Клайпеда порты
Клайпеда порты | |
Дәүләт | Литва |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Клайпеда[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Клайпеда[d], Литва |
Рәсми сайт | portofklaipeda.lt |
Клайпеда порты Викимилектә |
Клайпеда порты — Литваның Клайпеда ҡалаһында, Балтик диңгеҙенең көнсығыш ярында туңмай торған порт. Балтик диңгеҙенең туңмай торған иң төньяҡ порты. Литва Республикаһының иң мөһим һәм ҙур транспорт үҙәге, унда Көнсығыш һәм Көнбайыш йүнәлешендәге диңгеҙ һәм ҡоро ер юлдары тоташа; йөк әйләнеше буйынса Балтик буйы республикаларындағы иң ҙур порт (2010-се йылдарҙа)[1].
Клайпеда порты 1991 йылда айырым сауҙа һәм балыҡ тотоу порттарын берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Порттың майҙаны 415 гектар тәшкил итә, акваторияның майҙаны — 623 гектар, тәрәнлеге — 14 метр. Ул порттан көнсығыш йүнәлештә урынлашҡан илдәрҙең мөһим сәнәғәт төбәктәренән (Рәсәй, Белоруссия, Украина һ.б.) иң ҡыҫҡа аралыҡта урынлашҡан. Уның аша Көнбайыш Европа, Көньяҡ-Көнсығыш Азия порттарына, шулай уҡ Америка ҡитғаһы порттарына төп суднолар йөрөү линиялары үтә[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Порт тарихы XIII быуаттан башлана. 1252 йылда нигеҙ һалынған Мемель ҡәлғәһе янында немец сауҙагәрҙәренең суднолары туҡтай. XVI быуат уртаһында мемель сауҙагәрҙәренең конкуренттары портҡа инеү урынын таш менән ҡаплай, һәм XIX быуаттың беренсе яртыһына тиклем портҡа бәләкәй суднолар ғына инә ала. XVIII быуаттан порт Көнбайыш Европаға, башлыса Англияға, ағас оҙатыусы төп пункттарының береһенә әүерелә.
1919 йылда Версаль тыныслыҡ килешеүе йомғаҡтары буйынса Мемель порты менән (бөтә Мемель ҡалаһы кеүек үк) Антанта идара итә башлай. 1924 йылдың 8 майында порт директорияһына тапшырыла, уның составына бер нисә ил вәкиле инә. 1924—1939 йылдарҙа, Клайпеда тәүге Беренсе Литва республикаһы составына ингән саҡта, порттың әүҙем үҫешә.
Бойондороҡһоҙлоҡ тергеҙелгән осорҙа, 1991 йылдың 3 июнендә Литваның бәйләнеш юлдары министрының Клайпеда дәүләт диңгеҙ порты дирекцияһын — дәүләт предприятиеһын ойоштороу тураһында бойороғо сыға. Уға порт инфраструктураһы менән идара итеү ышанып тапшырыла.
1993—2006 йылдарҙа портты үҫтереүгә 2 миллиард литҡа яҡын инвестиция һалына[3] 1999 йыл заманса йөк терминалы төҙөлә, 2002 йылда инеү каналы яңыртыла (киңлеге 150 м); 2003 йылда круиз судноларын хеҙмәтләндереү өсөн терминал асыла. 2010 йылдар башында яңы йөк-пассажир терминалы төҙөлә[4][5]. Бынан һуң портҡа ҙур суднолар инә ала.
2008 йыл порт үҫешендә мөһим этап булып тора — ул 30 миллион тонна йөк эшкәртә һәм Балтик буйы илдәре порттары (Вентспилс, Лиепая, Рига, Таллин) араһында беренсе урынға сыға. Әммә киләһе йылда иҡтисади көрсөк арҡаһында йөк ағымы 13 процентҡа кәмей. 2010 йылда 31,2 млн тонна йөк эшкәртелә.
Порттың дөйөм оҙонлоғо 24,9 км булған причалдары бар; ҡайһы берҙәре контейнер, йөк ташыу һәм ғәҙәти йөктәр менән эшләү өсөн махсус эшләнгән. Порт йылына 40 млн тоннаға тиклем йөк эшкәртә һәм йыл һайын 7 меңгә яҡын судноны хеҙмәтләндерә ала. Тимер юл селтәре үҫешкән (дөйөм оҙонлоғо 69,2 км). Башлыса контейнерҙар, нефть продукттары, минерал ашламалар, торф, ағас материалдары, аҙыҡ-түлек оҙатыла. Клайпед портынан Германия, Швеция һәм Дания порттарына йөк паромдары йөрөй. Порт Одессаға һәм Мәскәүгә контейнерҙар оҙата. Көнбайышҡа оҙатылған Белоруссия экспортының 40 проценты Клайпеда аша үтә.
Киңәйгән порт ҡала сиктәренә һыймай һәм нефть продукттарын эшкәртеү буйынса ҡеүәттәр етешмәүе һиҙелә, шуға күрә уны киңәйтеү — хәҙерге Гируляй һәм Мельнраге ҡасабалары биләмәһендә тышҡы (тәрән һыу порты) порт төҙөү буйынса пландар (япон белгестәре ярҙамында) эшләнә. Проектты тормошҡа ашырыуҙың ике этабы ҡаралған:
- Мельнраге ҡаршыһында ярҙан 300 метр алыҫлыҡта нефть продукттарын һәм шыйыҡландырылған газды тейәү терминалы төҙөү.
- Яр буйында порт ҡоролмаларын төҙөүҙе дауам итеү.
2012 йылдың 19 июлендә яңы терминалға — пассажир-йөк терминалына рәсми рәүештә нигеҙ һалына[4]. Күҙаллауҙар буйынса терминал йылына 1 миллионға тиклем пассажирҙы, 0,5 миллион транспортты һәм 5 миллион тоннаға тиклем йөктө хеҙмәтләндерәсәк. Уны 2013 йылдың йәйендә тапшырыу планлаштырыла[6].
2013 йылда «Беларуськалий» 30 миллион евроға Клайпед портындағы ҡоро йөк терминалы хужаһы — «Бирю кровиню терминалас» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 30 процентын һатып ала[7].
2013 йылдың ғинуар — декабрендә Клайпеда порты 33,32 млн тонна диңгеҙ йөгөн хеҙмәтләндерә. Был 2012 йыл менән сағыштырғанда 5,4 % (йәки 1,92 миллион тонна) кәмерәк булһа ла, оҙайлы тенденциялар үҫеш күрһәтә — был Клайпеда портын тарихында өсөнсө күрһәткес[8].
Шул уҡ йылда Европа Комиссияһы Клайпеда портын донъяның 319 мөһим порты исемлегенә индерә[9].
Йыл | 1999 | 2000 | 2001 | 2002 | 2003 | 2004 | 2005 | 2006 | 2007 | 2008 | 2009 | 2010 | 2011 | 2012 | 2013 | 2014 | 2015 | 2016 | 2017 | 2018 | 2019 | 2020 | 2021 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Йөк әйләнеше, млн. т[10] | 14.97 | 19.40 | 17.24 | 19.74 | 21.19 | 20.25 | 21.79 | 23.61 | 27.36 | 29.88 | 27.86 | 31.28 | 36.59 | 35.24 | 33.42 | 36.41 | 38.51 | 40.14 | 43.17 | 46.58 | 46.22 | 47.7 | 45.62 |
Йөк ағымы төрҙәре буйынса
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2009 йылда йөк ағымында өҫтөнлөк итә:
- нефть продукттары — 33,1 %,
- ашламалар — 25,3 %
- Ro-Ro йөктәре (юл-транспорт саралары) — 11,6 %
- контейнерҙар — 10,3 %
Был порттағы дөйөм йөк әйләнешенең 78,9 процентын тәшкил итә[11].
Башҡа мөһим йөктәр[11]:
- ауыл хужалығы продукцияһы — 6,6 %;
- минераль сеймал һәм эшкәртелгән файҙалы ҡаҙылмалар, төҙөлөш материалдары — 3,3 %;
- металдар һәм ферроиретмәләр −1 ,9 %;
- ағас — 1,5 %.
Йөк төрө | күләме | дөйөм йөк әйләнешендәге өлөшө, % |
---|---|---|
Ҡоймалы | 10 514 | 37,7 |
Бөртөклө һәм өйөмлө | 9677 | 34,7 |
Генераль | 7675 | 27,6 |
Тауар етештерелгән илдәр буйынса
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауарҙарҙың килеп сығышы буйынса йөк ағымы[11]:
- 61,8 % — Литва йөктәре
- 38,3 % (10,7 млн т) — транзит йөктәр
- Шуларҙан (йөк әйләнешенең дөйөм күләменән):
- 23,7 % — Белоруссия йөктәре
- 11,9 % — Рәсәй иҡтисады
- 0,9 % — Украина иҡтисады
- 0,8 % — Латвия
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Клапейда тарихы
- Клайпеда диңгеҙ йөктәре компанияһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Клайпедский порт лидирует по грузооборорту в странах Балтии пятый год подряд. Латвийские порты «не блещут» 2021 йыл 17 ғинуар архивланған. // press.lv, 13 января 2021
- ↑ Официальный сайт клайпедского порта 2012 йыл 15 ғинуар архивланған.
- ↑ Историческая справка на официальном сайте порта 2011 йыл 14 ноябрь архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 Официальный сайт клайпедского порта 2012 йыл 15 ғинуар архивланған.
- ↑ Сведения о Клайпеде 2012 йыл 5 ғинуар архивланған. на портале «О Литве»
- ↑ В Клайпедском торговом порту начали строить новый терминал 2014 йыл 5 март архивланған. // ИА REGNUM
- ↑ «Беларуськалий» приобрел 30 % клайпедского терминала за $30 млн // nashaniva.by
- ↑ В Клайпедском порту зарегистрирован новый рекорд грузооборота(недоступная ссылка)
- ↑ Клайпеда вошла в список важнейших портов мира 2014 йыл 6 июнь архивланған. // 15min.lt
- ↑ Данные по грузообороту . Клайпедский порт. Архивировано 9 ғинуар 2017 года.
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 ОБЗОР ГРУЗООБОРОТА КЛАЙПЕДСКОГО ГОСУДАРСТВЕННОГО МОРСКОГО ПОРТА ЗА 2009 ГОД . Дата обращения: 26 май 2021. Архивировано 26 май 2021 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сайт порта 2003 йыл 1 август архивланған.