Эстәлеккә күсергә

Квашнина Галина Петровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Квашнина Галина Петровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 сентябрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Киров, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 10 октябрь 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Квашнина Галина Петровна[1] (Сахарова; 5 сентябрь 1919 йыл — 10 октябрь 2002 йыл) — СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе алдынғыһы, табип-терапевт. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969).

Галина Петровна Квашнина 1919 йылдың 5 сентябрендә Вятка ҡалаһында табиптар ғаиләһендә тыуған.

1925 йылда Г. П. Квашнинаның ғаиләһе Мәскәүгә күсеп килә.

1937 −1941 йылдарҙа Беренсе Мәскәү медицина институтында уҡый, уны тамамлағас, табип-дауалаусы квалификацияһы ала, Мәскәү ҡалаһы Москворецкий районының 67-се поликлиникаһында участка табип-терапевы булып эшләй башлай.

1943 йылдан алып 1945 йылға тиклем Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында хеҙмәт итә — хирургик ялан госпиталенең табип-ординаторы, 5-се гвардия танк армияһының айырым инженер батальонында санитар хеҙмәте начальнигы һәм хәрби госпиталдә өлкән ординатор-терапевт. Г. П. Квашнина Курскиҙан Көнигсбергҡа тиклем хәрби юл үтә.

1945 йылдан медицина хеҙмәтенең өлкән лейтенанты дәрәжәһендә запасҡа китә, 67-се Мәскәү поликлиникаһында участка табип-терапевы булып эшләй.

1961 йылдың 11 февралендә СССР Юғары Советы Президиумының Указы менән «өлгөлө хеҙмәте өсөн» Г. П. Квашнина Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

1969 йылдың 4 февралендә СССР Юғары Советы Президиумының указы менән «совет халҡы һаулығын һаҡлау өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн» Квашнина Галина Петровнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла һәм «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Төп эшмәкәрлегенән тыш Квашнина Г. П. 1969 йылда Моссовет депутаты итеп һайлана, унда өс саҡырылыш дауамында эшләй. 1971 йылдан алып оҙаҡ ваҡыт Мәскәү ҡала советы башҡарма комитетының күсереү менән бәйле торлаҡ майҙаны биреү мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы булып эшләй. СССР профсоюздарының XV һәм XVI съездарына, медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзының XI һәм XII съездарына, медицина хеҙмәткәрҙәренең VIII һәм IX конференцияһына делегат булып һайлана.

Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Мәскәүҙә йәшәй. 2002 йылдың 10 октябрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. в замужестве
  • Кузьмин М. К. Учёные-медики — Герои Социалистического Труда. — М.: Медицина, 1988. — 200 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-225-00135-1.