ҡатнаша.
СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән сержанты Карпов Михаил Павлович «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла. (6449-сы).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (1945)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (31 май 1945)
- Ленин ордены (31.05.1945)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (15.02.1945),
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (30.12.1956),
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (10.06.1944)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Түбәнге Новгородта Герой йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- М. П. Павловтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
- 2018 йылдың 7 майында Мещовск ҡалаһында Карпов Михаил Павлович иҫтәлегенә мемориаль таҡта ҡуйыла[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Приказ НКВД СССР № 1369 от 31.05.1938
- ↑ 2,0 2,1 2,2 В Калужской области состоялась торжественная церемония открытия мемориальной доски Герою Советского Союза Михаилу Павловичу Карпову, Официальный сайт Управления МВД России по Калужской области (7 май 2018).(недоступная ссылка)
- ↑ Калужская энциклопедия, 2005
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. — Уфа, 1999.
- За Отчизну, свободу и честь! : Очерки о героях Сов. Союза — горьковчанах / Ред. комис.: А. П. Бринский и др.. — Горький: Кн. изд-во, 1975. — Т. 4. — 324 с.
- Освобождение Венгрии от фашизма / сост. ген.-майор И. Н. Виноградов ; под ред. чл.-кор. АН СССР А. М. Самсонова. — М.: Наука, 1965. — 264 с.
- Поленков К. А., Хромиенков Н. А. Калужане — Герои Советского Союза. — Калуга: Кн. изд-во, 1963. — 402 с.
- Тюльников Л. К., Басович Я. И. Герои Советского Союза — горьковчане. — Горький, 1981.
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Карпов Михаил Павлович // Калужская энциклопедия / под ред. В. Я. Филимонова. — 2-е изд., перераб. и доп. — Калуга: Издательство Н. Ф. Бочкаревой, 2005. — С. 199. — 494 с. — 3100 экз. — ISBN 5-89552-333-1.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- 1941—1945. Они защищали Родину. Михаил Карпов (неопр.). Официальный сайт Управления МВД России по Калужской области.
- В Калужской области состоялась торжественная церемония открытия мемориальной доски Герою Советского Союза Михаилу Павловичу Карпову, Официальный сайт Управления МВД России по Калужской области (7 май 2018).(недоступная ссылка)
- 27 октябрҙә тыуғандар
- 1906 йылда тыуғандар
- Түбәнге Новгород губернаһында тыуғандар
- 29 июндә вафат булғандар
- 1976 йылда вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Советтар Союзы Геройҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Түбәнге Новгород өлкәһендә тыуғандар
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы