Кетова Анастасия Степановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кетова Анастасия Степановна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 14 декабрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны РСФСР, Урал өлкәһе[d], Чердынь районы[d]
Вафат булған көнө 4 ғинуар 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Смоленск
Ерләнгән урыны Одинцовское кладбище[d]
Изображение могилы
Һөнәр төрө табип
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Анастасия Степановна Кетова (19181999) — медицина хеҙмәткәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Смоленсктың Одинцово зыяратында Кетова ҡәбере

Анастасия Кетова 1918 йылдың 14 декабрендә Пермь өлкәһе Чердынский районының Сакиново ауылында (хәҙер Удмурт Республикаһы , Пермь өлкәһе) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте, һуңынан 1938 йылда Тобольск медицина училищеһын тамамлай. Төмән өлкәһенең Подрезовский медицина пункты мөдире булып эшләй. 1941 йылдың июлендә Кетова Ҡыҙыл Армия хеҙмәтенә саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында Волховский, Ленинград, 3-сө Балтик буйы фронттарында һуғыштарҙа ҡатнаша. 1945 йылдың июлендә Кетова медицина хеҙмәтенең кесе лейтенанты дәрәжәһендә демобилизациялана[1].

1945 йылдан Смоленск өлкәһендә йәшәй. 1945—1973 йылдарҙа Кетова Монастырщинский районының Носковский медицина пункты мөдире булып эшләй. Уның ныҡышмалы хеҙмәте арҡаһында медпункт шуға оҡшаш учреждениелар араһында өлкәлә иң яҡшылары була[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1969 йылдың 4 февралендәге указы менән «совет халҡы һаулығы өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн» Кетова Анастасия Степановнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә[1].

Утыҙ йыл буйына Халыҡ депутаттарының ауыл советы депутаты була. 1973 йылдан Смоленск ҡалаһында йәшәй, өлкә стоматология поликлиникаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. 1978 йылда пхаҡлы ялға сыға. 1999 йылдың 4 ғинуарында вафат була, Смоленск ҡалаһының Одицово зыяратында ерләнә[1].

Шулай уҡ 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән, миҙалдар һәм «СССР медицина хеҙмәте алдынғыһы» билдәһе менән бүләкләнә[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Кетова Анастасия Степановна. «Герои страны» сайты.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Беляев И. Н. Честь и слава — по труду. Биобибл. справочник. — Смоленск, 1991.
  • Кузьмин М. К. Учёные-медики — Герои Социалистического Труда. — Москва, 1988.