Эстәлеккә күсергә

Каруанһарай (ойошма)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

«Каруанһарай» Ырымбур өлкә башҡорттары ҡоролтайыбашҡорт ижтимағи хәрәкәте. Ырымбур ҡалаһында урынлашҡан.

1989 йылда Ырымбур өлкәһенең административ үҙәге Ырымбур ҡалаһында «Каруанһарай» Ырымбур өлкә мәҙәни‑ағартыу йәмғиәте булараҡ ойошторола.

1993 йылда «„Каруанһарай“ Ырымбур өлкә башҡорт үҙәге» тип үҙгәртелә. 1993 йылдан башҡорт һәм урыҫ телдәрендә «Каруанһарай» гәзитен сығара.

1995 йылдан — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге ағзаһы булып тора.

1999 йылда «Каруанһарай» Ырымбур өлкә башҡорттары ҡоролтайы тип атала башлай.

1999 йылда Ырымбур өлкәһе ҡалалары һәм райондарында 13 бүлексәһе рәсми рәүештә теркәлә, улар Гай, Ҡыуандыҡ, Медногорск, Новотроицк, Орск һәм Ырымбур ҡалаларында, Александровка, Яңы Сергиевка, Октябрьское, Плешаново, Һарыҡташ, Переволоцкий, Төйлөгән ауылдарында — район үҙәктәрендә урынлашҡан[1].

Ойошма ҡарамағында 2002 йылда Ырымбур ҡалаһында «Яңы тулҡын» Ырымбур өлкәһе башҡорт йәштәре иттифағы ойошторола.

Ойошма булышлығы менән 1990—2012 йылдарҙа Ырымбур педагогия университетында һәм 1990—2008 йылдарҙа Ырымбур 2‑се педагогия колледжында башҡорт теле һәм башҡорт әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙерләү алып барылған.

Ойошма ярҙамы менән Ҡыҙыл Гвардия районы Плешаново ауылында — «Утренняя звезда» («Таң йондоҙо»), Яңы Сергиевка районы Ҡотош ауылында — «Йәшлек», Төйлөгән районы Төйлөгән ауылында — «Юшатыр», Новотроицк ҡалаһында — «Юлдар» һәм башҡа фольклор коллективтары ойошторола һәм эшләй.